Районда ҡасандыр гөрләп торған, әммә бөгөн юҡҡа сыҡҡан ауылдар бар. Ләкин уларҙа йәшәп киткән халыҡ тыуған тамырҙарын онотмай, әленән-әле тәүге тәпәй баҫҡан, ата-бабаларының төйәк иткән ерҙәренә ағыла. Шул сәбәпле, улар быуындар бәйләнеше өҙөлмәһен, йәштәр үҙ тамырҙарын белеп үҫһен өсөн Шәжәрә байрамдарын ойоштора. Күптән түгел шундай мәртәбәле сараларҙың береһе Ибраһим-Күктүбә ауылында үтте. Ул Байыш менән Ишмөхәмәт ауылдары араһында ултырған булған.
Тамырҙары Ибраһим ауылына барып тоташҡандар “Быуындар сылбыры өҙөлмәһен” тип аталған байрамға йыйылды. Был сараға Нотфулла, Төхвәтулла, Сәфиулла һәм Зиннәтулла Сөләймәновтарҙың балалары йыйылды. Шәжәрәне ойоштороуға һәм алып барыуға Байыш ауыл китапханасыһы, ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Наилә Сөләймәнова күп көс һалды.
1850 йылда Ибраһим (Күктүбә) ауылына нигеҙҙе Йомаш һәм Әптекәй яҡтарынан күсеп килгән Йосоп исемле уҙаман һалған. Ул ғаиләһе менән Купец кисеүе эргәһендә төбәкләнгән. Уның Ибраһим, Ильяс тигән улдары булған. Төйәк иткән урындары торфлы булып, бер көн уларҙың бөтә донъяһы янып китә. Шул сәбәпле, улар Купец кисеүенән ике километр тирәһе көнъяҡҡараҡ күсеп ултыра һәм был ауылға Ибраһим исеме бирәләр.
Ибраһимдың ҡустыһы Ильяс был ерҙәрҙе үҙһенмәй. Шуға күрә, ике тапҡыр урман яҡтарына күсеп китеп, бер аҙҙан кире ҡайтып йөрөгән. Бер урындан икенсеһенә күсеп йөрөгәнгә ағаһы Ибраһим уны ”сегән” тигән. Ауылда Ибраһимдың балалары ғына йәшәгән булғанлыҡтан уларҙа аралар исеме булмаған. Ә бына ҡустыһы Ильястың араһын “сегәндәр” тип атап йөрөтә башлағандар. Улар ҙа башҡалар кеүек үк, ер эшкәрткән, мал аҫраған, ҡарындыҡ тәҙрәле таш өйҙәрҙә көн күргән. Был ара ике фамилияны йөрөтә – Сөләймәновтар һәм Таштимеровтар.
Шәжәрә байрамына Сөләймәновтар ғаиләһенән һикһәнгә яҡын кеше йыйылды. “Сегәндәр” араһынан иң олоһо булған Нуретдин Нотфулла улы беренсе булып һүҙ алып, байрамды уҙғарыуға фатихаһын бирҙе. Артабан Күктүбә балалары ауылының тарихы, хеҙмәт кешеләре, арҙаҡлы шәхестәре тураһындағы хәтирәләре менән уртаҡлашты.
Ибраһим ауылы 1960 йылдарҙа перспективаһыҙҙар иҫәбенә индерелә. Шул йылда медпункт ябыла. Һуңынан малсылыҡ фермаһы Байышҡа күсерелә. 1968 йылда башланғыс мәктәп тә эшләүҙән туҡтай. Эш булмағас халыҡ төрлө тарафтарға күсеп китергә мәжбүр була. Байыш ауылында Ибраһим урамы барлыҡҡа килә. Шулай итеп, 130 йыллыҡ тарихы булған Ибраһим ауылы юҡҡа сыға.
“Сегәндәр” араһынан бик күп абруйлы кешеләр сыҡҡан. 1941 йылдың 22 июнендә Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ата-олатайҙарҙың хәрби традицияларына тоғролоҡ һаҡлап, сегәндәр араһынан дүрт ир-егет һуғышҡа китә. Әғзәм Сибәғәт улы Сөләймәнов һуғышта батырҙарса һәләк була, Кираметдин Нотфулла улы хәбәрһеҙ юғала, ә инде Нотфулла Шәһимгәрәй улы үҙенең улы Имаметдин менән тыуған яҡтарға имен-һау ҡайтып төшә.
Төхвәтулла Сибәғәтулла улы Сөләймәнов ҡыҫҡа ғына ғүмеренең (53 йәшендә вафат була) 25 йылында етәксе булып эшләй. Күкрәген “Почет билдәһе”ордены, ”Өлгөлө хеҙмәте өсөн” миҙалы биҙәй. Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғас, ил етәксеһе Сталиндың имзаһы ҡуйылған Почет грамотаһы менән бүләкләнә. Маһинур инәй һәм Төхвәтулла олатай Сөләймәновтар өс ҡыҙға ғүмер бирә. Өлкән ҡыҙы Миңнур апайға 90 йәш. Әлеге ваҡытта ул Сибай ҡалаһында йәшәй. Миңнур Төхвәтулла ҡыҙының 2011 йылда Сибай ҡала типографияһында “Йәшлегем һағыштары” исемле шиғырҙар йыйынтығы донъя күрҙе. Уртансы ҡыҙы Фәниә Ҡарамалы ауылында йәшәне. Тормош иптәше Әширәф менән алты бала тәрбиәләне.
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы исеменә лайыҡ булған Римма Төхвәтулла ҡыҙы Сөләймәнова оҙаҡ йылдар Йылайыр урта мәктәбендә эшләне. Туған теле, халҡым, мәҙәниәтем, тип арабыҙҙың янып йөрөгән иң сағыу йондоҙҙарының береһе ине. Беҙҙең хәтерҙә ул мәңге һаҡланасаҡ. Уның эшен, уйҙарын, маҡсаттарын дауам итеүсе берҙән-бер улы Вилүр Йәмил улы Әхмәтов әлеге көндә Өфө ҡалаһында йәшәй, иҡтисад фәндәре кандидаты, доцент.
Сәфиулла Абдулла улы йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән. Уңған, етеҙ, үҙенә генә түгел, башҡаларға ла үтә талапсан була. Тура һүҙле, әсе теле арҡаһында “халыҡ дошманы” булып китә. “Сталинды әрләне” тигән ялған ялыу менән уны ун йылға себергә һөргөнгә оҙаталар. Ауылда ҡатыны Бибикамал һәм ике улы Рәшит менән Рәис ҡала. Себер тарафтарында немец ҡыҙы Ольгаға өйләнә. Өс улы тыуа: Юра, Синьор, Володя. Ауылдағы ҡатыны вафат булғас, 1959 йылда ул ғаиләһе менән тыуған яғына ҡайта.тың бер ҡасан да етемлектә, аслыҡта үҫтем, тип зарланғаны булманы. Миңлебикә исемле һылыу менән ғаилә ҡороп, өс ир балаға ғүмер бирәләр. Рәшит Сәфиулла улы - Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, III дәрәжә Дан ордены кавалеры. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн күп Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ була. Өлкән улы Мөхтәр ҡатыны Наилә менән Байыш ауылында йәшәй. Икенсе улы Илгиз (мәрхүм) ғаиләһе менән Сосновка ауылында төпләнә, кесе улы Булат (мәрхүм) Байышта йәшәне. Рәйес Сәфиулла улы ғүмер буйы Сосновка ауылында малсылыҡта эшләне. Ҡатыны Мөбинә менән ете балаға ғүмер бүләк итте. Юра - Юлай Сәфиулла улы Сибай ҡалаһында йәшәне. Ҡатыны менән ике ул үҫтерҙеләр. Володя - Вәлит Сибайҙа йәшәне, тормош иптәше менән ике ҡыҙ тәрбиәләнеләр, улар Өфөлә төпләнгән. Улдары Синьор - Зиннур атай нигеҙендә ғүмер итеп, баҡыйлыҡҡа күсте.
Нотфулла Шәһимгәрәй улы ҡатыны Шәмсиә менән ете балаға ғүмер бирә. Ике улы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Нотфулланың оло ҡыҙы Ғәлиә Сибай ҡалаһында йәшәне. Тормош иптәше менән ете бала үҫтерҙеләр. Ҡыяметдин Нотфулла улы тыуған ауылында тороп ҡала. Ҡатыны Хәлиҙә апай, Юлыҡ ауылы ҡыҙы, Күктүбәнең тәүге уҡытыусыларының береһе. Улар ете бала тәрбиәләп үҫтергән. Кесе улдары Кирам атай йортонда ғүмер итә. Ҡатыны Зилә менән өс балаға ғүмер бирҙеләр. Улдары Арслан махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Фазлетдин Нотфулла улы Сөләймәнов Бәләбәй ауыл хужалығы техникумын тамамлай. “Йылайыр” совхозында - механик, Темәстә - хәүефһеҙлек техникаһы буйынса инженер, Баймаҡта ДРСУ-ла баш механик булып эшләне. Уның ҡатыны Рауза апай ҙа Күктүбә мәктәбенең тәүге уҡытыусыларының береһе. Ул 1967 йылға тиклем эшләй. Ошо йылда мәктәп ябылыуға дусар була. Улар дүрт бала үҫтерҙе. Нуретдин Нотфулла улы Сөләймәнов Баймаҡ ауыл хужалығы техникумын тамамлай. Һуңынан йүнәлтмә буйынса уны Хәйбулла районына - агроном, ә ҡатыны Мәҙинәне зоотехник итеп эшкә ебәрәләр. Оҙаҡ йылдар Хәйбуллала йәшәйҙәр, һуңынан Байыш ауылына күсеп ҡайталар. Уртансы ҡыҙы Сәриә Нотфулла ҡыҙы Байыш ауылы егете Солтанкәримгә тормошҡа сыға. Дүрт балаға ғүмер бирәләр. Улы Юнир ҡатыны Зәлифә менән Байыш ауылында йәшәй. Уларҙың өс балаһы Себер яҡтарында ғүмер итә. Нотфулла Сөләймәновтың кесе ҡыҙы Фәүзиә бөгөн Темәс ауылында йәшәй. Ул биш бала әсәһе. Ҡыҙы Гөлдәр Нурулла ҡыҙы Темәс мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Зиннәтулла Сибәғәтулла улы Сөләймәнов һуғыштан бронь менән ҡалған була. Ул тракторсы ҡатын-ҡыҙҙар бригадаһын етәкләй. Ҡатыны Мәхмүзә менән биш балаға - дүрт ҡыҙға, бер улға ғүмер бирәләр. Яңылбикә Зиннәтулла ҡыҙы Байыш ауылында төпләнгән. Бәләкәстән һауынсы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Өс баланы аяҡҡа баҫтырып, уларға белем биреп, тормош юлына сығарҙы. Улы Сабир тыуған төйәгенә тоғро ҡалып, мәктәптә балаларға белем бирҙе. Ғәйзулла Зиннәтулла улы атай нигеҙендә йәшәп баҡыйлыҡҡа күсте. Ҡатыны Венера менән дүрт баланы аяҡҡа баҫтырҙылыр. Төп йортта бөгөн улы Илдар, ҡыҙы Гөлдәр йәшәй. Сәрүәр Зинәтулла ҡыҙы тормош иптәше Әширәф менән Сосновкала йәшәне, биш ир бала үҫтерҙеләр. Ғәйниямал Зиннәтулла ҡыҙының ҡыҙы Гөлшат Сөләймәнова ла беҙҙең байрамдың шаһиты булды. Ул Өфө ҡалаһында йәшәй. Улы Зиннур Фәрит улы - Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
“Сегәндәр” араһының иң ололарынан һаналған Нуретдин Нотфулла улына – 86, Миңнур Төхвәтулла ҡыҙына - 90, Яңылбикә Зиннәтулла ҡыҙына 86 йәш ине. Уларға иҫтәлекле бүләк тапшырҙыҡ.
Ҡаҙандар аҫылды, матур һый табыны әҙерләнде. Байрам милли уйындар менән үрелеп барҙы. Балалар өсөн айырым күңел асыу саралары ойошторолдо. Төрлө спорт ярыштары үтте. Был тәңгәлдә Сабир Ҡадир улына һәм Резеда Һөйөндөк ҡыҙына рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ. Байрамдың башынан алып аҙағына тиклем Рәмзиә Әминева, Рәсүл Әбүбәкиров, Илнур Сөләймәнов, Сабир Зәйнуллин баянда йырлатып, бейетеп туғандарҙың күңелен күтәрҙе.
Байрамды ойоштороп, алып барыусыларға ла рәхмәтемде белдергем килә. Мөхтәр һәм Заһит Сөләймәновтар, Юнир Хәсәнов байрам алдынан Күктүбәләге ҡоҙоҡто таҙалап, эргә-тирәһен тәртипкә килтерҙе. Бирлеһаҙ буйына 2023 йылда өҫтәлдәр, эскәмйәләр ҡуйылғайны. Ошо уҡ йылда стела яңыртылды, ҡоҙоҡ кәртәләнде. Тәүге стела 1987 йылда уҙған «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы уңайынан тамыры Күктүбәнән булған Марат Брәлин тарафынан ҡуйылды.
Ваҡыт үтә. Ергә яңы быуын килә. Тормош дауам итә. Тик быуындар сылбыры өҙөлмәһен! Тамырҙарығыҙҙы онотмағыҙ, туғанлыҡ сылбырын һаҡлағыҙ. Бына шундай теләктәр менән йышыраҡ осрашып торорға һүҙ ҡуйышып таралышты Сөләймәновтар.
Наилә Сөләймәнова,
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Байыш ауылы.
Беҙ – сегәндәр!
Актүбә менән бутамағыҙ,
Беҙ бөгөн Күктүбәлә!
Шәжәрә байрамын үткәрәбеҙ,
“Сход цыган” тип көлһәк тә.
Йыйылды бөгөн йәше-ҡарты,
Бер тоҡом әғәйнәләр.
Йәмғиәттә – Сөләймәновтар,
Үҙ ара бит – сегәндәр.
Борон-борон замандарҙа,
Ильяс бабабыҙ беҙҙең,
“Туда-сюда” күсеп йөрөгән,
Гиҙгән Урал ерҙәрен.
Шуға ла Ибраһим ағаһы
“Сегән” тип исем таҡҡан.
Шунан ҡалған был ҡушамат
Быуаттар аша аҡҡан.
Бөгөн шул сегәндәрҙең
Оло йыйыны, туйы!
Күктүбәне яңғырата
Сөләймәновтар туйы.
“Ромалы”ла, “Барон”ы ла
Юҡ бында, кәрәкмәй ҙә.
Башҡорт уландары беҙ бит,
Ут уйнай йөрәктәрҙә.
Ат уйнатып, ҡанат ҡағып,
Ил гиҙгән тамырҙарыбыҙ.
Сәфиулла ҡартатайҙан
Ҡалған бит намыҫыбыҙ.
Ҡартатамдың рухы шаттыр,
Күктүбә гөрләп тора.
Сөләймәновтар нәҫеле
Мәңгелек тарих ҡора!
Раушания Мөхтәр Сөләймәнова (Мәләүез ҡалаһы).