Һаҡмар
+18 °С
Облачно
Антитеррор
Ғаилә йылы
12 Августа , 10:25

Бер һуҡмаҡтан алты тиҫтә йылдан ашыу бергә

Шәмси ауылында тыуып үҫкән Әхмәтсафа Юнысбаев дүрт йыл буйы фашизмға ҡаршы көрәшә. Немецтар баҫып алған ерҙәрҙә балаларҙың күҙ йәшен, үлемен күреп, шуға күңеле рәнйегән яугир: “Ошо һуғыштан иҫән-имен ҡайтырға насип булһа, өй тултырып балалар үҫтерәсәкмен”, - тип үҙ-үҙенә һүҙ бирә. Һәм ул һүҙендә тора ла. Тыуған яҡтарына ҡайтҡас та Мәмбәт ауылынан һуғыш йылдарында 46-сы ат заводында ат ҡараусы булып эшләгән Хәмиҙә Әбүбәкироваға өйләнә. 1946 йылдың сыуаҡ август айында тәүге балалары - ҡыҙҙары донъяға ауаз һала. Уға яратып “Миңсара” тип исем ҡушалар. Һуғыштан һуң тыуған, бөтә ауыл менән көтөп алынған беренсе бала була ул. Шуға ла һөйкөмлө ҡыҙҙы бөтәһе лә үҙ итә, уны алмаш-тилмәш күтәреп, иркәләп-һөйөп яраталар, балаһыҙ ҡатындар хатта өйҙәренә алып ҡайтып көтөр булған...

Сәйғәфәр ауылынан Миңсара һәм Йыһанур Раймановтарҙың тормош һуҡмағынан бергә атлауҙарына 63 йыл. Был дәүер эсендә уларға шатлығын да, хәсрәтен дә күп күрергә тура килә. Ә шулай ҙа һынауҙар алдында юғалып ҡалмай, йәшлек хистәренә тоғро ҡалып, матур итеп балалар үҫтереп, гөрләтеп донъя көтәләр.   

Сәстәренә сал ҡунған, тормоштоң әсеһен дә, сөсөһөн дә татыған, йәшәү тәжрибәһе туплаған, әле лә сибәрлеген ташламаған Миңсара Әхмәтсафа ҡыҙы быйыл үҙенең 80 йәшлек оло юбилейын билдәләгән. Уның ата-әсәһе Бөйөк Ватан һуғышы осорон кисергән кешеләр. Шәмси ауылында тыуып үҫкән Әхмәтсафа Юнысбаев дүрт йыл буйы фашизмға ҡаршы көрәшә. Немецтар баҫып алған ерҙәрҙә балаларҙың күҙ йәшен, үлемен күреп, шуға күңеле рәнйегән яугир: “Ошо һуғыштан иҫән-имен ҡайтырға насип булһа, өй тултырып балалар үҫтерәсәкмен”, - тип үҙ-үҙенә һүҙ бирә. Һәм ул һүҙендә тора ла. Тыуған яҡтарына ҡайтҡас та Мәмбәт ауылынан һуғыш йылдарында 46-сы ат заводында ат ҡараусы булып эшләгән Хәмиҙә Әбүбәкироваға өйләнә. 1946 йылдың сыуаҡ август айында тәүге балалары - ҡыҙҙары донъяға ауаз һала. Уға яратып “Миңсара” тип исем ҡушалар. Һуғыштан һуң тыуған, бөтә ауыл менән көтөп алынған беренсе бала була ул. Шуға ла һөйкөмлө ҡыҙҙы бөтәһе лә үҙ итә, уны алмаш-тилмәш күтәреп, иркәләп-һөйөп яраталар, балаһыҙ ҡатындар хатта өйҙәренә алып ҡайтып көтөр булған...

Атаһының һүҙе тәңренең “Әмин!” тигән сағына тура килгәндер: Шәмсел ауылында төпләнгән Юнысбаевтар ғаиләһендә бер-бер артлы тағы ун бер бала донъяға килә. Һөйөп-һөйөлөп үҫкән Миңсара бала саҡтан кесе туғандарын тәрбиәләүҙә, атай-әсәһенә йорт эштәрендә булышыуҙа ярҙам күрһәтеп үҫә. Бәләкәй һеңле-ҡустыларын атларға ла, сәстәрен тарап-үрергә лә, Һаҡмарҙың көмөш һыуында йөҙөргә лә өйрәтә ул. Был хәстәре атай-әсәйҙәре баҡыйлыҡҡа күскәс тә дауам итә. Әле лә Миңсара апай кесе туғандарына терәк һәм таяныс. Кәрәк саҡта аҡыллы кәңәштәрен биреп, һәр береһенә ярҙам итергә тырыша. Улары ла оло апайҙарына ҡәҙер-хөрмәт күрһәтә.

Миңсара апай ун һигеҙ йәше тулғас, Ислам ауылы егете Йыһанур Раймановҡа кейәүгә сыға. Йәш ғаилә тәүҙә Ислам ауылында йәшәй, һуңынан Сәйғәфәргә күсеп килә. Икеһе лә малсылыҡ тармағында фиҙаҡәр хеҙмәт өлгөһө күрһәтә. Миңсара апай мал аҙығы әҙерләй, быҙау ҡарай, һауынсы, колхоздың ашханаһында ашнаҡсы булып та эшләй. Өҫтәүенә, физик мөмкинлеге сикләнгән ҡәйнәһен дә матур итеп тәрбиәләп, һуңғы юлға оҙата.

Ғаилә башлығы Йыһанур Хәсән улы ла һуғыш осоро балаһы. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда уға ни бары бер генә йәш була. Шунлыҡтан ул аслыҡты ла, яланғаслыҡты ла күреп үҫә. Әсәһе көнөн төнгә ялғап, ғүмер буйы колхоз эшендә була. Һуңынан һис көтмәгәндә имгәнеп ҡуя. Күп тә үтмәй, атаһының һуғышта һәләк булыуы тураһындағы “ҡара ҡағыҙ” килә. Атайһыҙ ҡалған ир балаға бик бәләкәстән генә колхоз эшенә егелергә тура килә. Тәүҙә “Һаҡмар” колхозында шофер, артабан “Баймаҡ” совхозында малсы булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Шулай итеп, һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙың йөгөн үҙ иңдәренә алып, илебеҙҙең иҡтисадын күтәреүгә бөтә көсөн һалған өлкән быуын кешеләре ул  - Миңсара һәм Йыһанур Раймановтар. Икеһе лә фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн күп Почет грамоталарына, Маҡтау ҡағыҙҙарына, ҡиммәтле бүләктәргә лайыҡ булған.

Раймановтар  алты балаға ғүмер бүләк итә – Наил, Данил, Фарил, Рәил, Шәһит һәм Гүзәл. Улар үҙҙәренең матур өлгөһөндә балаларын да эшсән, намыҫсан, тәртипле итеп тәрбиәләп, үҙ аллы тормош юлына баҫтыра. Бөгөн улар һигеҙ ейән-ейәнсәрен һөйгән бәхетле ҡартәсәй-өләсәй менән ҡартатай. Иман юлын үҙ итеп, биш намаҙында ла улар ҡәҙерлеләренә изге теләктәр теләп, доға ҡыла. Иң өлкән улдары Наил - мәктәп автобусында водитель, Фарил менән Шәһит вахта ысулы менән төҙөлөштә эшләй. Рәил менән Гүзәл, олоғайған ата-әсәһенә ярҙам итеп, улар менән бергә йәшәй. Данил улдары – махсус хәрби операция яугиры.

– Әсәйебеҙ беҙҙең өсөн – матурлыҡ, ә атайыбыҙ фиҙаҡәр хеҙмәт өлгөһө. Икеһе ла донъя көтөргә бик маһир, – ти улар хаҡында балалары. –Әсәйебеҙҙең ҡомалаҡҡа бешергән икмәген ашап туйғыһыҙ. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, әле лә гөл-сәскәләр тәрбиәләп үҫтерергә ярата. Улар йыш ҡына балаларын, туғандарын үҙ эргәләренә йыйып, аят үткәрәләр. Ауыл мәсетенә йөрөп, әүҙем тормош менән йәшәйҙәр.

Лайыҡлы хеҙмәт юлы үткән ветерандар Миңсара Әхмәтсафа ҡыҙы менән Йыһанур Хәсән улы заман ауырлыҡтарына бирешмәй, бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Ауылдың йәме, күрке булған шәхси йорттарын гөл-сәскәгә күмеп, баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтереп, унан мул уңыш алып донъя көтә. Күпләп ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Уларҙың тормошо – ғаилә ҡиммәттәре, уңғанлыҡ һәм бер-береңә булған тоғролоҡ өлгөһө.

Лилиә ТАКАЕВА.

Фото:

 

 

 

Бер һуҡмаҡтан алты тиҫтә йылдан ашыу бергә
Бер һуҡмаҡтан алты тиҫтә йылдан ашыу бергә
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас