Сосновка ауылында быйыл да футбол байрамы үтте. Быйылғыһы ул Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналды. Эйе, был һүҙҙең ысын мәғәнәһендә, ауыл халҡы өсөн ул ярыш байрамға әүерелде. Унда балалар ҙа, йәштәр ҙә, ололар ҙа, хатта Өфө ҡалаһынан да ҡунаҡтар ҡатнашты.
Турнир бик көсөргәнешле барҙы. Йәштәр үҙҙәренең етеҙлегенә таянһа, ололар тәжрибәләренә ышанды. Барыһы ла үҙҙәренең рух ныҡлылығын, ныҡышмалылығын, еңеүгә ынтылышын күрһәтте. Сәмле һәм зәмле уйынды көйәрмәндәр ҙур алҡыштар, шат тауыштары менән оҙатты. Ә шулай ҙа мәрәй һаны буйынса “Сосновка” командаһы еңеү яуланы. Икенсе урынға Өфөнән килгән ҡунаҡтарҙың “Ләззәт” командаһы сыҡты. Студенттарҙан торған команда – өсөнсө, ә мәктәп уҡыусылары дүртенсе урынды алды.
Ярыш – ярыш ҡына булып ҡалманы, уйнап-көлөп, күңелле сәй табына артында дауам итте. Байрамға йыйылыусылар ҡорбан ашы, тәмле былау, төрлө һый-хөрмәт менән һыйланды.
Спорт байрамын ойоштороуға һәм уҙғарыуға аталы-уллы Ғөбәйҙуллиндар, ауылдың старостаһы, имам-хатип Илдар хажи, Шамонин ҡасабаһынан имам-хатип Рәдиф Ғөбәйҙуллин, Зәйтүнә Рәхмәтуллина күп көс һалды. Үҙҙәре үк бағыусы булып сығыш яһаны.