-2 °С
Облачно
Кисә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Уҡытыусылар көнөнә арналған тантаналы сара үтте. Саҡырылған ҡунаҡтар араһында мәғариф системаһын үҫтереүгә ҙур өлөш индергән педагогтар, шул иҫәптән Баймаҡ районынан вәкилдәр ҙә ҡатнашты: Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицейының музыка уҡытыусыһы Г.А. Аблаева, Баймаҡ полилингваль күп профилле лицей-интернатының математика уҡытыусыһы Н.А. Аллаярова, 1-се мәктәптең техгология уҡытыусыһы Г.Р. Рәхимова, 2-се мәктәптең химия уҡытыусыһы М.С. Ишбулатова, мәғариф бүлегенең методика кабинеты методисы Г.Ф. Иҫәнғолова. Уҡытыусыларҙы һөнәри байрамдары уңайынан ихлас ҡотлайбыҙ! Хеҙмәтегеҙ, сабырлығығыҙ һәм балаларығыҙҙа белемгә ҡыҙыҡһыныу уятыуығыҙ өсөн рәхмәт!