Ғаилә йылы
10 Августа , 03:40

"Өләсәй, әсәй, ейәнсәр -өс быуын бәйләнеше"

"Өләсәй, әсәй, ейәнсәр - өс быуын бәйләнеше" тип аталған байрамда ауылдың йәше лә, олоһо ла ҡатнашты.

Ишмөхәмәт ауылы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре "Өләсәй, әсәй, ейәнсәр -өс быуын бәйләнеше" тип аталған байрам үткәрҙе. Сарала йәше лә, олоһо ла ихлас ҡатнашты. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре быуындар бәйләнеше, өләсәй тәрбиәһе, әсәйҙең кәңәштәре тураһында һөйләне. Балалар инде ғаиләлә күрһәткән ярҙамдары, башҡарған эштәре менән таныштырҙы. Уларҙың төрлө һорауҙарына өләсәйҙәр аныҡ яуап бирҙе. Балалар "Бәхетле ғаилә" темаһына һүрәт төшөрҙө. Төрлө уйындар ойошторолдо, велосипедта ярыш уҙғарылды. Һуңынан уларға бүләктәр тапшырылды. Байрам тәмле сәй табыны менән тамамланды.

"Өләсәй, әсәй, ейәнсәр -өс быуын бәйләнеше"
"Өләсәй, әсәй, ейәнсәр -өс быуын бәйләнеше"
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас