Баймаҡ ҡалаһынан Рәмилә менән Сабирйәндең тормош юлдары бала саҡтан бергә башлана. Дөрөҫ, ғаилә башлығы ике йәшкә олораҡ. Ләкин уларҙың яҙмышы бер һуҡмаҡтан бара. Икеһе лә ҡаланың “Айыуҡай” балалар баҡсаһына йөрөй, һуңынан 3-сө мәктәптә белем алалар.
– Сабирйәнгә кейәүгә сығырмын тип бөтөнләй ҙә уйламай торғайным, – тине Рәмилә Әнүәр ҡыҙы. – Уның ғаиләһе күрше фатирға күсеп килгәс, тәүҙә һаулыҡ һорашып ҡына йөрөнөк. Һуңғараҡ беҙҙең дуҫлыҡ ҙурыраҡ хистәргә әйләнде. Һөҙөмтәлә 1999 йылдың 3 декабрендә өйләнештек. Быйыл ғаилә ҡороп, бергә йәшәй башлауыбыҙға 28 йыл туласаҡ.
Артта ҡалған был йылдарҙа ике йәш йөрәкте тағы ла нығыраҡ берләштереп, бер-бер артлы дүрт бала донъяға ауаз һала.
– Әсәйем яңғыҙлыҡтың бөтә аһ-зарын кисергән кеше, – тине Рәмилә Шәрипова. – Ғаиләһендә яңғыҙ бала булып үҫкән. Атайыбыҙ бик йәшләй генә вафат булып ҡалғас, беҙҙе аяҡҡа баҫтырыу өсөн уға бар тырышлығын һалырға тура килә. Шуға күрә лә ул һәр ваҡыт минең ғаиләмдең ҙур булыуын теләне. “Хоҙай насип итһә, күп итеп бала тап. Яңғыҙ бала яңғыҙ үҫә. Ә мин һинең ғаиләңдең ҙур һәм бәхетле булыуын теләйем. Балаларыңдың береһе лә яңғыҙ үҫмәһен”, – тип һәр ваҡыт әйтә килде. Шуға күрә, мин кейәүгә сыҡҡас, балаларымдың күп булырын алдан уҡ белә инем.
Ысынлап та, Рәмилә Әнүәр ҡыҙының хыялы тормошҡа аша. Шәриповтарҙың ғаиләһендә алты бала - ике ҡыҙ һәм дүрт малай үҫә. Шул иҫәптән икәүһе тәрбиәгә алынған. Бөгөн ҡыҙҙары Айһылыуҙың үҙ ғаиләһе бар. Тормош иптәше Фидан менән Ҡасим һәм Фәриҙә исемле балалар үҫтерәләр. Ҡыҙҙары Гүзәлиә Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлап, Өфөлә эшләй. Улдары Фәрит тә ғаилә ҡорған. Тормош иптәше Амалия менән матур донъя көтәләр. Улдары Эмиль – Башҡорт дәүләт аграр университеты студенты, ә Батыр Салауатта махсус колледжда белем ала. Улдары Арслан - ҡаланың 4-се лицейы уҡыусыһы.
Әйтергә кәрәк, әгәр ҙә ваҡытында Шәриповтар дөрөҫ ҡарар ҡабул итмәһә, был ғаиләләге ике малайҙың яҙмышы бөтөнләй икенсе боролош алған булыр ине. Уларҙың күршеләрендә оло йәштәге бер инәй йәшәгән булған. Ул бәләкәй генә ике ейәнен көткән. Рәмилә һәм Сабирйән уларға һәр ваҡыт ярҙам итеп торған. Малайҙар ҙа уларға тартыла. Рәмилә Әнүәр ҡыҙы, кәрәк булһа уларҙы ашатып та, өҫ-баштарын да йыуып, таҙалап торған. Кейемдәре булмаһа, балаларыныҡын биргән, яңыһын да һатып алған. Инәйҙең сәләмәтлеге насар булыуы сәбәпле, ул йыш ҡына дауаханала ятҡан. Ундай көндәрҙә малайҙар Шәриповтарҙың ҡарамағында булған. Ә инде ул вафат булғас, Батыр менән Эмиль дә юғалған. Шәриповтар уларҙы берәй туғандары алғандыр, моғайын, тип уйлай. Ләкин яңылышалар.
Бер көн уларға район хакимиәтенең попечителлек һәм опека бүлеге хеҙмәткәрҙәре килә һәм, күрше малайҙарҙы үҙ ғаиләгеҙгә тәрбиәгә алмаҫһығыҙмы икән, тип ҡыҙыҡһына. Был ваҡытта уларҙың өлкәне һаулығына бәйле сәбәптәр менән - интернатҡа, ә бәләкәсе балалар йортона урынлаштырылған була. Белгестәрҙең был тәҡдиме буштан ғына яңғырамай. Район хакимиәтенең балиғ булмағандар эше буйынса комиссия, попечителлек һәм опека бүлеге, депутаттар социаль яҡтан хәүефле булып һаналған күршеләренең йәшәйешен даими контролдә тотҡан була. Шул ваҡытта уҡ Шәриповтарҙың уларға һәр яҡлап ярҙам күрһәтеүҙәрен яҡшы белә. Әлбиттә, Шәриповтарға ҡарар ҡабул итеү еңелдән булмай. Ғаилә советы йыйып, кәңәшләшәләр. Үҙҙәренең балалары Батыр менән Эмилгә ярҙам итәсәктәрен белдерә. Шулай итеп, Шәриповтарҙың ғаиләһенә тағы ла ике бала өҫтәлә.
– Йәшермәйем, тәүҙә ауыр булды, – ти Рәмилә Әнүәр ҡыҙы. – Бер-беребеҙгә өйрәнеп китеүгә ваҡыт талап ителде, характерҙар ҙа төрлө. Ләкин бер аҙҙан балалар беҙгә, беҙ уларға өйрәнеп, йәшәп алып киттек. Бөгөн күрше малайҙары, үҙ балаларыбыҙ кеүек.
Рәмилә Әнүәр ҡыҙы – баҫҡан ерендә осҡон сәсрәтеп, энергияһы ташып торған ханым. Алдына алған эште һуңғыға ҡалдырмай, шунда уҡ башҡарып ҡуйырға ярата. Ә инде ғаилә башлығы Сабирйән – тап уның ҡапма-ҡаршыһы. Нимәлер эшләр алдынан: “Тәүҙә уйлайыҡ әле, нисек килеп сығыр икән”, – тип ашыҡмау яғын ҡарай. Фәҡәт шундай ҡапма-ҡаршы характерлы булғандары өсөн дә улар бер-береһен тулыландырып, матур ғүмер итә.
Рәмилә Шәрипова балалар поликлиникаһында шәфҡәт туташы булып эшләй. Изге йөрәкле ханымға әсәйҙәр генә түгел, уның асыҡ йөҙөн күреп, изге йөрәген тойоп, балалар ҙа тартыла. Ул йәмәғәт эшендә лә әүҙем ҡатнаша. Баймаҡ районы буйынса ғаиләләренә бала алып тәрбиәләүселәрҙең “Өмөт” клубы етәксеһе булып тора. Бергә улар тәжрибәләре менән уртаҡлаша, кәңәшләшә. Килеп сыҡҡан хәл-ваҡиғаларҙы хәл итеү юлдарын эҙләйҙәр. Рәмилә Әнүәр ҡыҙы район ҡатын-ҡыҙҙар советы президиумы ағзаһы ла булып тора. Үҙе кеүек ун ике гүзәл ханым менән ауыр тормош һынауы алдында ҡалған ҡатын-ҡыҙҙарға, ғаиләләргә ярҙам итә.
Шәриповтар сәләмәт тормош алып бара. Спорт ярыштарында, төрлө конкурстарҙа һәр ваҡыт ихлас ҡатнашалар. Уларҙың яулаған уңыштары өсөн тапшырылған миҙалдар, кубоктар, Рәхмәт хаттары, Грамоталар үҙе бер музейҙы хәтерләтә.
Балаларын һәр яҡлап үҫтерергә бар тырышлығын һалған Рәмилә Шәрипова районда беренселәрҙән булып 2024 йылда Рәсәй Федерацияһының “Әсәлек даны” ордены менән бүләкләнә. Бынан тыш ул шундай уҡ награданы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тарафынан да ала. 2022 йылда республика ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе Гөлнур Ҡолһаринаның ҡулынан “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” ордены менән бүләкләнә.
Шәриповтарҙың ғаилә бәхетенең сере бик ябай.
– Тәү сиратта үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе асыҡламау һәм балалар алдында һүҙгә килмәү, – тине Рәмилә Әнүәр ҡыҙы. – Сөнки ул араларҙың һыуыныуына килтерә. Ғаиләлә иреш-талашты күреп үҫкән балаларҙың күңеле ҡата, улар беҙҙең өсөн борсола башлай. Шуның менән психикалары боҙола. Икенсенән, балалар үҫеп, таралып китеп бөткәс тә, улар менән яҡын мөнәсәбәтте һаҡлау мөһим. Алыҫта булһалар ҙа ата-әсәнең таянысын, йөрәк йылыһын тойорға тейештәр. Шылтыратышып тороу, смс-хәбәрҙәр ебәреү, фотолар менән уртаҡлашыу – быларҙың барыһы ла ғаиләләге мөнәсәбәтте нығытыуға булышлыҡ итә. Милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлауға ҙур иғтибар бирәбеҙ. Киләсәк быуын ата-бабаларын онотмай, шәжәрәне белеп үҫергә тейеш. Ә инде бергә Яңы йылды ҡаршылау, тыуған көндәрҙе билдәләү күптән инде ғаиләбеҙҙең матур йолаһына әйләнгән.
Баймаҡ ҡалаһының һоҡланғыс ғаиләһе - Шәриповтарҙың үҙ балалары эргәһенә тағы ла ике малайҙы тәрбиәгә алып, улар менән йөрәк йылыһын бүлешеп, тейешле белем һәм тәрбиә биреп йәшәүҙәре күптәргә өлгө булырлыҡ.
Лилиә ТАКАЕВА.