Ҡарар "Берҙәм Рәсәй" партияһының "Хәүефһеҙ юлдар" проекты активистары ҡатнашлығында ҡабул ителде. Пушкин һәм Театр урамдары киҫелешендә ике ҙур уҡыу йорто - Өфө дәүләт авиация техник университеты һәм БДМУ урынлашҡан. Көн һайын был урында йөҙҙәрсә студент йөрөй. 2020 йылдың ноябрь аҙағында "Йәш Гвардия" студенттар менән берлектә йәйәүлеләрҙе үткәрә торған юл булдырыу кәрәклеге тураһындағы акция ойошторҙо. Ағымдағы йылдың 5 авгусында күсмә кәңәшмә үтте, светофорҙы урынлаштырыу ваҡыты билдәләнде. Ул 15 сентябрҙә.
Осрашыуҙа университеттарҙың студенттар берләшмәләре етәкселәре, "Берҙәм Рәсәй" ҙең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров, Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Өфө һәм ҡала хакимиәтенең ЮХХДИ вәкилдәре ҡатнашасаҡ.