Һаҡмар
+18 °С
Облачно
Антитеррор
Ғаилә йылы
14 Августа , 09:25

“Әсәйемдең тыуған ауылы – минең дә тыуған ауылым”

– Әсәйем Клара Шәрипованың тыуған ауылы Өмөтбай минең өсөн бик ҡәҙерле, – ти Айнур Фаил улы. – Бала һәм үҫмер саҡтарым, һуңынан йәйге каникулдарым шунда уҙҙы. Өмөтбайҙа миңә һәр кемеһе бик яҡын. Дуҫтарым күп, улар менән бергә үҫтек. Хатта 3-сө класта беренсе семестрҙы улар менән бергә ауылда уҡырға тура килде. Шуға күрә лә, Өфөлә тыуып үҫһәм дә, Өмөтбай ауылын, бәләкәй Ватаным, тип иҫәпләйем. Алыҫта йәшәһәм дә, йыл да ҡайтып торорға тырышам. Ауыл халҡының тормошон даими күҙәтеп барам. Мөрәжәғәт иткәндәргә ярҙам итергә тырышам...

Айнур Хәйбуллин Өфө ҡалаһында тыуып үҫкән. Мөхәмәт Исҡужин исемендәге башҡорт лицейында белем ала. Бәләкәйҙән мәҙәниәтте, спортты үҙ итеп үҫә. Теүәл фәндәрҙе яҡшы белгән егет Өфө дәүләт авиация-техник университетына уҡырға инә һәм уны уңышлы тамамлай. Һуңынан оҙаҡ йылдар төҙөлөштө проектлау өлкәһендә эшләй. Тәүҙә ике йыл Төмән ҡалаһында йәшәй. Һуңынан ғаиләһе менән илебеҙҙең баш ҡалаһы Мәскәүгә күсә. Тормош иптәше Йәмилә менән Мәликә һәм Ибраһим исемле балалар үҫтерәләр.

Бөгөн Айнур Хәйбуллин уңышлы эшләп килгән эшҡыуар. Әүҙем һәм сәләмәт тормош алып барыу яҡлы. Бигерәк тә йәмәғәт һәм спорт өлкәһен үҙ итә. Шулай уҡ мәрхәмәтлелек һәм хәйриә проекттарында ихлас ҡатнаша.

– Әсәйем Клара Шәрипованың тыуған ауылы Өмөтбай минең өсөн бик ҡәҙерле, – ти Айнур Фаил улы. – Бала һәм үҫмер саҡтарым, һуңынан йәйге каникулдарым шунда уҙҙы. Өмөтбайҙа миңә һәр кемеһе бик яҡын. Дуҫтарым күп, улар менән бергә үҫтек. Хатта 3-сө класта беренсе семестрҙы улар менән бергә ауылда уҡырға тура килде. Шуға күрә лә, Өфөлә тыуып үҫһәм дә, Өмөтбай ауылын, бәләкәй Ватаным, тип иҫәпләйем. Алыҫта йәшәһәм дә, йыл да ҡайтып торорға тырышам. Ауыл халҡының тормошон даими күҙәтеп барам. Мөрәжәғәт иткәндәргә ярҙам итергә тырышам.

Айнур Хәйбуллин үҙенең бәләкәй Ватаны тип иҫәпләгән Өмөтбай ауылын, халҡын яҡын күрә. Йәшәү өсөн көс-дәрт биргән төйәгенә ярҙам итеү маҡсатында ул “Атайсал” проектына ҡушыла. Уға ярашлы, ике йыл эсендә урындағы мәктәпкә спорт ҡорамалдары һәм музыка аппараты бүләк итә.   

– Минеңсә, һәр кем үҙенең тыуған яғын, уға шәхес булып үҫергә ярҙам иткән төйәген оноторға тейеш түгел, – ти ул. – “Атайсал” проекты быға булышлыҡ итә. Бының менән беҙ йәмғиәтебеҙҙе үҫтереүгә ярҙам итәбеҙ. Илебеҙҙә барған мөһим ваҡиғаларға һәм үҙгәрештәргә үҙ өлөшөмдө индерә алыуым менән бәхетлемен. Һәр кемгә “Атайсал” проектында ҡатнашырға тәҡдим итәм. Тыуған еребеҙҙе үҙебеҙ ҡарамаһаҡ, ситтән бер кем дә килеп, беҙҙең өсөн эшләмәйәсәк. Бер-беребеҙгә ярҙам итеп, матур тормошта йәшәйек. Туған телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе ҡәҙерләп, һаҡлап, балаларҙа уларға ҡарата һөйөү тәрбиәләү өҫтөндә бергә эш алып барайыҡ.

Әйткәндәй, Йәмилә һәм Айнур Хәйбуллиндар Мәскәүҙә Башҡортостан вәкиллеге тарафынан ойошторолған барлыҡ сараларҙа ла ихлас ҡатнаша. Мәҙәни, спорт ярыштары уларһыҙ үтмәй. Айнур Фаил улы төрөк һәм инглиз телдәрен яҡшы белә. Шул уҡ ваҡытта балаларының үҙ туған телдәрен белеп үҫергә тейеш, тип һанай. Шул сәбәпле, уларҙы Башҡортостан вәкиллеге тарафынан һәр шәмбе ойошторолған башҡорт теле дәресенә йөрөтәләр. Үҙҙәре лә бергә йырҙар, шиғырҙар өйрәнә. 

Тыуған ауылым, тыуған төйәгем тип йән атҡандар арабыҙҙа күп. Тап шундай изге йөрәкле кешеләр менән көслөбөҙ. Ә инде әсәһенең тыуған ауылын изге төйәк, үҙенең бәләкәй Ватаны итеп ҡабул иткән Айнур Хәйбуллинға һоҡланмау мөмкин түгел.

Лилиә ТАКАЕВА.

“Әсәйемдең тыуған ауылы – минең дә тыуған ауылым”
“Әсәйемдең тыуған ауылы – минең дә тыуған ауылым”
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас