Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
29 Апрель 2022, 09:04

Дуҫтар

#Һаҡмар_конкурс #Тажетдиновконкурсы Ҡәҙерле дуҫтар! Азамат Тажетдинов исемендәге конкурста балалар ижады айырым билдәләнәсәк. Был категориялағы тәүге конкурсантыбыҙҙы ҡаршы алығыҙ: Өмөтбай мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы Розалина Үтәбаева.  Розалинаға уңыштар теләйек. 

Дуҫтар
Дуҫтар

Ямғырлы көҙҙөң һалҡын көндәре ине. Урам буйында кешеләр ҙә күренмәй. Ниндәйҙер йомоштары менән сығыусылар ҙа йәһәтләп йылы өйҙәренә ашыға. Йәмил дә дәрестәре бөткәс, өйҙәренә ҡарай атланы. Ҡаршы яҡҡа әсе ел иҫә, ямғыр тамсылары биткә бәрелә, шул арала малайҙың кейемдәрен дә еүешләп өлгөрҙө.

Шул саҡ елдең шаулауы аҫтында бер сыйылдағанмы, илағанмы тауыш ишетелде. Башта ҡолағыма ғына салыналыр, тип уйлаһа ла, тауыш ҡабатланғас, Йәмил туҡтап тыңларға булды. Сыйылдау юл ситендәге бағана эргәһендә ишетелә ине. Малай унда яҡынлашты. Ҡараһа, бағана төбөндә ямғырға күшеккән бәләкәс кенә аҡ көсөк ултыра ине. Малай мәхлүк йән эйәһен йәлләп, уны күтәреп алып, өйөнә ашыҡты.

Бәхеткә күрә, улының яңы дуҫына әсәһе лә ҡаршылыҡ күрһәтмәне. Көсөктө тәрбиәләп, ашатып алалар, уға оя хәстәрләйҙәр, матур исем дә бирәләр – Аҡбай.

 Шул көндән алып Аҡбай менән Йәмил айырылмаҫ дуҫтарға әйләнәләр. Ҡайҙа барһалар ҙа бергә йөрөйҙәр, малай урамда төрлө эштәр башҡарғанда ла көсөк уның эргәһендә урала.

Йыл артынан йыл үтте. Аҡбай хәҙер кәүҙәле, ҙур эткә әйләнде.

Йәй көнө булды был хәл. Төшкә тиклем йорт тирәһендәге эштәрен бөткән малайҙар ауыл эргәһендәге быуала һыу инеп алырға булдылар. Аҡбай ҙа улар артынан эйәрҙе. Һыу буйы балаларҙың шат тауышынан гөрләп тора. Берәүҙәр рәхәтләнеп йөҙһә, икенселәре яр буйында ҡояшта ҡыҙына. Һыуҙағы малайҙарҙа сәм уянып китте. “Кем иң тәрән ерҙе лә ҡурҡмай йөҙөп, икенсе ярға тиклем барып етер?”, тип улар ярыш үткәрергә булды. Ярыш сәме уянған малайҙар бер-бер артлы һыуға һикерҙе, Йәмил генә эте эргәһендә яр ситендә ҡалған ине.

-Нимә, ҡыҙҙар һымаҡ тороп ҡалдың?

-Эй, ҡурҡа ул!

-Ҡурҡаҡ, ҡурҡаҡ!!!

-Юҡ, ҡурҡмайым!

Дуҫтарының ирештереүенә түҙмәгән малай башҡалар артынан һыуға һикерҙе.

Яңы ғына һыуҙан хәле бөтөп сыҡҡан Йәмил әле ял итеп тә өлгөрмәгән ине. Бына ярты юлға еттем тигәндә, һыу уны аҫҡа һөрәй башлаған һымаҡ була. Ҡаушап ҡалған малай ҡысҡырырға итә, ләкин тауышы сыҡмай. Дуҫтары ла арыу уҡ алыҫҡа китеп өлгөргәндәр. Шул ваҡыт яр башында малайҙарҙы тыныс ҡына күҙәтеп ятҡан Аҡбай ҡапыл ырғып тороп, Йәмилгә ярҙамға ташлана. Дуҫы эргәһенә йөҙөп килә лә, “Йә, тотон миңә”,- тигән һымаҡ уға күҙҙәрен мөлдөрәтеп ҡарай. Хәле бөткән малай көскә-көскә этен ҡосаҡлай ала. Шулай улар яйлап ҡына ярға табан йөҙөп китәләр.

Хәлдең айышына төшөнгән башҡа малайҙар йәһәтләп Йәмил эргәһенә йыйылдылар.

-Эх, ҡалай дуҫың шәп!

-Минең дә шундай этем булһамы!

-Ҡалай ышаныслы!

Йәмилгә көнләшеп ҡараны дуҫтары.

Аҡбай кешеләрҙең ярҙамына мохтаж булғанда, уға бары Йәмил иғтибар иткән ине, бөгөн дүрт аяҡлы дуҫы малайҙы ҙур бәләнән ҡотҡарҙы. Дуҫлыҡ шулай нығыналыр күрәһең.

Розалина Үтәбаева

Өмөтбай мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: