Һаҡмар
+15 °С
Облачно
Антитеррор
Ғаилә йылы
31 Июля , 03:20

Өмөтлө йәштәр үҫә

Өмөтлө йәштәребеҙ бихисап. Кемеһелер сит илдәрҙә үрҙәр яулай, үҙ эштәрен аса. Мәскәү ҡалаһында ла өлгөлө йәштәребеҙ бар. Улар республикабыҙҙың данын күтәреп, юғары уҡыу йорттарында уҡый, төрлө сараларҙа ҡатнашалар. Шулай уҡ мәктәп, гимназия, лицейҙы уңышлы тамамлайҙар.

Өмөтлө йәштәребеҙ бихисап. Кемеһелер сит илдәрҙә үрҙәр яулай, үҙ эштәрен аса. Мәскәү ҡалаһында ла өлгөлө йәштәребеҙ бар. Улар республикабыҙҙың данын күтәреп, юғары уҡыу йорттарында уҡый, төрлө сараларҙа ҡатнашалар. Шулай уҡ мәктәп, гимназия, лицейҙы уңышлы тамамлайҙар. Шуларҙың береһе Ишмөхәмәт ауылынан Сулпан Теүәлбаева Күмертау ҡалаһындағы Мортаза Рәхимов исемендәге башҡорт лицейын көмөш миҙалға тамамланы. Уның менән Ишмөхәмәт ауылы китапханасыһы Асия Үлйәбаева осрашыу уҙғарҙы. Сулпан үҙенең киләсәккә ҡорған пландары менән бүлеште. Һәр яҡтан егәрле Сулпан спорт менән дә дуҫ. Был тәңгәлдә уның бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары һәм миҙалдары бар. Ағаһы Рамаҙан Урғаҙа ауыл хужалығы колледжын тамамлап, армия сафына саҡырыу көтә. Ә Фәнис ағаһы юғары уҡыу йортонда ситтән тороп уҡып та йөрөй, эшләй ҙә. Уларҙың киләсәге яҡты, нурлы булһын, үрләйһе үрҙәре, теләгән теләктәре ҡабул булһын. Уңыштар теләйбеҙ.

Өмөтлө йәштәр үҫә
Өмөтлө йәштәр үҫә
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас