-Уҡыусылар, бөгөн төштән һуң мәктәп баҡсаһында эшләйбеҙ, бөтәгеҙ ҙә биҙрәләр алып, әйтелгән ваҡытҡа теүәл килеп етегеҙ, - тине класс етәкселәре алтынсыларға.
Уҡыусылар ҡайтып, йорт эштәрендә бер аҙ ярҙамлашыуға мәктәпкә барырға ваҡыт та етте. Гөлзәмиә ҡапҡанан сығыуға ике яҡ күршеһе Айҙар менән Азамат та күренде. Уҡыусылар һөйләшә-һөйләшә мәктәп яғына ҡарай юл тоттолар. Оло урамды утеп, тыҡрыҡҡа боролғас, юл буйлап уларға ҡаршы ҙур аҡ эт килеүен күреп ҡалдылар. Бәләкәй сағынан эттәрҙән ҡурҡҡан Гөлзәмиә егеттәрҙең артына ышыҡланды. Ҡыҙҙың “ҡото осоуон” һиҙгән Азамат: “Мин эттән ҡурҡмайым, хәҙер мин уны, үҙе минән ҡасып китәсәк”,- тип биҙрәләре менән һелтәнә-һелтәнә ҡаршы йүгерҙе. Ләкин эт тә ҡурҡаҡтан булмай сыҡты, тештәрен ыржайтып, малайға ҡаршы һөжүмгә әҙерләнде. Айҙар биҙрәһен яҙа һелтәүенән файҙаланып, уның салбар балағын эләктереп алды. Бөтә хәл күҙ асып йомған арала булды. Арттараҡ ҡалған Азамат дуҫына ярҙамға ташланды. Ләкин “дошмандары” унан да ҡурҡып торманы, ике малайҙы ҡойма яғына мөйөшкә ҡыҫырыҡлап, ырылдап, ҡаршы бара башланы.
“Ике ут араһында ҡалған Гөлзәмиә нимә эшләргә лә белмәне. Дуҫтарына ярҙамға барырға кәрәклеген аңлаһа ла, үҙенең эттән ҡурҡыуын еңә алмай, ҡаушап ҡалды. Шулай ҙа бар батырлығын еңеп, дуҫтарына ярҙамға йүгерҙе. Малайҙарға бар иғтибарын йүнәлткән эт артында килгән ҡыҙҙы аңғармайыраҡ ҡалды. Гөлзәмиә үҙенең ҙур биҙрәһен эттең башына төбәп ырғытты. Бәхеткә күрә, ул тура ғына барып, эттең башына ҡапланды. Ҡапыл аптырап ҡалған “дошман” бер урында әйләнергә, башын һелккеләргә тотондо. Үҙҙәренә йән ингән малайҙар ҙа кемеһе биҙрәһен, кемеһе таяҡ менән ҡоралланып, этте туҡмарға тотондо. Артҡа сигенгән ыңғайы башынан биҙрәһе лә төшөп китеп, күҙенә аҡ-ҡара күренмәй, эт ҡасып китте.
Айҙар менән Азамат ҡаушапмы, оялыпмы, бер һүҙ ҙә әйтә алманылар, улар өсәүләшеп һүҙһеҙ генә мәктәпкә ҡарай атланылар. Ләкин һәр береһе күңеленән генә дуҫтарына рәхмәт уҡый ине.
Гүзәлиә Садыкова,
Өмөтбай мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы.