Һаҡмар
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ИЖАДИ ЙӘЙҒОР
29 Июнь , 20:50

Аҫыл ташлы муйынсаҡ. Хикәйә

– Нисек оноттоң һин уны? Бөтә район геүләне... – Вәсилә, шаҡ ҡатып аптырап, башҡаларға күҙ йүгертте. – Донъя тар, шундай тар! Бына бит... – Донъя тар ғына булһа – бер хәл. – Сабира Шакировна башын күтәрҙе. – Ул – ҡуласа. Ә ҡуласа, өйләндереп килеп, бер баҫа. Туй... ахыры... булмаҫ.

Аҫыл ташлы муйынсаҡ. Хикәйә
Аҫыл ташлы муйынсаҡ. Хикәйә

Беренсе тапҡыр ултырҙаш булырға тура килгәнгә күрә, хужалар ҙа, ҡунаҡтар ҙа бер-береһенән тартыныбыраҡ өҫтәл тирәләй урынлашты, һый мул әҙерләнгән. Хужабикә, Нәфисә ханым, һөнәре буйынса врач-терапевт, үҙе ултырып та тормай тиерлек: өҫтәлгә әле береһен, әле икенсеһен ҡуя, йөҙөндә – ҡәнәғәт йылмайыу, бар булмышы – алсаҡлыҡ, йыраҡтан килгән ҡунаҡтарҙың кәйефе ҡырылып ҡуймаһын, тигән кеүек, һаҡсыл-ихтирамлы мөғәмәлә.

Ире, иллене уҙған, сәстәренә һирәк-һаяҡ сал төшә башлаған мыҡты кәүҙәле, йәшкелт-һоро күҙле, ҡуйы ҡара ҡашлы Динислам, ҡатынынан айырмалы рәүештә, аҙ һүҙле. Ҙур бер ойошмала бухгалтер булып эшләй. Кәсебенә күрә холҡо микән, бәлки, теле асылырлыҡ кимәлгә етә алмайыраҡ ултырыуылыр. Әммә уның килеш-килбәтенән, ҡунаҡтар яғына һирәк-һаяҡ ташлаған ҡарашынан, нескә билле рюмкаларға эсемлекте айырыуса бер диҡҡәт менән һалыуынан уның да хәл-ваҡиғаларҙың ошондай үҫеш алыуына ҡәнәғәт икәне һиҙелә.

Хәл-ваҡиғалар, тигәндәй, мәжлес юҡҡа ойошторолмаған. Өҫтәлдең бер башында пар күгәрсен кеүек ултырған ике йәш кеше – егет һәм ҡыҙ – сәбәпсе быға. Медицина академияһының бишенсе курсында икеһе бер төркөмдә уҡый Гөлфиә менән Иршат.

Гөлфиә һәм Иршат. Ябай дуҫлыҡтың мөхәббәткә әйләнгәненә ни заман... Нәфисә ҡыҙының һөйләүе буйынса, Иршатты нәҡ бына шундай итеп күҙ алдына килтерә ине лә: буйсан, ҡаҡса, ҡыр танаулы, үткер ҡарашлы, еңел һөйәкле. Ҡыҫҡаһы, кино актеры. Балаң – бауыр итең һайлаған икән, артистай матур булмаһа ла яратыр инең, әлбиттә. Ә был – ҡыҙҙар бәғерен өҙҙөрөрлөк егет шул. Гөлфиә лә сибәр. Кәүҙә – ҡойоп ҡуйғандай. «Ҡыҙың, Нәфисә, артистка булыр, ахыры. Күҙ теймәһен, бигерәк һылыу!» – тиерҙәр ине әхирәттәре. Юҡ, Гөлфиә әсәһенең юлын һайланы. Тыуа-тыуғандан дауалау тураһында хәбәр тыңлап, үҫә төшкәс, медицина буйынса китаптар уҡып, Нәфисә ханымдың йәшәү рәүешен яҡын күрҙе, өйрәнде һәм... үҙенеке итте. Быға, әлбиттә, һикһән йәше тулғансы дауаханала рентгенолог булып эшләгән Сабира ҡартәсәһе лә булышлыҡ итмәй ҡалманы. Гөлфиә ҡартәсәһе Сабиранан, бәлки, күберәк тә алғандыр. Ҡартатаһы үлгәндән һуң Сабира Шакировна күңелен ейәнсәренә баҫты. Ата-әсәһе эштән бушамаған һәр ғаиләләгесә, ҡыҙыҡай, асылда, ҡартәсәһе ҡарамағында үҫте. Уйнаған уйынсыҡтары – ҡурсаҡ пациент, шприцтар, ампулалар, таблетка ла бинт... Гөлфиәгә ҡартәсәһе аҙым һайын: «Атанан күргән уҡ юна, инәнән күргән тун бесә. Ҡыҙ бала өсөн инәнән өйрәнгәне – ярты институт. Өйрән!» – тиер ине. Күрше подъезда айырым йәшәй Сабира ҡартәсәһе. Өҫтәл башындағы буш ҡәнәфи – уның өсөн ҡалдырылған урын. Нишләптер килеп етә алмай ята. Гөлфиә генә белә был һуңлауҙың сәбәбен: ул өйөнә парикмахер саҡыртҡан. Бөтә саҡта ла бик теүәл Сабира ҡартәсәһе һуңлай икән, тимәк, быға парикмахер ғәйепле. Ул ваҡытында килмәгән.

Йәштән үҙен бик ҡупшы, ыҫпай тотоп күнеккән табип бындай бәҫле (берҙән-бер һәм яратҡан ейәнсәре кейәүгә сыға!) мәжлескә һөнәр оҫтаһы яһаған прическаһыҙ килеүҙе килештермәйҙер...

Был – танышыу мәжлесе. Икенсе төрлөрәк, боронғосараҡ әйтһәң, ҡыҙға ҡоҙалыҡҡа килгәндәр. Иршаттың ата-әсәһе Гөлфиәнекенән күп булһа биш-алты йәшкә йәшерәктәрҙер. Иршат – хәс атаһы, һуйған да ҡаплаған. Заман исемле был ир ҙә табип икән. Мөләйем аҡ йөҙлө, тәпәшерәк буйлы, һәр саҡ йылмайып торған ҡатыны Вәсилә лә табип.

– Ике табиптан табип тыуа инде, – тине Вәсилә ханым, иренә ялт итеп ҡарап алып, – икәү инек, Алла бирһә, дүртәү булырға торабыҙ.

– Эйе, эйе, бирһен Хоҙай, – тип йөпләне буласаҡ ҡоҙағыйын Нәфисә ханым. – Ейәндәребеҙ булып, улар ҙа шул юлдан китһә, потомственный табиптар булабыҙ.

Шунда ҡыҙҙың атаһы ла һүҙгә ҡушылды:

– Уже потомственный: Гөлфиә – өсөнсө быуын табип.

Шул һүҙҙе генә көткәндәй, ҡунаҡтар өҫтәл тирәләй ултырған залға кәүҙәһен бик тура тотоп, таяғына һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә таянып, өлкән йәштәге, ләкин бик ыҫпай кейенгән, ҡаҡса аҡһыл йөҙөнә килешле прическалы ханым килеп инде.

– Һаумыһығыҙ? – Ул туп-тура үҙенә әҙерләнгән урынға йүнәлде. – Яҡшы ғына килеп еттегеҙме? Юл арытманымы?

– Рәхмәт, – тиеште ҡунаҡтар. – Машина өсөн алыҫ ара юҡ. Зыйлап килеп еттек.

– Ярай... – ул килене Нәфисәгә ҡайырылып ҡараны. – Һуңлаған өсөн ғәфү үтенәм.

– Ғәфү итмәйбеҙ, штрафной һиңә, – тип йылмайҙы улы Динислам.

– Ярай, улым, әсәң бер һуңлаған икән... Һинең отчет менән ултырған саҡтарыңда... Тотош мәжлес һине көтөп, һинһеҙ үтеп китә. – Ул инде ҡоҙа-ҡоҙағый тейешле кешеләр яғына ҡарап алды. – Һөйләшә, аңлаша торһондар, тинем. Тыуҙырған, үҫтергән сабыйыңдың ниндәй ғаиләгә барыуы мөһим, бик мөһим мәсьәлә.

– Ҡурҡмағыҙ, – Вәсилә ханым йәнәшәһендә ултырған тағы бер парҙың ҡатын затлыһының беләгенә еңелсә ҡағылып алды. – Бына – Нәзифә. Бикәс булғанына егерме биш йыл. Ҡурҡынысмы мин, Нәзифә?

– Еңгәй тип тә уйламайым, һин миңә туған апайым кеүек ул. Бына Ғәзиз дә шуны әйтер, – Нәзифә, күп һөйләп ташламаныммы тигән кеүек, иренә ҡараны. Ире Ғәзиз башын ултырғаны бирле тәүгә күтәрҙе.

– А Васька слушает да ест. Балыҡ тәмле. Килгәндә бер күл аша үттек. Был...

– Шунан, шунан... – Динислам, ҡунаҡтарҙы һөйөндөрә алыуына шатланғандай, һүҙ ҡыҫтырып ҡалырға ашыҡты. – «Балыҡлы». Күлдең исеме шулай.

Ҡыҫтатып, наҙланып ҡына, ҡунаҡ, етмәһә, буласаҡ ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ ырыҫын белеп кенә, тағы бер-икене күтәрҙеләр. Аҙлап ҡына салаттарҙан ауыҙ иттеләр. Ҡаҡлаған ҡаҙ, ҡаҙы киҫәктәренә лә сират әкренләп еткәндер – улар ҙа тәрилкәләрҙә иреп юғалғандай кәмей башланы.

Табындың төп ризығы бишбармаҡ килеүгә, башта ятһынып, сит кешеләр кеүек ултырған ҡунаҡтар ҙа, хужалар ҙа асыла төштө. Баҙау, ҡаушау кәмене. Бишбармаҡ килер алдынан ирҙәр тартырға, ҡатын-ҡыҙ үҙҙәренә генә билдәле «хәбәр сәфәре»нә сыҡты. Сабира Шакировна ла яҙылды. Үҙ ғүмеренә ул тәрбиәле, зыялы әҙәмдәр менән мәжлестә аралашыуҙы яратты. Оҡшаны, ахыры, уға буласаҡ ҡоҙалары. Нәфисә килене быны ҡарсыҡ алдындағы фужерҙың икенсегә бушауынан аңланы. Компания күңеленә хуш килмәһә, шарапты ул ауыҙына ла алмай. Кешеләргә лә, коллегаларына ла талапсан булды ҡарсыҡ. Алтмыш йылдан ашыу бер урында эшләп ялға киткәненә лә – ике генә йыл. Нәфисә унан ҡурҡты ла, ихтирам да итте. Тора-бара был гәлсәрҙәй саф күңелле, ғаиләһе, ейәндәре өсөн йәнен бирергә әҙер ҡатынды яратты ла. Хәҙер, ҡәйнәһе олоғайғас, уға ҡарата ниндәйҙер балаға ҡараған кеүегерәк наҙ ҙа барлыҡҡа килде. Хатта ире Динислам әсәһенә турараҡ бәреп, ҡатыраҡ әйтһә, Нәфисәнең үҙ йөрәгенә энә ҡаҙалғандай:

– Сеү, Динислам, әсәйең булыр кәрәк әле һиңә, – ти ул бындай саҡта иренә. – Ҡәйнәм кеүек ҡатындарҙы «ерҙең тоҙо» тиҙәр.

– Тоҙҙоң тәмен һин беләһең инде, – ти ире. – Һин уның менән күберәк аралашаһың.

Иренең нимәгә төрттөргәнен Нәфисә яҡшы аңлай: йәшерәк саҡта ҡәйнәһенең тура һүҙе, төртмә теле уны аҙ илатманы...

– Үткәнгә – Салауат, – ти Нәфисә бындай саҡта. – Тоҙ үҙенең сифатын юйһа – яндырмаһа, әсеттермәһә – унан ни ҡала? Халыҡтың иманы бит улар, ҡәйнәм кеүектәр...

Бына шулай йәшәнеләр киленле-ҡәйнәле Нәфисә менән Сабира. Гөлфиәгә лә был тәрбиәнең һипкене эләкте. Ейәнсәрен нисек кенә яратһа ла, урыны-урыны, ваҡыты-ваҡыты менән саҡҡыламай ҡалманы ҡартәсәһе.

Бәлки, шуғалыр ҙа Гөлфиә, әхирәттәрем тарта тип, тәмәкегә үрелмәне, әхирәттәрем кейә тип, кендеген күрһәтеп, йә кендектән шәйлә аҫҡа төшөрөп салбар кеймәне.

– Минән «архаизм», – тип көләләр. – Гөлфиә ҡартәсәһенә үпкәләгәнен белдерергә булды бер. – «Музей экспонаты», тиҙәр.

– Тәкә көҫәгән кәзәләр генә ҡойроғон күтәрә, балам. Буласаҡ табип – һин быны белергә тейешһең, – яуап шундай булды.

Сабира ҡәйнәһенең быуатҡа яҡын ғүмерендә ни генә үҙгәрмәне лә, ни генә юғалманы – мәгәр ул үҙенсә ҡалды. Күптәр өсөн ул үҙе хәҙер – музей экспонаты.

* * *

– Әйҙәгеҙ, өҫтәлгә яҡынлағыҙ. Бишбармаҡты һыуытмайыҡ. – Нәфисәнең ихлас саҡырыуына ҡунаҡтар ҙа, хужалар ҙа урындарына йүнәлде. Яңы һуйылған һарыҡ итенән бешерелгән аштың еҫе танауҙы ярып инеп килә. Динисламға ла шәйлә йән ингән:

– Әйҙәгеҙ. Бына борос, ҡорот...

– Динислам, һин рюмкаларҙы ҡара, – Нәфисә Динисламға буласаҡ кейәүҙең дә, уның ата-әсәһенең дә оҡшауын иренең хәрәкәттәренә, йөҙөнә сыҡҡан һиҙелер-һиҙелмәҫ йылмайыуына, әҙерәк ҡаушағанда өҫкө ирененең тартышыбыраҡ ҡуйыуына ҡарап белә. – Бишбармаҡ аҫтында ҡалдырайыҡ, – ул үҙе лә фужерға үрелде.

– Әйҙә, ҡәйнәм, берҙе күтәрәйек. Бәлки, «Уйыл»ың ды ла һуҙып ебәрерһең...

– «Уйыл»ды мин... моңланған саҡта... һуҙам. – Ул йәштәргә йылмайып ҡараны. – Ә һеҙгә ҡарап, шатланғы килә. Шатланғанда... бейеге килә. Шулай түгелме?

– О ҡартәсәй! – Гөлфиә уны иңбашынан ҡосаҡланы. – Туйҙа мотлаҡ бейетәбеҙ һине!

– Туй... – бөтәһе лә ҡалаҡҡа үрелде. Сабира Шакировнаның ҡарашы ғына бер нөктәлә ҡатып ҡалды. – Туй...

Бишбармаҡҡа йомолған халыҡ Сабира Шакировнаның ҡарашы бер нөктәлә туҡтағанын да, уның алдындағы ҡалаҡтың ҡыбырлап та ҡуймағанын, тәрилкәһенең тулы килеш мөлдөрәп ултырғанын да шәйләмәне. Ҡарсыҡтың күңелен буласаҡ ҡоҙағыйының асыҡ иҙеүенән күренгән алтын сылбырға тағылған кулон биләне. Баяраҡ ул күренмәгәйне, әле ҡатын, эҫергәнеп, кофтаһын һалған. Ах! Ул кулонды икенселәр менән бутап булһа!

1943 йыл. Сабира – Ташкент ҡалаһында хәрби госпиталдә шәфҡәт туташы. Институттың өсөнсө курсында уҡыған сағында, аҙаҡ уҡыуҙы дауам итеү шарты менән, уны шунда эшкә ебәрҙеләр. Динисламдың атаһы Ғимадислам менән дә улар шунда танышты. Ауыр яраланғайны егет. Сабира уның Башҡортостандан икәнен белгәс, уға тиҙ эйәләште, айырыуса яҡын күрҙе.

Сабира Ташкентта госпиталгә яҡын ғына йәшәгән Мөхәмәтсадиҡ тигән үзбәк бабайында фатирҙа тора ине. Ҡарт, астма менән сирләгәнлектән, айырыуса шәфҡәт туташтарын фатирҙа тоторға тырыша. Сабира уға укол ҡаҙаны, сирҙең көсәйеүенән һаҡларға тырышты. Ҡарт – оҫта ювелир, һуғышҡа тиклем заказға ҡытлыҡ булмаған. Беләҙек, алҡа, йөҙөк кеүек биҙәнеү әйберҙәре яһаған. Һуғыш сыҡҡас, бәндәлә икенсе уй. Төп хәсрәте – аҙыҡ табыу. Сабираның игелегенә яуапһыҙ ҡалғыһы килмәне ҡарттың. Ул үҙендә булған таштарҙан, ҡалған көмөштән тырышып-тырышып ниҙер сүкей башланы. «Их, алтын да булһа... саҡ ҡына алтын», – тине ул бер Сабираға. Ҡыҙ, уйлап та тормаҫтан, ҡулындағы йөҙөгөн сисеп бирҙе: «Ошо алтын микән? Булһа, ал. Һеҙ бит минән фатирҙа торған өсөн бер тин дә алмайһығыҙ. Исмаһам...»

– Мин был әйберҙе, ҡыҙым, һиңә тип яһайым. Ҡулымдан күп затлы әйбер үтте. Донъяға таралды. Береһе лә юҡ үҙемдә. Был – һуңғы эшем. Изге күңелле ҡыҙ һин. Һуңғы эшем, һуңғы һулышым һинең күкрәгеңде биҙәһен.

– Ай, олатай! Ундай затлы әйбергә мин хаҡлы түгел дә!

– Хаҡлыһың. Йөрәгеңдең йылыһы менән һуңғы көндәремде яҡтырттың. Теге иптәш егетеңде килтереп күрһәт. Фатихамды бирәйем.

Ғимадислам госпиталдән сыҡҡас, икәүләп килделәр ҡарт ҡаршыһына. Шунда үзбәк ҡарты Сабираның муйынына ошо кулон кейҙерелгән көмөш сылбырҙы таҡты:

– Алмас – ҡәҙимге таш. Оҫта ҡулына килеп ингәс, ул гәүһәргә әүерелә, – тине оҫта. – Ҡыҙҙар ҙа шулай: яҡшы кешегә барһалар, байбисәгә әүереләләр, яманға эләкһәләр, бисара хәленә төшәләр. Сабира – саф алмас, унан гәүһәр яһау һинең ҡулда, егет.

– Рәхмәт, олатай, – тине Ғимадислам, ҡолаҡтарына тиклем ҡыҙарып. – Васыятың итеп ҡабул ҡылам һүҙеңде.

Яҙ ине. Емеш ағастары ҡотороп сәскә атҡан мәл. Сабираның өҫтөндә – аҡ ерлеккә һандал ҡыҙыл ваҡ сәскәләр төшөрөлгәп ҡыҫҡа еңле ситса күлдәк. Биленән түбән төшөп торған ҡалын сәс толомдары, асыҡ иҙеүенән йә гранат тамсыһылай балҡыған рубин, йә йәш йәшеллеккә төрөнгән яҙғы донъялай аяҙ йәшел хризопраз, йә күктең һәм ерҙең барлыҡ төҫтәрен үҙенә йыйған гәүһәр йә бер, йә икенсе ҡыры менән күҙҙе сағылдыра.

– Матур, эйе бит, – ти Сабира, муйынындағы аҫыл ташҡа ҡарап.

– Һин үҙең дә ошо аҫылташтарға оҡшағанһың, – ти Ғимадислам. – Гәүһәр тамсы кеүекһең һин, Сабира...

Ҡулдар етәкләшкән. Тулҡындарын ашығып-ашығып ҡайҙалыр илткән арыҡ буйлап атланы улар. Өҫкә ҡараһаң, өрөк сәскәләре болото. Ғимадислам һауығып сыҡты, Нәфисәнең ялы. Әгәр егеттең кеҫәһендә кис китәсәк поезд билеты ятмаһа, улар шулай барыр ҙа барыр ине, моғайын.

– Һинең күҙҙәрең хризопразға, ирендәрең рубинға, сикәләрең бынау гәүһәргә оҡшаған.

– Иҫәр, – Сабира бер ҡайғыһыҙ рәхәтләнеп көлә.

– Аҫыл ташлы муйынсағым һин минең!

Сәғәт көндәгенән шәберәк йүгерҙе, поезд ҡуҙғалды.

Поезд Ғимадисламды көнбайышҡа – фронтҡа алып китте.

Һуғыштан һуң Ғимадислам менән өйләнештеләр, бик татыу йәшәнеләр. Башта Фәхрислам, унан Зөбәйлә, шунан Динислам тыуҙы. Фәхрислам буй еткереүгә, Афған һуғышы (хәҙер, кампанияһы, тиҙәр) башланды. Ул шунда ятын ҡалды. Зөбәйлә уҡытыусы һөнәрен һайланы. Урал аръяғында интернат-мәктәптә эшләне. Ҡаланан алыҫ түгел ҙур, данлы күл бар икән. Балаларҙың йәйге ялын шул күл буйында ойошторғандар. Бер бала алыҫҡараҡ йөҙөп киткән, бата башлаған. Зөбәйлә, арлы-бирле генә йөҙәүенә ҡарамаҫтан, баланы ҡотҡармаҡ булып, һыуға ташланған.

Ғимадислам менән Сабира барып еткәндә, Зөбәйләне лә, баланы ла тапҡайнылар. Икеһе лә моргта. Ҡыҙына ун һигеҙ йәше тулған көндө ошо кулонды – аҫыл ташлы муйынсаҡты – бүләк иткәйне ул.

– Ниңә үҙең таҡмайһың, әсәй? – тип һорағайны Зөбәйлә.

– Минең аҫыл таштай балҡыған мәлдәрем үтте, балам, – тине Сабира, ҡыҙының иңбашынан ҡосаҡлап. – Һин йөрөт хәҙер, ҙур үҫтең бит инде. Мин...

– Ә һин, Сабира, минең өсөн һаман Ташкент вокзалында ҡулыңды болғай-болғай поезд артынан йүгергән ҡыҙыҡайһың. – Ғимадислам иренен Сабираның сәстәренә тейгеҙҙе. – Сәстәреңдән дә һаман Ташкент өрөктәре сәскәһенең хуш еҫе килә, аҫыл ташҡайым минең...

«Баламдың шешенеп төҫө боҙолған булһа, муйынындағы кулондан танырмын. Ул кулон донъяла берәү генә», – тип уйлағайны Сабира. Әммә... ҡыҙын сәсенән таныны: муйынында сылбыры бар, ә кулон юҡ ине.

– Ҡәйнәм, аһ-аһ, ниңә ауыҙ ҙа итмәгәнһең ул бишбармаҡтан?!.

– Минең өсөн борсолмағыҙ. – Сабира, көсләп булһа ла, шаярыуға борорға тырышты. – Ашарымды ашағанмын. – Үҙе мәжлестәге хәбәргә ҡолаҡ һалды: һүҙ ни хаҡында, нимә һөйләшәләр... Туйҙың ваҡытын билдәләйҙәр, ахыры, Сабира яйлап аңына килә башланы, хәтерләүҙәр солғанышынан ҡотолорға була башын сайҡаны. Тормошта бөткәнме осраҡлы хәлдәр. Ул күлдең исеме ҡолаҡ төбөндә. Ҡайҙан ғына килмәйҙәр унда. Тулҡын бәреп сығарһа, яр ситенән табып алыуҙары ла бар. Эй әҙәм яҙмыштары...

– Институттан һуң шул ҡалаға ебәрҙеләр һәм шунда ҡалдың инде? – Динислам быны буласаҡ ҡоҙаһынан һораны.

– Шунда, – булды яуап. – Вәсилә – терапевт.

– Ә... һеҙ? – Һорауҙы ҡапыл һүҙгә ҡушылған Сабира Шакировна бирҙе. Ҡарашы үткер, быраулай, сәнсеп йыҡҡандай. Бөтәһе лә һағайҙы, хатта ҡоҙа буласаҡ әзмәүерҙәй ир ҙә ҡаушай төшкәндәй. Был ҡараш төбәлһә, рентгеның ары торһон. Юҡҡамы ни уның дауаханалағы ҡушаматы – «Рентген ҡарсыҡ».

– Мин ни... Моргта. Табип-патологоанатом.

– Алай... Ә егерме йыл элек унда кем эшләй ине?

– Егерме өс, юҡ... Егерме дүрт йыл эшләйем мин унда, – Заман, һүҙен дөрөҫләтеүгә шаһит эҙләгәндәй, ҡатынына ҡараны.

Вәсилә һүҙҙе шундуҡ эләктереп алды:

– Заман Вәхитовичты... бик ихтирам итәләр. Ул бик көслө диагност. Бына улыбыҙ, Алла бирһә, уҡыуын бөтһә, атаһы ҡулы аҫтында тәжрибә туплар, тип торабыҙ. Атаһы юлын ҡыуыр...

– Әсәй, һин допрос алған кеүек һөйләшеп, ҡоҙаларҙы ҡурҡытып ҡуйма. Ишетеп ултыраһыңдыр бер айҙан – туй. Беҙҙең дә, уларҙың да отпуск. Балалар ҙа каникулға ҡайта.

– Алай... – Сабира бер ҡулы менән – таяғына, икенсеһе менән өҫтәл ҡырына тотоноп торорға самаланы ла кире ултырҙы. – Мин һеҙҙең Mopгтa бер булғайным. Балаларҙың атаһы менән...

– Әсәй... әллә ҡасанғыны... Тапҡанһың ваҡыт... – Динислам ризаһыҙлыҡтан сирылған йөҙөн әсәһенә борҙо.

– Бала... – Сабира Шакировна, һауа етмәгәндәй, тәрән һуланы, – бала ҡайғыһын ваҡыт уңалта алмай, Динислам улым.

– Ярай, ярай, – Заман Вәхитович, ҡарт әсә өсөн кисереү һорағандай, ҡарашын Динисламға төбәне. – Беҙ бит табиптар. Мәжлестә лә, өйҙә лә, хатта йоҡлағанда ла шул асылдабыҙ...

– Минең һеңлекәш... күлдә... батып үлде. Һеҙҙең ҡала янындағы күлдә... Бер уҡыусыны ҡотҡарам, тип.

– Ә-ә! Ул уҡытыусы! – Вәсилә, ниҙелер иҫенә төшөрөргә тырышып, иренә ҡараны. – Һин хәтерләйһең уны! Оҙаҡ эҙләнеләр. Таба алмағас, ун ике икмәк бешереп, кәмә менән күл өҫтөнә ырғытып сыҡтылар. Икмәктәр бер урынға йыйылған урындан таптылар... Уҡытыусыны ла, уҡыусыны ла, улар...

– Уныһын мин белмәй инем. – Сабира Шакировна ҡарашын йәнә кулонға төбәне, шунан күҙҙәрен егете менән ни хаҡындалыр шыбырлашҡан Гөлфиә ейәнсәренә күсерҙе, тағы Заманға ҡараны. Ул ашай башлаған бишбармағын ҡалаҡ менән бутай, бутай ҙа бутай, маңлайынан бөрсөк-бөрсөк тирҙәр бәреп сыҡҡан. Бындай саҡта маңлай һалҡын була, йән тире бәреп сыҡҡанда, ул гел шулай була.

– Нисек оноттоң һин уны? Бөтә район геүләне... – Вәсилә, шаҡ ҡатып аптырап, башҡаларға күҙ йүгертте. – Донъя тар, шундай тар! Бына бит...

– Донъя тар ғына булһа – бер хәл. – Сабира Шакировна башын күтәрҙе. – Ул – ҡуласа. Ә ҡуласа, өйләндереп килеп, бер баҫа. Туй... ахыры... булмаҫ.

– Һин нимә? – Динислам һикереп торҙо. Гөлфиә ҡартәсәһе янына ашыҡты, усы менән ҡартәсәһенең битенән тотоп, күҙенә ҡараны:

– Һин бит шаяртаһың? Шаяртаһың бит, өләс?

Ҡәйнәһенең баянан бирле үҙ-үҙенә оҡшамай ултырғанына һыны теймәгән Нәфисә генә ҡымшанманы: белә ул ҡарсыҡты. Нисәмә тиҫтә йылдар килен булыу өҫтөнә бер коллективта эшләнеләр. Сәпкә теймәҫтәйҙе һөйләмәй ҡәйнәһе. Ул үҙ ғүмерендә буш һүҙ һөйләмәне, сәбәпһеҙ кеше рәнйетмәне.

– Мин... бер ни аңламайым, – тине Вәсилә. – Иршат, әллә һин... берәй... – Ул һағайып, яуап көтөп, улына ҡараны.

– Мин үҙем бер ни төшөнмәйем. – Кейәү егете, Иршат, аяғүрә баҫты. – Мин Гөлфиәне... йәнемдәй күрәм!

Заман... Заман Вәхитович кенә өндәшмәй, маңлайынан бәреп сыҡҡан тир бөрсөктәре инде күҙ ҡабаҡтарына төштө, сикәһе буйлап ағын, ап-аҡ күлдәгенең яғаһына тама башланы. Ҡатыны түҙмәне, урынынан торҙо:

– Заман, һиңә ни булды? Һаңғырауландыңмы әллә?

Ҡарт әсә лә шулай уҡ урынынан ҡалҡынды:

– Мин... ҡайтайым инде. Тик... бер һорауым ҡалды һеҙгә, – таяғының осло яғын ул Заманға тоҫҡаны. Кулон менән бергә... ниңә сылбырын да һалдырманың Зөбәйләнең? Затһыҙ тинеңме?

Вәсилә күкрәгендәге гәүһәр, хризопраз, рубин таштарын алтын менән тирәсләп, мөғжизәле һырҙар ярҙамында ҡупшылап эшләнгән кулонға йәбеште:

– Кулон?! Уны бит һин, Заман, көньяҡ кешеһенән һатып алдым, тигәйнең. Мин... – ул, яҡлау эҙләгәндәй, тирә-яғындағыларға ҡараны. – Быны нисек аңларға?

– Атай! – Иршат, ырғып тороп, ҡапыл тышҡа атылды.

...Әле генә ҡояш нуры уйнаған табындың һөмһөрө ҡойолдо. Әйтерһең, аңғармаҫтан килеп сыҡҡан ҡара болот табын өҫтөнә ҡара япма ташланы.

Таңсулпан ҒАРИПОВА.

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас: