Төҙөк ауылдар, күркәм ихаталар районыбыҙ йәме, бәҫе. Ошондай биләмәләрҙе, уларҙа йәшәүсе тырыш, берҙәм халыҡты, өлгөр хужаларҙы күтәреү, данлау маҡсатында йылдың-йылы конкурс ойошторолоп килә Темәс ауылы биләмәһендә.
"Сәскәләр тормош биҙәгҽ, гөл-сәскәлҽ баҡсалар ауылым йәмҽ!" - тип атала был конкрус. Уны Темәс модель китапханаһы һәм Темәс тарихи- мәҙәни үҙәге тарафынан 2023 йылдан алып үткәрелә. Конкрустың төп маҡсаты - ауылымды матурлау , уңған сәскә үҫтереүселәрҙе берләштереү, билдәләү һәм бергәләп матурлыҡ , изгелек менән яңы үрҙәр яулау. Йылдың йылы был сараға яңы сәскә яратыусыларҙың ҡушылыуы һәм ауылымдың уңған сәскә үҫтереүселәрҙең йылдың - йылы артыуы бик ныҡ ҡыуандыра .
"Йорт хужаһының тырышлығы, хужабикәнең уңғанлығы ҡапҡаны асып инеү менән күҙгә ташлана, бар ерҙә тәртип. Бөгөн ауылды йәмләүсе иң күркәм йорттарҙың ,матур сәскәле баҡсаларҙың күбәйеүе, дәртле , уңған хужа һәм хужабикәләрҙең доньяларын күреп , үҙебеҙгә йәшәүгә дәрт алып ҡыуандыҡ",- тип билдәләнеләр бер тауыштан жюри ағзалары Марат Юлай улы , Миңзәлә Рәсүл ҡыҙы, Рәмзиә Нурислам ҡыҙы , Сәғирә Тәфтизән ҡыҙы һәм Миңзифа Әхмәҙулла ҡыҙы .
Ә бына уларҙың баҡсаларына ҡарап, матурлыҡтың юҡтыр сиктәре, тип һоҡланаһың.
Ниндәй гҽнә сәскә -гөлдәр юҡ уларҙа.Ауылда яңы сорт сәскәләрҽ лә иң бҽрҽнсҽ ошо уңған баҡсасыларҙа үҫә башлай.Хатта картуф баҡсаһына ла уратып сыҡҡансы сәскәләр ултырҡан сәскә һөйөүселәр булыуы һоҡландыра.Ниндәй тырышлыҡ,уңғанлыҡ талап итә ошо хҽҙмәт. Ошо уңған хужабикәләрҙең баҡсаһын ожмах утрауына тиңләп була.Яңы төр сәскәләр,ҡыуаҡтар күҙҙҽң яуын ала.
Сәскәләр баҡса йәмҽ гҽнә түгҽл,ә тормош биҙәгҽ.Донъяла гөл-сәскәләрҙән дә матурыраҡ, наҙлыраҡ нимә юҡтыр. Сәскәләр – нәфислек, шатлыҡ, бәхет һәм мөхәббәт символы, рухландырыу һәм илһамландырыу сығанағы. Сәскә,гөлдәр яратҡандар бына шундай матурлыҡ булдырып ,тирә -яҡҡа йәм бирә .
Ә күҙ яуын алырҙай сәскәләрҙе кем яратмай икән? Беҙҙең Темәс ауылындала сәскә яратыусылар, йорт тирәһендә сәскә үҫтереүсе хужабикәләр бик күп. Быйылғы конкруста ҡатнашырға бөтәһе 40 кеше теләк белдерҙе. Ошо матурлыҡты тыуҙырыусы һәм яратыусы Темәс ауылынан Раушания Батыр ҡыҙы төрлө сәскәләр менән һатыу итеү магазин хужаһы төрлө ,матур сәскәләр үҫтереү менән оҙаҡ йылдар ныҡлы шөғөлләнә.
Сәскәләрҙе бала саҡтан яратам. Тәүҙә петуниялар ғына үҫтерҙем. Зәһәр матур сәскәләр булғас, орлоҡтарын һатып алдым. Вегетатив, бәрхәт, ампель, ҡыуаҡлы һәм башҡа төр петуниялар үҫә. Бөгөнгө көндә иң яратҡан сәскәләрем петуния ,гортензия һ.б. Сәскәләр ҙә наҙ тулы һөйөү ярата. Уларҙы ла бәпәй кеүек наҙлап, һөйөп үҫтерергә, тәрбиәләргә кәрәк. Бының өсөн үҙем дә үҫешәм, тәжрибә туплайым, интернет селтәрҙәрендә мәғлүмәт ҡарайым" - тине үҙ эшен яратҡан хужабикә .
Сәскәләр менән бер нисә йыл шөғөлләнәм. Был яратҡан шөғөлөмдә ярҙамсыһыҙ булмай – тормош иптәшем Роберт Изибаев һәр ваҡыт ярҙам итә уларға һауыттарын эшләп бирә,һыу һибешә ҡыйҙарын утарғаярҙам итә.
" Сәскәләр менән булышыу оҡшай. Тир түгеп башҡарған эшеңдең һөҙөмтәһен, күҙ яуын алып ултырған сәскәләрҙе күрһәм, икеләтә шатлыҡ кисерәм. Артабан тағы ла үҫешергә, сәскәләр хужалығымды киңәйтергә ниәтләйем," – - тине сәскә һөйөүсе Гөлдәр Рауил ҡыҙы.
Ниндәй генә сәскә- гөлдәр үҫтермәйҙәр икән ауылыбыҙ ҡатын-ҡыҙҙары!
– Мин сәскәләргә ғашиҡмын. Йәйен – баҡсала, ҡышын тәҙрә төптәрендә үҫтерәм. Бүлмә гөлдәрем дә күп. Иртә яҙҙан тәҙрә төптәрен һәм йортобоҙҙоң буш бүлмәһен тултырып сәскә үҫентеләрен ултыртам, көндәр йылыныу менән тәүҙә теплицама, артабан уларҙы баҡсаға ултыртам. Аҙаҡ матурҡайҙар бер-бер артлы сәскә атып, күңелдәрҙе күтәрә. Сәскәләр минең йәшәү рәүешемә әйләнде, тиһәң дә була. Улар өсөн мин һәр саҡ ваҡыт табырға тырышам. Баҡса үҫтереүҙән ҙур ҡәнәғәтлек алам. Тәҙрә төптәрендәге һәм тыштағы гөлдәр шау-сәскәгә күмелеп ултырмаһа, тормошомдоң бер яғы китек булыр ине. Иң яратҡан сәскәләрем – петуния һәм күп йыллыҡ георгиндар – ти 70 йәшлек Зифа апай Саньярова .
Был конкрусҡа сәскә , матурлыҡ һөйөүсе ир - егеттәрҙең ҡатнашыуы икеләтә ҡыуаныс.
Ғәлләмов Винер Шамил улы бөтә ғүмерен водитель һөнәренә арнаған. Бөгөнгө көндәлә больницала тиҙ ярҙам машинаһында тырышып эшләп йөрөй. Өйҙә буш ваҡытында баҡса,сәскәләр, емеш - еләк менән оҙаҡ йылдар шөғөлләнә.
Тәжрибәле баҡсасы бирелеп китеп гөл-сәскәләр ултыртыу, ҡайҙандыр ҡыҙыҡлы орлоҡтар табырға тырышыу менән мауыға. Мәҫәлән, биш йыл элек һуғандың “Эксибишин” тигән сортын яҙҙырып алып, орлоғон ужымлатып, артабан уны баҡсала айырып үҫтереп ҡарай. Бик уңа, бер башының 800 грамға еткәне лә була! Быйыл сәскәләрҙең , виктория еләктәренең төрлө сорттарын сәсеп баҡсаһынан мул уңыш алған.
Бына шулай һәр минуттың ҡәҙерен белеп, был тормошҡа шатланып, балаларына ҡулдан килгәнсә ярҙам итеп, донъяһын сынъяһауға әйләндереп, сәскәләрҙән дәрт-дарман алып, экологик яҡтан таҙа йәшелсә үҫтереп, экопродукттар әҙерләп, йәштәргә өлгө булып йәшәй Винер һәм Альбина Ғәлләмовтар.
Быйылғы 2026 йылғы конкрус тамам. Конкрусҡа йомғаҡ яһау, еңеүселәрҙе ҡотлау сентябрь айында үткәреләсәк.Өҫтәмә иғлан итербеҙ сәғәтен, ваҡытын. Бөтә матурлыҡҡа ,сәскәләргә битараф булмаған ауылдаштарыбыҙҙы ошо сарала көтөп ҡалабыҙ.Ошондай ҙур конкруста май айынан алып авгусҡа хәтлем ҡатнашҡан һәр бер ҡатнашыусыға , сөнки уларҙың тырышлығы менән быйылда ауылыбыҙ балҡып ,сағыу матур төҫтәргә төрөнөп ултырҙы,шулай уҡ жюри ағзаларына ,уларҙың халыҡты дәртләндереп,конкрусҡа йәлеп иткәндәре өсөн ҙур рәхмәт.Беҙҙең берҙәм хеҙмәт менән тыуған ауылыбыҙ,төйәгебеҙ тағы күркәмләнде.
Тыуған ауыл – бик ҡәҙерле һүҙ ул. Һәр бер кеше үҙенең ауылын, тыуған йортон ярата.
Тыуған ил тыуып-үҫкән ерҙән башлана. Кешегә иң ҡәҙерле ғәзиз әсә, тыуған тупраҡ, иң татлыһы-эскән һыу, иң йылыһы – һине йылытҡан өй, иң күркәме – тыуған өй, тыуған тәбигәт. Үҙ илеңдә, ғәзиз тыуған яғыңда йәшәү үҙе бер бәхет икән