Бөрйәнйылға ауылының Ҡайын урманында шаулап-гөрләп “Сәләмәт ауыл” конкурсына ярашлы “Айран-ФЭСТ” байрамы үтте. Мәҙәни ойоштороусы Гөлназ Хәсәнова етәкселегендәге уңған ҡатын-ҡыҙҙар Ишбирҙенең егәрле хужабикәләрен ҡунаҡҡа саҡырҙы. Был көндө уларҙың һәр береһе үҙҙәре генә белгән ысул менән әҙерләгән тәмле һәм шифалы милли эсемлектәр буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте.
Был көндө Бөрйәнйылға, Ишбирҙе ауылдарынан килгән уңған хужабикәләр үҙҙәре әҙерләгән милли эсемлектәр буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте.
“Айран-ФЭСТ” моңло йырҙар, дәртле бейеүҙәр менән аралашып барҙы. Ишбирҙе һандуғасы Камила Хәйризаманованың йырҙары Ҡайын туғайы буйҙарын яңғыратты. Әлиә Янбаева менән Гөлфиә Иҫәндәүләтованың башҡарған “Бишбармаҡ” бейеүенә уңған ҡыҙҙар ҙа тыпырлатып баҫып төшөп китте. Рәсимә Тләүсинаның ҡартәсәһенә арнап яҙған шиғыры барыбыҙҙы ла бала саҡ иленә алып ҡайтты. Был көндө шулай уҡ милли эсемлек – айран тураһында күңелле йырҙар ҙа яңғыраны.