Беҙҙең урам, матур урам,
Теҙелеп үҫкән аҡ ҡайын...
Ишмырҙа ауылының Крәҫтиәндәр урамы ҡатын-ҡыҙҙары шундай дәртле йырҙары менән күҙҙең яуын алырлыҡ сәскәләр үҫкән йорт алдына килеп туҡтаны. Уларҙы хужабикә Рәйфә Яҡшығолова халҡыбыҙҙың йолаларына ярашлы әйҙүкләп ҡаршы алды. Был көндө уларҙа “Етеҙ ҡыҙҙар, уңған килендәр, сабыр ҡәйнәләр” исемле байрам уҙҙы. Мәҙәни ойоштороусы Гүзәл Ғөбәйҙуллина уны бик тә ҡыҙыҡлы итеп алып барҙы.
Ошонда уҡ ҡул эштәренән бай күргәҙмә әҙерләнгән ине. Сара барышында ауылдың иң оло һәм иң йәш ҡатын-ҡыҙ, нисә күп балалы ғаилә барлығы иҫкә төшөрөлдө. Шулай уҡ ҡәйнә менән йәшәгән килендәр ҙә телгә алынды. Ишмырҙаның уңған ҡатын-ҡыҙҙары сәскә үҫтереү, аш-һыу әҙерләү буйынса тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Гүзәл Ҡотлобай ҡыҙы яулыҡтан түбәтәй эшләп кейеү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Һуңынан ул байрамға йыйылғандарҙың барыһына ла йәмәғәт эшендә әүҙемлек күрһәткәндәре өсөн Рәхмәт хаттары тапшырҙы.