Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
10 Ноябрь 2023, 11:13

Иҫерек водителдәр юлға сыға

Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

ЮХХДИ инспекторҙары көндөң һауа торошона, ял һәм байрамға ҡарамай, тәүлек әйләнәһенә посҡа баҫа. Уларҙың тәүлек әйләнәһенә профилактик саралар күреүе һөҙөмтәһендә юл-транспорт ваҡиғаһына бәйле енәйәт ҡылыу осраҡтарын кәметергә өлгәштек. Шуныһы борсолоу тыуҙыра, юл-транспорт ваҡиғаһы күп осраҡта иҫерек килеш машина менән идара итеүсе водителдәргә бәйле. Был бигерәк тә аяныслы. Сөнки улар үҙҙәренең генә түгел, башҡаларҙың да ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя. Ҡайһы берәүҙәрҙе 30 мең һум штраф та, водитель таныҡлығынан мәхрүм итеү ҙә ҡурҡытмай. Ҡайтанан эсеп тотолған водителдәргә ҡарата штраф күләме арта, өҫтәүенә, енәйәт эше асылып, иркенән мәхрүм итеү ҡаралған. Ләкин был да уларҙы уйға һалмай, күрәһең. Аҙна һайын тигәндәй ундайҙар тотолоп тора.

Рәшит Дамир улы Насыров,

Баймаҡ районы буйынса эске эштәр бүлеге начальнигы, полиция подполковнигы. 

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: