Сибай сәсән вариҫтары ҡор йыйҙы
Арҙаҡлы шәхесебеҙ Сибай сәсәндең тыуыуына быйыл 205 йыл тулды. Иҫке Сибай ауылында 6-сы кантон башлығы, сәсән-импровизатор, "Сибай" йырының авторы Шаһиәхмәт Утарбай улы Сибаевтың яҡты иҫтәлеген хөрмәт итәләр. Уның тыуған нигеҙендә мемориаль таҡта таш ҡуйылған. Сибай ҡалаһының Арҡайым ҡасабаһында, Иҫке Сибайҙа, Әбйәлил районының Рәхмәт ауылдарында уның исемен йөрөткән урамдар бар. Шулай уҡ Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институты алдында һәм Иҫке Сибайҙың үҙәгендә сәсәнгә бюст ҡуйылған. Уның иҫтәлегенә "Сибай" йырын башҡарыусылар конкурсын үткәреү ҙә - сәсән-импровизаторға ҡарата оло хөрмәт билдәһе. Был йырҙың башҡарылыуының 11 варианты бар.
Иҫке Сибай урта мәктәбендә уҡыу алдынғыларына "Сибай сәсән премияһы" булдырылған. Конкурстарҙың һәм премияның бағыусылары булып арҙаҡлы шәхестең вариҫтары - Утарбаевтар тора. Премия ҡыҙҙар һәм егеттәрҙең тағы ла тырышып уҡыуҙарына көс һәм дәрт бирә.
2015 йылда Фәтхулла Сабир улы, Сабит Сәмиғулла улы, Мирза Сәфиулла улы Утарбаевтарҙың инициативаһы менән Ҡарамалташ тауы аҫтында урынлашҡан Сибай биләнендә стела ҡуйырға ҡарар ителә. Күмәк көс менән был ҙур эш бойомға ашырыла. Стеланың авторы - Руслан Бикбаев. Уның урынлаштырылған ере осраҡлы түгел. 1857 йылда Аҡ Мәсет походынан Шаһиәхмәт Сибаев зауряд-сотник дәрәжәһендә тыуған ауылына ҡайта. Ә күп тә үтмәй, 1858 йылда, уны Тамъян-Ҡатай ерендә урынлашҡан 6-сы кантонға башлыҡ итеп тәғәйенләйҙәр. Штаб-фатиры хәҙерге Әбйәлил районының Рәхмәт ауылында урынлашҡан була. Оҙатып сыҡҡан ауыл халҡына, Сибай сәсән исемен яулаған Шаһиәхмәт һағыш тулы йыр йырлап ишеттерә. Бер аҙҙан был йырҙы "Сибай" йыры тип йөрөтәләр. Билән «Сибай биләне» булып ҡала.
Быйыл Утарбаевтар Сибай кантондың тыуыуына 205 йыл тулыу уңайы менән стелаға реконструкция яһаны. Күмәк, берҙәм көс менән ундағы яҙыуҙар, буяуҙар яңыртылды, ағас ҡойма тимергә алыштырылды. Был эштә һәр кем әүҙем ҡатнашты. Берҙәмлектә - көс, тигәндәй, тиҙ арала стела яңы һулыш алды.
Ә инде 25 июль Сибай сәсән вариҫтары стела янында ҙур йыйын ойошторҙо. Асыҡ һауалағы матур сарала 100-гә яҡын кеше ҡатнашты. Йыйын программаһы ла бик бай булды. Ул Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Буранбай ауылы егете, ошо ауыл кейәүе Юнир Һағынбаев башҡарыуында "Сибай" йыры менән асылды. Моңло тауышлы йырсының сығышын һәр кем һоҡланып тыңлап, көслө алҡыштарға күмде. Рәсми өлөштә Шаһиәхмәт Сибаевтың тормош юлы менән таныштырыу өсөн һүҙ ҡор башы Сабит Утарбаевҡа бирелде. Ул һөйләгән мәғлүмәттәр һәр кем, бигерәк тә йәш быуын өсөн өсөн фәһемле булды.
Артабанғы өлөш концерт номерҙарын үҙ эсенә алды. Сибай биләнендә моңло йырҙар, рухлы шиғырҙар яңғыраны, дәртле бейеүҙәр башҡарылды, ҡурай моңдары яңғыраны.
Сараны ойоштороуҙа әүҙемлек күрһәткән, милләтебеҙҙең арҙаҡлы шәхесе, кантон башлығы, шағир-импровизатор, сәсән Шаһиәхмәт Сибаевтың исемен мәңгеләштереүгә, бай тарихыбыҙҙы халыҡҡа еткереүгә күп көс һалғаны өсөн Әҡлимә һәм Мирза Утарбаевтарға Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайының Маҡтау грамотаһы тапшырылды.
Матур мәжлес мул ризыҡлы өҫтәл янында бергәләп сәй эсеү менән тамамланды.
Нәҫел ептәрен барлап, быуындар бәйләнешен нығытып, арҙаҡлы шәхес Шаһиәхмәт Сибаевтың (Сибай кантон) тормош юлына тағы ла байҡауҙы маҡсат итеп ҡуйған ҙур йыйын ойошҡанлы үтте. Рәхмәт һеҙгә, туғандар! Һәр саҡ бергә һәм берҙәм булайыҡ!
Сибай УТАРБАЕВ.
Иҫке Сибай ауылы.