Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
6 Ноябрь 2025, 16:00

Берәҙәк мал бикләнәсәк

Бөгөн  урамда һәм ҡырҙа ҡарауһыҙ йөрөгән мал юлдағыларға ҙур хәүеф тыуҙырыуы билдәле. Улар арҡаһында бик күп юл хәрәкәте ваҡиғалары осрай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙа кеше ғүмерҙәре лә өҙөлә. Артабан да улай дауам итеүе мөмкин түгел. Быға сик ҡуйылырға тейеш.

Бөгөн  урамда һәм ҡырҙа ҡарауһыҙ йөрөгән мал юлдағыларға ҙур хәүеф тыуҙырыуы билдәле. Улар арҡаһында бик күп юл хәрәкәте ваҡиғалары осрай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙа кеше ғүмерҙәре лә өҙөлә.

Халыҡҡа мал көтөүен ойоштороу ҙа файҙа бирмәй. Ҡайһы берҙәре уларҙы үҙ ыңғайына сығарып ебәрә. Айырыуса, йылҡылар иркенлектә көтөлә.

Ағымдағы йылдың туғыҙ айында район буйынса мал көтөүе тәртибен боҙоусыларға 233 административ протокол төҙөлгән һәм шштраф һалынған. Ләкин был да уларҙы ҡурҡытмай.

Бер аҙна эсендә генә лә Аҡморон һәм Ишмырҙа ауыл биләмәләре тарафында 500-ҙән ашыу биркаланмаған йылҡы малы булыуы асыҡланған. Был иһә, ниндәйҙер хәл-ваҡиға була ҡалһа, уның өсөн бер кем дә яуап тотмаясаҡ, тигән һүҙ.

Ҡаралған тәртип буйынса бөтә мал да биркаланырға һәм улар электрон иҫәпкә алынырға тейеш. Ләкин уны күптәр күҙәтмәй. Шуны иҫәпкә алып, Билал, Түбә, Татлыбай ауыл биләмәләрендә махсус кардалар төҙөлдө. Шулай уҡ Ишмырҙа ауылында ла буласаҡ. Иркенлектә көтөүһөҙ йөрөгән малдың хужаһы асыҡланғанға тиклем шунда бикләнәсәк. Һуңынан улар был процедура өсөн: алып барыған, һаҡлау, аҫрау өсөн киткән бөтә сығымды ҡаплаясаҡ. Бынан тыш улар ҡануниәттә ҡаралған тәртип буйынса яуапҡа тарттырыласаҡ, тип белдерҙе Баймаҡ район хакимиәье башлығы Азамат Иҙрисов үҙенең социаль селтәрендәге битләүендә.

Берәҙәк мал бикләнәсәк
Берәҙәк мал бикләнәсәк
Автор: Лилия Такаева
Читайте нас