Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
13 Декабрь 2023, 08:20

Аҡсаһын да бирәләр, кредит та юллайҙар

Был гражданға полиция формаһындағы билдәһеҙ кеше видеоэлемтә аша шылтырата. Ул мутлашыусыларҙы тотоу өсөн 400 мең һумлыҡ кредит алырға кәрәклеген белдерә. Граждан уның һүҙенә ышанып үҙ исеменә кредит юллай һәм бар аҡсаны был билдәһеҙ кешеләргә күсерә...

Аҡсаһын да бирәләр, кредит та юллайҙар
Аҡсаһын да бирәләр, кредит та юллайҙар

Көн ҡаҙағында

Мутлашыусыларға кредит алып биреүселәр арта

Һуңғы осорҙа районда сит кешеләргә ҙур аҡса күсереү факттары буйынса енәйәт эштәре күбәйҙе.

Мутлашыусылар интернет селтәрендә эре компаниялар исеменән (Газпром”, Роснефть һ.б.) граждандарҙың аҡсаһын инвестициялау тураһында белдереүҙәр ҡуя йәки ошо уҡ компанияларҙың акцияһын алып, ҙур килем алыу мөмкинселеге тураһында алдай.

Мәҫәлән, сентябрҙә Баймаҡ эске эштәр бүлеге бер граждандың 4 миллион һумдан ашыу аҡсаһын юғалтыуы буйынса енәйәт эше асты. Ул кешене Газпром акцияларына аҡсаны “отошло” һалып булыу менән алдағандар. Бындай белдереүҙәр тик мутлашыусыларҙан килеүен тағы берҙе иҫкәртәбеҙ.

Яңы алдау юлдары көндән-көн ҡатмарлаша ғына бара. Хәҙер мутлашыусылар полиция хеҙмәткәрҙәре исеменән дә алдап эш итәләр. Октябрҙә бер гражданға банк хеҙмәткәре булып шылтыратып, уның исеменә кредит юллауҙары хаҡында әйтәләр. Мутлашыусыларҙы тотоу өсөн хоҡуҡ һаҡсыларына ярҙам итергә кәрәклеген белдерәләр. Артабан был гражданға полиция формаһындағы билдәһеҙ кеше видеоэлемтә аша шылтырата. Ул мутлашыусыларҙы тотоу өсөн 400 мең һумлыҡ кредит алырға кәрәклеген белдерә. Граждан уның һүҙенә ышанып үҙ исеменә кредит юллай һәм бар аҡсаны был билдәһеҙ кешеләргә күсерә.

Үкенескә ҡаршы, бындай осраҡтар бик күп. Халыҡ араһында аңлатыу эше даими алып барылһа ла, бик күп кешеләр мутлашыусыларҙың ҡорбанына әүерелә бара. Кредитҡа алынған аҡсаны уларға йылдар дауамында түләргә кәрәк буласаҡ.

Бар район халҡын иғтибарлы һәм һаҡ булырға саҡырабыҙ. Таныш булмаған телефон һандарын алмағыҙ, аҡса күсерергә ризалашмағыҙ. Социаль селтәрҙәрҙә таныш-дуҫтарығыҙҙан килгән булһа ла, төрлө акциялар, һатып алыуҙар, шикле булған тауыш биреүҙәрҙә ҡатнашмағыҙ, ундағы һылтанмаға баҫмағыҙ. Сөнки мутлашыусылар кешеләрҙең социаль селтәрҙәге битләүектәрен боҙоп инә һәм яҡындарығыҙ исеменән һеҙгә төрлө хәбәрҙәр ебәреүе ихтимал. Һаҡ булығыҙ!

А. Ғәлиәкбәров, район прокуроры.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: