Халыҡ кәсебе
27 Марта , 11:18

Күргәҙмәлә - халҡым тарихы

Бөгөн район мәҙәниәт йортонда Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайының йыл йомғаҡтарына арналған ҙур сара үтте. Уның тәүге өлөшө район ағинәйҙәренең ҡул эштәре күргәҙмәһен үҙ эсенә алды. 

"Ағинәйҙәр" ойошмаларының ҡул эштәре районда үткән һәр милли-мәҙәни сараларҙы йәмләй.  Бөгөн дә улар милли ғөрөф-ғәҙҙәттәрҙе тергеҙеүсе, киләһе быуынға еткереүсе икәндәрен иҫбатлап, ҙур сарала ҡатнашты, ҡунаҡтарҙы үҙҙәренең эшмәкәрлектәре менән таныштырҙы. Улар  район мәҙәниәт йортонда Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайының йыл йомғаҡтарына арналған ҙур сарала бай күргәҙмә тәҡдим итте. Афарин, Ағинәйҙәр! 

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас