Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
23 Май 2025, 16:55

Юлдарҙа - махсус операция

«Ҡаршы һыҙат» иҫкәртеү операцияһы башланды

Башҡортостан юлдарында 28 майға тиклем «Ҡаршы һыҙат» иҫкәртеү операцияһы башланды, тип иҫкәртә дәүләт автоинспекцияһы.

Юл-транспорт ваҡиғаларын анализлауға ҡарағанда, республикала һәр дүртенсе водитель ҡаршы һыҙатҡа сығыуға бәйле фажиғәләрҙә һәләк булған.

Тап ошондай ҡағиҙә боҙоу иң ауыр эҙемтәләргә килтерә, водителдәр һәм пассажирҙар ныҡ имгәнә, ҡайһы берҙә үлем осраҡтары теркәлә.

Профилактика маҡсатында дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре аҙна буйына хәүефле юл участкаларында эшләй.

Автор: Лилия Кусябаева
Читайте нас