Һаҡмар
+29 °С
Облачно
Антитеррор
Ғаилә йылы
12 Августа , 05:35

Ҡояш ҡыҙы Миләүшә

Миләүшә иртәнсәк әхирәте менән бергә эшкә барырға автобус туҡталышына килеп баҫа. Ә уныһы шунда ауылдаш егетен осрата. Фәнис Усманов себерҙә эшләп, тыуған ауылы Сыңғыҙға ялға ҡайтып барған була. Ҡыйыу егет шунда уҡ һылыу ҡыҙҙың телефонын ала һәм: “Һин миңә оҡшаның,  кәләшем буласаҡһың”, - тип белдерә. Уның һүҙҙәрен Миләүшә шаяртыу тип ҡабул итә. Ләкин Фәнис һүҙендә тора. Дүрт ай осрашып йөрөгәндән һуң, тәҡдим яһай. Был ваҡытта Миләүшә лә ялға ауылға ҡайтҡан була. Фәнис Усманов шылтыратып: “Өйҙәһеңме? Хәҙер әсәйемдәр менән апайҙарым һеҙгә бара, һинең ҡулыңды һорарға”, – ти. Шулай итеп, йәш ғаилә барлыҡҡа килә. Тәүҙә улар Магнитогорск ҡалаһында йәшәй. Әммә күп тә үтмәй, ғаилә Сыңғыҙға әйләнеп ҡайтып төпләнә.

Миләүшә Усманова Ишбирҙе ауылында тыуып үҫкән. Атаһы мәрхүм булғас, әсәһе балалары менән Сәйғәфәр ауылына күсеп ҡайта. Юлдыбай һөнәрселек училищеһында уҡып администратор, программист һөнәрен ала. Һуңынан ул Өфөгә килеп, эшләй башлай. Тап шунда ул буласаҡ иптәше Фәнис Усманов менән осраша.

Миләүшә иртәнсәк әхирәте менән бергә эшкә барырға автобус туҡталышына килеп баҫа. Ә уныһы шунда ауылдаш егетен осрата. Фәнис Усманов себерҙә эшләп, тыуған ауылы Сыңғыҙға ялға ҡайтып барған була. Ҡыйыу егет шунда уҡ һылыу ҡыҙҙың телефонын ала һәм: “Һин миңә оҡшаның,  кәләшем буласаҡһың”, - тип белдерә. Уның һүҙҙәрен Миләүшә шаяртыу тип ҡабул итә. Ләкин Фәнис һүҙендә тора. Дүрт ай осрашып йөрөгәндән һуң, тәҡдим яһай. Был ваҡытта Миләүшә лә ялға ауылға ҡайтҡан була. Фәнис Усманов шылтыратып: “Өйҙәһеңме? Хәҙер әсәйемдәр менән апайҙарым һеҙгә бара, һинең ҡулыңды һорарға”, – ти. Шулай итеп, йәш ғаилә барлыҡҡа килә. Тәүҙә улар Магнитогорск ҡалаһында йәшәй. Әммә күп тә үтмәй, ғаилә Сыңғыҙға әйләнеп ҡайтып төпләнә.

Усмановтар, йәш ғаилә булараҡ, “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” программаһында ҡатнашыуға кәрәкле документтар тапшыра. Күп тә үтмәй, 1 млн 800 мең һум дәүләт ярҙамы алалар. Был аҡсаға улар ҙур һәм яҡты йорт һалып инә. Уңған, тырыш ғаилә артабан да донъяларын бөтәйтеү өсөн шәхси хужалыҡты үҫтереү программаһында ҡатнашырға ҡарар итә. Теләгәндәре тормошҡа аша. Ике тапҡыр был дәүләт ярҙамын файҙаланып, мал һатып алалар. Бөгөн уңған хужабикә уның ағын эшкәртеп, баҙарға һатыуға сығраа.

– Ҡалала эшләп йөрөп тә, Фәнискә кейәүгә сығып, ауылға ҡайтып төпләнгәнемә үкенмәйем, – тине Миләүшә Ринат ҡыҙы. – Теләк булғанда, ауылда ла аҡса эшләргә була. Эйелһәң, селекте лә, еләкте лә аҡсаға әйләндерергә мөмкин. Ауылда ҡатын-ҡыҙҙарға ғына түгел, ир-егеттәргә лә эш юҡ. Шуға күрә иптәшем вахта ысулы менән Силәбе өлкәһендә эшләргә мәжбүр.

Уңған ҡатын, ысынлап та, бер генә минут та буш ултырмай. Йыл әйләнәһенә йыйыған емеш-еләген дә һатып ебәрә. Күп итеп ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Үҙе кеүек уңған ҡатын-ҡыҙҙарҙы туплап, ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәргә хужалыҡтарында ярҙам итеүҙе ойоштора. Миләүшә ханым бешеренеүгә лә оҫта. Заказ буйынса икмәк, булка изделиелары бешерә. Бигерәк тә уның ҡомалаҡтан ғына бешкән әсе икмәктәренә һорау ҙур.

– Ғүмер буйы өләсәйемдең: “Ҡояш менән бергә тор, ҡояш менән бергә ят”, - тигән кәңәшен тотоп йәшәйем, – тине Миләүшә Ринат ҡыҙы әңгәмәне дауам итеп. – Ул үҙе лә шундай принцип менән йәшәне. Уның күңел байлыҡтары менән үҫтем. Шуға күрә лә башҡорт халыҡ йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен хөрмәт итәм. Балаларым да дин һәм иман юлын белеп үҫә. Ошо тәңгәлдә уҙған конкурстарҙа ҡатнашалар. Улым Хәсән үҙе өсөн генә аят уҡып, доғалар ҡыла. Иптәшем ситкә йөрөп эшләгәс, ул минең беренсе ярҙамсым. Өлгөрә алмай ҡалһам, һыйырын да һауа, тәмле итеп бешерергә лә ярата. Ҡалған балаларым да хеҙмәтте белеп үҫә.

Усмановтар ғаиләһендә дүрт бала тәрбиәләнә. Улдары Хәсән 9-сы класҡа барасаҡ. Ҡыҙҙары Гөлбикә Баймаҡ полилингваль күп профилле лицей-интернатында белем ала, 6-сы класс уҡыусыһы. Ҡыҙҙары Мәликә урындағы мәктәптең 2-се класына барасаҡ. Ә улдары Батырханға әле өс кенә йәш. Әле ул балалар баҡсаһына йөрөй.

Матур һәм татыу ғаиләгә бәхетле тормош теләп, балаларының ата-әсәйҙәрен ҡыуандырып,  имен-аман үҫеүҙәрен теләйбеҙ.

Лилиә ТАКАЕВА.

Ҡояш ҡыҙы Миләүшә
Ҡояш ҡыҙы Миләүшә
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас