Һаҡмар
+18 °С
Облачно
Антитеррор
Ғаилә йылы
12 Августа , 04:00

"Башҡорт булыуым менән ғорурланам"

Башҡортостандан Санкт-Петербург ҡалаһында һәм Ленинград өлкәһендә йәшәгәндәрҙе һәм шулай уҡ төрлө уҡыу йорттарында белем алған студенттарҙы берләштереү. Кәрәк булған саҡта бер-беребеҙгә ярҙам итеү. Бергә булһаҡ көслөрәк булырбыҙ, тип уйлайбыҙ. Әммә тыуған еребеҙҙән алыҫта булғанлыҡтан, тыуған яҡтар, телебеҙ һағындыра. Бергә йыйылһаҡ, башҡортса һөйләшәбеҙ. Шуға күрә халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын, мәҙәниәтен онотмау, һаҡлау һәм үҫтереү йәһәтенән төрлө саралар ойошторабыҙ. Әле беҙҙә “Ирәндек” фольклор һәм “Наза” бейеү ансамблдәре эшләй. Башҡорт фольклор ансамблен үҙем етәкләйем. Йырҙарҙы ҡыҙҙар менән кәңәшләшеп, бергә һайлайбыҙ. Ҙур сәхнәләрҙә сығыш яһайбыҙ. Аллаға шөкөр, ҙур байрамдарҙа һәр ваҡыт ҡатнашабыҙ. Әле бына августа уҙасаҡ фестивалгә саҡырыу алдыҡ. 

Сосновка ауылында тыуып үҫкән Гөлназ Ибраһимова бөгөн Санкт-Петербург ҡалаһында йәшәй. Ул илебеҙҙең төньяҡ баш ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайын етәкләй. Ҙур йәмәғәт эше алып бара. Бөгөн “Һаҡмар” ҡунағы”нда алыҫ яҡтарҙан ҡайнар сәләмдәрен ебәреүсе Гөлназ Ибраһимова булыр.

– Гөлназ Хәләф ҡыҙы, үҙегеҙ менән таныштырып үтһәгеҙ ине.

– Әсәйем Шүлкә ауылынан, атайым – Белореттан. Икеһе лә ҡара урман үҫкән төбәктән. Бәлки, шуғалыр ҙа, улар ҡола яланды һайлап, Сосновка ауылына килеп төпләнгән. Ғаиләлә беҙ биш бала үҫтек. Әлеге ваҡытта ситтә йәшәйбеҙ. Әммә тыуған яғыбыҙға йыш ҡына ҡайтып торорға тырышабыҙ.

– Ә нисек Санкт-Петербург ҡалаһына барып сыҡтығыҙ?

– Тормош иптәшем Динар Мөхәмәт улы ла Сосновканан. 8-се класта уҡығанда дуҫлаша башлағайныҡ. Һуңынан өйләнешеп, ғаилә ҡорҙоҡ. Мин тәүҙә ауылда мәктәптә, балалар баҡсаһында, клуб мөдире булып ете йыл эшләнем. Санкт-Петербург ҡалаһына эш эҙләп тәүҙә иптәшем килеп урынлашты. Һуңынан балалар менән мин дә барҙым. Мин үҙем мәктәптә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй башланым. Төп һөнәрем буйынса БДУ-ның Сибай институтында сит телдәр һәм башҡорт теле һәм әҙәбиәте факультетын тамамланым. Быйыл Өфө ҡалаһындағы Башҡортостан Республикаһы Башлығы янындағы Башҡорт дәүләт хеҙмәте һәм идаралығы академияһының дәүләт һәм муниципаль идаралығы бүлеген бөтөп, ҡулыма диплом алдым. Иптәшем техниканы бик яҡшы белә. Күп йылдар алыҫ араларға йөрөгән водитель булып эшләне. Былтыр ул да юғары уҡыу йортон тамамлап, диплом алды. Хәҙер үҙенең һөнәре буйынса механик булып эшләй.

Бөгөн беҙ бик бәхетле өләсәй менән ҡартатай. Ҙур ейәнсәребеҙгә 1 йәш тә 3 ай, ә ейәнебеҙгә 1 йәш тә 2 ай. Ҡыҙҙарыбыҙ Элина менән Эльмира ла Санкт-Петербургта төпләнде.

Беҙгә ҙур ғаилә оҡшай. Үҙем дә өс ағайым, апайым менән үҫтек. Бергә ҡатышып йәшәйбеҙ. Санкт-Петербургҡа килһәләр, һәр ваҡыт ишегебеҙ асыҡ. Матур итеп ҡаршылап, үҙебеҙҙең ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ буйынса ҡунаҡ итәбеҙ. Табынға һәр ваҡыт бишбармаҡ ҡуябыҙ. Үҙебеҙ ҡайтһаҡ та улар өсөн көтөп алынған ҡунаҡбыҙ.

– Гөлназ Хәләф ҡыҙы, һеҙ, Санкт-Петербург ҡалаһы һәм Ленинград өлкәһе башҡорттарының Ҡоролтай рәйесе ...

– Мин 2021 йылдан Санкт-Петербург ҡалаһы һәм Ленинград өлкәһе башҡорттарының Ҡоролтай рәйесе  итеп һайланылар. Башҡортостандан бында өс меңдән ашыу кеше йәшәһә, шуларҙың яҡынса йөҙ илленән ашыуы Ҡоролтай ағзаһы булып тора. Әйтергә кәрәк, беҙҙә башҡорттар ғына түгел, ә башҡа милләттән булған яҡташтар ҙа бергә тупланған.

– Һеҙҙең ойошмаға ниндәй бурыстар һалынған?

– Башҡортостандан Санкт-Петербург ҡалаһында һәм Ленинград өлкәһендә йәшәгәндәрҙе һәм шулай уҡ төрлө уҡыу йорттарында белем алған студенттарҙы берләштереү. Кәрәк булған саҡта бер-беребеҙгә ярҙам итеү. Бергә булһаҡ көслөрәк булырбыҙ, тип уйлайбыҙ. Әммә тыуған еребеҙҙән алыҫта булғанлыҡтан, тыуған яҡтар, телебеҙ һағындыра. Бергә йыйылһаҡ, башҡортса һөйләшәбеҙ. Шуға күрә халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын, мәҙәниәтен онотмау, һаҡлау һәм үҫтереү йәһәтенән төрлө саралар ойошторабыҙ. Әле беҙҙә “Ирәндек” фольклор һәм “Наза” бейеү ансамблдәре эшләй. Башҡорт фольклор ансамблен үҙем етәкләйем. Йырҙарҙы ҡыҙҙар менән кәңәшләшеп, бергә һайлайбыҙ. Ҙур сәхнәләрҙә сығыш яһайбыҙ. Аллаға шөкөр, ҙур байрамдарҙа һәр ваҡыт ҡатнашабыҙ. Әле бына августа уҙасаҡ фестивалгә саҡырыу алдыҡ.

 “Наза” бейеү ансамблен Лиана Салихова етәкләй. Ул медицина институтында уҡый. Уның яңғыҙ бейеүҙәре лә бар, йәштәргә лә өйрәтә. Шулай уҡ интернет селтәрҙәренән күңелгә ятҡандарын ҡарап, тематикаһы буйынса тура килгәндәрҙе һайлап өйрәнәбеҙ. 2022 йылда “Наза” ансамбле ағзалары Өфөгә ҡайтып, “Байыҡ” бейеү телевизион конкурсында ҡатнашып, беренсе урынды алды. Был беҙҙең өсөн ҙур ҡыуаныс булды.

– Ә һеҙ ҡайҙа йыйылаһығыҙ?

– Санкт-Петербург ҡалаһының “Милләттәр йорто”нда йәки Ленинград өлкәһенең “Дуҫлыҡ йорто”нда йыйылабыҙ. Уларҙың икеһендә лә беҙгә бушлай шөғөлләнергә, йыйылырға, төрлө саралар уҙғарырға мөмкинлек бирелә. Ошо уңайҙы файҙаланып, Санкт-Петербург ҡалаһы хакимиәтенә, “Милләттәр йорто”, “Дуҫлыҡ йорто” үҙәктәренә рәхмәтемде белдереп үткем килә. Ниндәй генә һорау менән мөрәжәғәт итһәк тә, беҙгә һәр ваҡыт ярҙам итәләр.

– Йәштәр менән ниндәй эштәр алып барыла?

– Ҡоролтай ҡарамағында йәштәрҙе берләштергән “Аманат” ассоциацияһы эшләй. Уның етәксеһе Рәмис исемле егет, ул тау университетында уҡый. Тыуған яҡтарынан айырылып, яңы ғына башлап торған үҙ аллы тормошон дөрөҫ юлдан ебәреү маҡсатында уларҙы үҙ ҡанатыбыҙ аҫтына алғанбыҙ. Бәлки, күптәре беҙҙең ойошманы белмәйҙер ҙә. Бәлки, ваҡыттары етмәйҙер. Уларҙы эҙләп табып, бәйләнешкә сығабыҙ, үҙебеҙ менән таныштырабыҙ. Осрашыуҙарға саҡырып, ойошмаға йәлеп итәбеҙ.

– Башҡортостан Республикаһы һәм Санкт-Петербург араһында бәйләнеш бармы?

– Был тәңгәлдә беҙ бик бәхетле, тип әйтергә кәрәк. Республика Хөкүмәте менән даими бәйләнеш тотабыҙ. Республикабыҙҙа ҡаралған милли проекттар буйынса эштәр беҙҙә лә алып барыла. Берҙәм эш һөҙөмтәһендә йыл да Санкт-Петербург ҡалаһында башҡорт һабантуйы уҙғарабыҙ. Башҡортостандан мәртәбәле ҡунаҡтарҙы ҡыуанып ҡаршы алабыҙ. Быйыл Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев етәкселегендә “түңәрәк өҫтәл” артында фекер алышыуҙар барҙы. Бик тә фәһемле булды ул. Башҡортостаныбыҙ менән бәйләнеш булыуы беҙгә телебеҙҙе, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен онотмауға, уны һаҡлауға этәргес көс бирә. Ошонда уҡ әйтергә кәрәк, беҙгә Башҡортостандан төрлө ансамблдәр, театрҙар труппаһы гастролдәр менән йыш килә.

– Ә башҡа ҡалаларҙа йәшәгән башҡорттар менән бәйләнеш бармы?

– Барлыҡ төбәктәге Башҡортостан ойошмалары менән дә осрашабыҙ. Ә шулай ҙа мәскәүҙәр менән тығыҙ бәйләнештәбеҙ. Башҡортостандың Мәскәү ҡалаһындағы вәкәләттең уполномоченный урынбаҫары, Учалы егете, Басай ауылы кейәүе Иршат Илдус улы Рәхмәтуллин йыш ҡына осрашырға тура килә. Бергә төрлө саралар уҙғарабыҙ. Ике ҡаланың уҡыу йорттарында белем алған студенттар, арҙаҡлы шәхестәр, эшҡыуарҙар менән осрашыуҙар ойошторола.

– Гөлназ Хәләф ҡыҙы, һеҙ махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә лә ярҙам итәһегеҙ.

– МХО башланғандан алып Санкт-Петербург башҡорттары Ҡоролтайы хәлдән килгәнсә булышлыҡ итергә тырыша. Гуманитар ярҙам йыйып ебәрәбеҙ. Бында тормош иптәшем Динар Мөхәмәт улына рәхмәтлемен. Ул үҙе эшләгән предприятиенан кәрәкле әйберҙәрҙе туплап, машина руле артына ултырып, уларҙы яугирҙәргә алып барып тапшыра. Шулай уҡ маскировкалау селтәре үрәбеҙ. Беҙҙең ҡалалағы госпиталдәргә ике аҙнаға бер, кәрәк булһа көн һайын барып торабыҙ. Һабантуй ваҡытында Мәскәү башҡорттары менән дә барып, яраланған яугирҙәргә гуманитар ярҙам тапшырғайныҡ. Ошо көндәрҙә тыуған ауылыбыҙға ҡайтып, һеңлеләр, апай-еңгәйҙәр, инәйҙәрҙең эшен күреп, күңелем тулды. Зәйтүнә Рәхмәтуллина етәкселегендә ирекмәндәр яугирҙәргә күпләп гуманитар ярҙам әҙерләй. Әле улар биреп ебәргән тәмле күстәнәстәрҙе госпиталдә ятҡан яугирҙәргә алып барып тапшырҙыҡ. Өй ризыҡтары: икмәк, сәк-сәктәргә ҡыуандылар. Үҙебеҙ ҙә ауылдан ит алып ҡайтҡайныҡ. Бишбармаҡ, тултырма бешереп алып барҙыҡ. Эйе, госпиталдә тәрбиә яҡшы, һәйбәт ашаталар. Ләкин был бит өйҙән, тыуған яҡтарҙан килгән күстәнәс! Шундай бәләкәй генә иғтибар ҙа уларға әйтеп бөткөһөҙ ҙур ҡыуаныс, көс, йылылыҡ бирә.

– Тыуған яҡтар һағындырмаймы?

– Һағындыра. Йылына бер тапҡыр булһа ла ҡайтып әйләнергә тырышабыҙ. Санкт-Петербургта яҡташтар менән бергә ҡатышып йәшәү һағыныу һағыштарын бер аҙға булһа ла баҫа. Бында ансамблдәрҙә шөғөлләнгән ҡыҙҙарға һәм егеттәргә рәхмәтемде белдергем килә. Бер үҙем бер ни ҙә эшләй алмаҫ инем. Яңғыҙ ағас үҫә алмай бит, тамырының ныҡ булыуы мөһим. Йәштәргә шуны аңлатып, белгәнебеҙҙе уларға тапшырырға тырышабыҙ. Тап улар киләсәкте дауам итеүселәр. Артабан да тыуған еребеҙ менән бәйләүсе арҙаҡлы шәхестәр булыуын теләйбеҙ.

– Күп йылдар ситтә йәшәһәгеҙ ҙә башҡортса матур һөйләшәһегеҙ...

– Ҡайҙа ғына булһам да башҡортса һөйләшергә тырышам. Телемдән бер ҙә оялмайым. Кафела, сауҙа нөктәләрендә булһынмы, рәхәтләнеп башҡортса аралашам. Иптәшем дә, балаларыбыҙ ҙа туған телде яҡшы белә. Ейәнсәрем менән ейәнемде лә үҙебеҙҙең әсә телендә яратып һөйәм. Яҡташтар менән осрашһаҡ та башҡортса аралашабыҙ. “Ирәндек” ансамбленә ғүмере буйы Санкт-Петербургта йәшәгән яҡташ апай килеп ҡушылды. Башҡортса бөтөнләй белмәй ине. Өйрәнегеҙ, беҙ башҡортса һөйләшергә тейешбеҙ, тинем. Ул тырышып-тырышып һүҙҙәрҙе ятланы. Хәҙер беҙҙең  менән матур итеп башҡортса аралаша. 

– Киләсәккә ниндәй пландар менән йәшәйһегеҙ?

– Пландар ҙур инде ул. Санкт-Петербургта Башҡорт мәҙәниәте үҙәге асырға тигән ниәт менән йәшәйбеҙ. Был тәҡдим менән Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайына сыҡтым. Тәҡдимде хуплап ҡаршы алдылар. Әлеге ваҡытта документтар әҙерләнә. Бынан тыш, госпиталдә ҡаты яраланған егеттәрҙең араһында ярты йыллап, йыл ярым ятҡандары бар. Уларға дауаланыу, бер үк ваҡытта белем алыу мөмкинлеген дә булдырырға ине. Шул маҡсаттан Мәғариф министрлығы, төрлө уҡыу йорттары вәкилдәре менән осрашып, һөйләшеү алып барҙыҡ. Әле ун ике яугир, эксперимент рәүешендә, төрлө юғары уҡыу йорттарында белем алыуға ризалыҡ бирҙе. 1 сентябрҙән улар студент буласаҡ. Улар госпиталдән дауаланып та, шул уҡ ваҡытта ниндәйҙер һөнәр алып сыҡһа, тормошта үҙҙәренә артабан йәшәп, эшләп китеүҙәренә еңел булыр ине.

Бынан тыш, әле ҙур ғына бер проектты башлап ебәрҙек. “Санкт-Петербург һылыуҡайы” тигән конкурсты ойоштороуҙы ҡыҙым Эльмира Ибраһимова үҙ өҫтөнә алды. Мин уларға әҙерләнергә залдар, спикерҙар табырға ярҙам итәм. Ҡалғанын йәштәр үҙҙәре ойоштора. Аллаға шөкөр, улар бик әүҙем. Был конкурстың финалы октябрҙә уҙасаҡ.

– Гөлназ Хәләф ҡыҙы, һеҙ шундай ҙур эш башҡараһығыҙ. Тиҫтә йылдар Башҡортостандан ситтә йәшәһәгеҙ ҙә тыуған яғығыҙҙы, телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе онотмай, бер көскә тупланып йәшәүегеҙ бары тик хуплауға лайыҡ.

Лилиә Такаева әңгәмәләште.

"Башҡорт булыуым менән ғорурланам"
"Башҡорт булыуым менән ғорурланам"
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас