Хәтер
19 Февраля 2025, 12:30

Баймағы, Икенсе Этҡоло йөрәге түрендә булды

Республиканың иҡтисади һәм социаль үҫешенә ҙур өлөш индергән ғалим, иҡтисад фәндәре докторы, профессор, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, яҡташыбыҙ Мазһар Иҫәнбаевтың вафатына 40 көн. Абруйлы яҡташыбыҙҙы яҡты хәтирәләр менән иҫкә алайыҡ...

Баймағы, Икенсе Этҡоло йөрәге түрендә булдыБаймағы, Икенсе Этҡоло йөрәге түрендә булды
Баймағы, Икенсе Этҡоло йөрәге түрендә булды

Республиканың иҡтисади һәм социаль үҫешенә ҙур өлөш индергән ғалим, иҡтисад фәндәре докторы, профессор, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, яҡташыбыҙ Мазһар Иҫәнбаев 11 ғинуарҙа 89-сы йәшендә баҡыйлыҡҡа күсте... Кеше китә, әммә хеҙмәте, изгелектәре, яҡты юлы киләсәк быуын хәтерендә мәңге йәшәй. Мазһар Насип улының бай ғилми мираҫы,  бик күп уҡыусылары, рәхмәтле зат-ырыуы ҡалды.

Мазһар Иҫәнбаев 1936 йылдың 15 сентябрендә Икенсе Этҡол ауылында тыуған. Атаһы –  Иҫәнбаев Насибулла Мәхмүт улы ауыл хакимиәте рәйесе. Илгә фашистар ябырылғас, атаһы менән өлкән ағаһы Лоҡман ил һағына баҫа. Аталы-уллы Еңеү өсөн йәнен фиҙа ҡылған. Әсәһе Зөләйха, Ильяс, Мазһар, Зәйтүнә исемле балаларына ауырлыҡтарға ҡарамай,  белем бирергә тырышҡан сабыр холоҡло, алдынғы ҡарашлы ҡатын була.  Кескәй Мазһар Икенсе Этҡол мәктәбен тамамлағас, Темәс педагогия училищеһында белем ала. 1956 йылда Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә. Шул осорҙа Дәүләкән һылыуы Фәүзилә Лотфрахман ҡыҙына өйләнә. Уҡыуҙы тамамлағас, йәш педагогтар Баймаҡ ҡалаһының 1-се  мәктәбендә ике йыл уҡыта. Өмөтлө белгесте Өфөгә фән юлына  әйҙәйҙәр.

Мазһар Иҫәнбаев 1963 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының иҡтисади тикшеренеүҙәр бүлегендә (Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Социаль-иҡтисади тикшеренеүҙәр институты) эшләй. 1971 йылда  — бүлектең өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1973 йылда — ижтимағи етештереүҙең һөҙөмтәлелеге секторы мөдире. 1977—1981 һәм 1987—1990 йылдарҙа бер үк ваҡытта СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының иҡтисади тикшеренеүҙәр бүлеге мөдире урынбаҫары була. 1987 йылда Мазһар Насип улы докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.

1990-1997 йылдарҙа М. Н. Иҫәнбаев Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың социаль-иҡтисади проблемалар бүлеге мөдире була, бер үк ваҡытта Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы Рәйесе кәңәшсеһе, 1995 йылдан Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы Рәйесенең иҡтисад мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе.

1998 йылдан ул Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө фәнни үҙәгенең социаль-иҡтисади тикшеренеүҙәр институтында бүлек мөдире һәм төбәк иҡтисады проблемалары секторы мөдире булып эшләй. 1989 йылдан — профессор, 1991 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы. Рәсәй Инженерлыҡ академияһы академигы (1993 йылдан), Рәсәй Тәбиғәт фәндәре академияһы академигы (1994), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (2002).

Мазһар Насип улы һуңғы көндәренә тиклем Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгенең социаль-иҡтисади тикшеренеүҙәр институтында эшләүен дауам итте. Ул һикһәндән ашыу китап һәм монография, биш йөҙҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Улар Рәсәй һәм сит ил ғалимдары тарафынан танылыу алған.

Академик Мазһар Насип улын үҙ эшенә мөкиббән киткән ғалим, илһөйәр, оло йөрәкле, кешелекле, шул уҡ ваҡытта ябай һәм ихлас тип беләләр. Ул һәләтле педагог һәм ғилми остаз да ине. Уның ҡулы аҫтында 20 кандидатлыҡ һәм бер докторлыҡ диссертацияһы яҡлана. Мазһар Иҫәнбаев төбәк иҡтисады һәм социаль-иҡтисади сәйәсәт буйынса ғилми мәктәп ойоштора, был фән үҫешен алға этәрә. Ул Сибай институтын булдырыуға, уны юғары квалификациялы белгестәр менән тулыландырыуға бик күп көс һала. Урал аръяғының иҡтисади үҫеше, экологияһы уны айырыуса борсой ине.

Мазһар Насип улы хәстәрлекле тормош иптәше, атай һәм наҙлы ҡартатай булды. Ҡатыны Фәүзилә Лотфрахман ҡыҙы менән иңгә-иң терәшеп, 63 йылдан ашыу йәшәнеләр. Яҡташтары, ауылдаштары, бөтә туғандары  тураһында һәр саҡ ҡайғыртты. Уның фатихаһы менән Баймаҡ районынан байтаҡ кешеләр тормошҡа юллама алды. "Мазһар ағай", "Мазһар олатай" тип килеүселәрҙең һүҙен йыҡманы, киләсәккә дөрөҫ юл күрһәтте.

Илшат ТАЖЕТДИНОВ, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары:

– Академик Мазһар Иҫәнбаев беҙҙең республикала ла, унан ситтә лә  күренекле ғалим-иҡтисадсы булды. Ул төбәк иҡтисады теорияһын һәм методологияһын үҫтереүгә ҙур өлөш индерҙе. Тикшеренеүҙәренең һөҙөмтәләре Башҡортостандың бик күп стратегик документтарын әҙерләү өсөн нигеҙ булды. Уның алымдары һәм тәҡдимдәре кешеләрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыуға, инфраструктураны үҫтереүгә һәм төбәктең иҡтисади үҫешенә йүнәлтелгән дәүләт ҡарарҙарында сағылыш тапты.

Мазһар Насип улы студенттарҙы, аспиранттарҙы һәм докторанттарҙы яңы фәнни асыштарға ынтылырға дәртләндереп, йәштәргә үҙенең белеме менән ихлас уртаҡлашты. Уның уҡыусылары бөгөн фән һәм мәғариф үҫешенә тос өлөш индерә, республикабыҙҙың һәм илебеҙҙең социаль-иҡтисади үҫеше хаҡына уңышлы хеҙмәт итә.

Академик Иҫәнбаев һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер булған изге күңеллелеге һәм ярҙамсыллығы менән айырылып торҙо. Ул үҙенең тыуған төйәге - Икенсе Этҡол ауылына бик күп йүнәлештәр буйынса ярҙам итте. Һис шикһеҙ, ауылдаштарым һәм бөтә яҡташтарым уның менән һәр саҡ ғорурланасаҡ һәм уларҙың күңелендә ул мәңге иҫтә ҡаласаҡ.

Беҙ, барыбыҙ ҙа, Мазһар Насип улын ғүмерен Башҡортостанға, уның халҡына һәм фәненә хеҙмәт итеүгә арнаған кеше булараҡ хәтерләйәсәкбеҙ. Беҙҙең бурыс - академик Иҫәнбаев тураһында хәтерҙе һаҡлау, уның ғилми хеҙмәттәрен популярлаштырыу һәм уның тикшеренеүҙәрен дауам итеү. Республиканың Фәндәр академияһы, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге һәм Баймаҡ районы хакимиәте менән берлектә уның хәтерен мәңгеләштереү өсөн саралар күрергә тейешбеҙ.

 

Риф МУСИН, Мазһар Иҫәнбаевтың бер туған һеңлеһенең улы:

– Һәр йыл, йәй башында, тыуған ауылына ашҡынып ҡайтыр ине. Тыуған ауылына, мәктәбенә, ауыл халҡына ҡарата бик иғтибарлы булды, яратыу тойғолары, илһөйәрлек рухы урғылып торҙо.

Беҙ, туғандары, уның аҡыллы кәңәштәренә, зирәклегенә, талапсанлығына һоҡлана инек. Килгән сағында үҙе менән һәр саҡ ҙур сумкаһын йөрөтөр ине. Унда –  һәр береһенә исем-шәрифләп  авторҙың теләктәре яҙылған китаптары.

Олатайыбыҙ менән һуңғы осрашыуыбыҙҙа, ныҡлап ауырыуына ҡарамаҫтан, ауыл яңылыҡтары, мәктәп тормошо, МХО-ла хеҙмәт итеүсе егеттәрҙең  хәле менән ҡыҙыҡһынды. Фәндә лә, мәғрифәттә лә, рухиәттә лә, ғаиләһендә лә ул яҡты эҙ ҡалдырҙы. Яҡшы кеше, абруйлы шәхес, ҡәҙерле олатайыбыҙ тураһында йылы хәтирәләр йөрәк түрендә мәңге һаҡланасаҡ. 

Зөлфиә ИШМЫРҘИНА, 1995-2013 йылдарҙа Икенсе Этҡол мәктәбе директоры:

– Мазһар Насип улын башҡорт меценанты тип әйтергә була. Ул алға ҡараған, киләсәкте ҡайғыртҡан шәхес ине.

2001 йылда академик Мазһар Иҫәнбаев беҙҙең мәктәптә үҙенең исемендәге премияһын булдырҙы. Уҡыу һәм йәмәғәт эштәрендә уңышҡа өлгәшкән уҡыусыларға ҙур суммала аҡса ҡушып, шәхси премияһын тапшырҙы. Ниндәй генә мәшәҡәттәре булмаһын, йыл һайын тап  сығарылыш кисәһе көнөнә килеп етә ине. Был маҡтаулы  премияға ҡырҡтан ашыу уҡыусыбыҙ лайыҡ булды. Тырыш балаларға ул шулай ҡанат ҡуя белде, оло тормошҡа фатихаһын бирҙе. Артабан да уларҙың яҙмышын күҙәтеп барҙы. Мазһар Иҫәнбаев исемендәге премия лауреаттары барыһы ла тиерлек юғары белем алды, әлеге мәлдә яҡшы урындарҙа эшләп йөрөйҙәр.

Ябайлыҡта –  бөйөклөк, тигән һүҙҙәр тап Мазһар Насип улы кеүектәргә төбәп әйтәләр. Ул бер ҡасан да үҙенә айырым мөнәсәбәт, хөрмәт талап итмәне. Күп тә һөйләмәне, математик тел менән, аныҡ ҡына  фекерен, кәңәшен еткерер ине. Китапханаға үҙенең һәм уҡыусыларының китаптарын бүләк итте. Улар балаларға фәнни-тикшеренеү эштәре өсөн  яҡшы ҡулланма.

Яңы мәктәпте төҙөүҙә роле ҙур булды. Буласаҡ белем усағының кәрәклеген Хөкүмәт алдында иҡтисади яҡтан нигеҙләп, рөхсәт юлланы. Икенсе Этҡол халҡы ауылдашыбыҙҙың изге эштәрен бер ҡасан да онотмаясаҡ.

 

Гөлйемеш  ИШМЫРҘИНА, Икенсе Этҡол мәктәбе директоры:

– Мазһар Насип улы Икенсе Этҡол мәктәбе менән һәр саҡ бәйләнештә булды. Мәктәп тормошо, уҡыусыларҙың уңыштары менән даими ҡыҙыҡһынды, йыл һайын мәктәпкә килде. 

Әйтергә кәрәк, Мазһар Насип улы  ғүмеренең һуңғы айҙарында ла мәктәпте уйланы. Ноябрҙә генә уҡытыу-тәрбиә эшендә оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәт иткән уҡытыусыларға атап, һәр береһенә исемләп үҙ ҡулдары менән теләктәрен яҙып, китаптарын ебәрҙе. Бик тулҡынландырғыс булды был ваҡиға, күҙгә йәштәр тулып китте. Хәле ауыр булғас, шылтыратыу мөмкинлеге булманы, әммә аудиояҙма менән бөтә коллектив, уҡыусылар, ата-әсәләр исеменән бик эстәлекле итеп рәхмәт һүҙҙәрен, йылы сәләмдәребеҙҙе, китаптарын тапшырған фотоларҙы  ебәрҙек. Балалары әйтеүенсә, беҙҙең аудиояҙманы ҡат-ҡат тыңлаған, ихлас ҡыуанған. Беҙ, мәктәп коллективы,  Мазһар Насип улына  үҙе тере саҡта йөрәк һүҙебеҙҙе әйтә алдыҡ, шөкөр. Мәңге рәхмәтлебеҙ уға!

Гүзәл БИКМӘТОВА әҙерләне.

Баймағы, Икенсе Этҡоло йөрәге түрендә булды
Баймағы, Икенсе Этҡоло йөрәге түрендә булды
Баймағы, Икенсе Этҡоло йөрәге түрендә булды
Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас