Гөлназ Мусина – Баймаҡ ҡыҙы. Бәләкәй саҡтан уҡ, халыҡ мәҡәлендәге кеүек, әсәһенән тун бесергә өйрәнә. Нәсимә Һиҙиәт ҡыҙы ла ҡул эштәренә бик оҫта була. Әсәһенә эйәреп, Гөлназ да энә, ептәргә тотона. Ҡурсаҡтарына төрләндереп күлдәктәр тегеп кейҙерә. Ырғаҡтар менән матур биҙәкле ҡулъяулыҡтар сигә. Мәктәптә уҡыған саҡта ла иң яратҡан дәресе хеҙмәт була. Үҫә килә үҙ иткән был шөғөлө йәшәү рәүешенә әйләнә.
Гөлназ Мусина тәүҙә һөнәре буйынса ер төҙөлөшө комитететында эшләй. Кейәүгә сығып, ҡыҙы Мәликә донъяға килгәс, яратҡан шөғөлөн иҫкә төшөрә. Уның сәсен матурлап үрер өсөн төрлө-төрлө бантиктар, резинкалар эшләй башлай. Шулай уҡ сәскә биҙәктәре һалып шапкалар тегә. Был ғына уның күңелен ҡәнәғәтләндермәй. Шуға күрә лә “Арҡайым” сауҙа үҙәгендә ҡуртымға урын алып, кейем тегеү һәм ремонтлау ательеһы аса. Шунда уҡ төрлө туҡымалар, фурнитуралар һата. Ике эш араһында йүгереп йөрөү ҙур ҡыйынлыҡтар һәм мәшәҡәттәр тыуҙыра. Оҫта ҡуллы ханымдың эшен баһалап өлгөргәндәр уға йыш мөрәжәғәт итә. Заказдар ҙа артҡандан-арта. Шуға күрә лә тормош иптәше Алмас Әбүзәр улы Гөлназ Рәфҡәт ҡыҙына үҙ эше менән генә шөғөлләнергә кәңәш итә. Һөҙөмтәлә Мусиндарҙың “Иголочка” ательеһы барлыҡҡа килә. Бөгөн ул күптәрҙең яратҡан урынына әйләнгән. Сөнки бында балалар һәм ололар үҙҙәре теләгән кейемде тектереп алыу мөмкинлегенә эйә. Бында шулай уҡ милли биҙәктәр менән сигелгән баш һәм өҫ кейемдәре, биҙәүестәр, аксессуарҙар күп. Сәхнә кейемдәре, уҡыу һәм эш формалары, хәрбиҙәргә толстовкалар, сигеү машинкаһында төрлө шеврондар, биҙәктәр һалып кейем тегәләр.
– Балаларым үҫә барған һайын улар беҙҙе илһамландырып тора. Шуның менән беҙҙең эштә яңы йүнәлеш барлыҡҡа килә, – тине Гөлназ Мусина. – Мәликә ҡыҙым 1-се класҡа барғанда сифатлы һәм уңайлы булған мәктәп формаһын таба алманыҡ. Шуға күрә лә уны үҙем тегеп кейҙерҙем. Бөгөн биш модель мәктәп формаһы һәм ун биш төрлө алъяпҡыс тегәбеҙ. Уларға һорау күп, коллектив заказ биреүселәр ҙә бар. Баймаҡтан ғына түгел, күрше ҡала һәм райондарҙан да килеп алалар.
Мусиндар мәрхәмәтлелек акцияһында ихлас ҡатнаша. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә ярҙам итеү йөҙөнән флис материалынан толстовкалар тегергә ярҙам итәләр.
Гөлназ һәм Алмас Мусиндар өс бала үҫтерә. Улдары Илнар, ҡыҙҙары Мәликә һәм Мәҙинә ата-әсәләренең ғорурлығы.
Лилиә ТАКАЕВА.