Фәнис Сирбаевты үҙенсәлекле шағир һәм моңло йырсы булараҡ республикала яҡшы беләләр. Йырҙары, шиғырҙары менән үҙенең тамашасыларын һөйөндөргән Фәнис Сирбаевтың ижады яҡшы таныш. Ул - Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы ағзаһы, Р.Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты, “Юлдаш йыры-2011” республика йыр бәйгеһе лауреаты, "Йыл йыры - 2014" еңеүсеһе. Фәнис Сирбаевты гәзитебеҙҙең “Һаҡмар” ҡунағы”на саҡырып, бихисап һорауҙарыбыҙҙы бирҙек.
- Фәнис Рәис улы, ҡасан һәм ҡайҙа тыуғанһығыҙ?
- 1971 йылдың 30 ғинуарында Сыңғыҙ ауылында донъяға килгәнмен. Ләкин яҙмыш ҡушыуы буйынса, миңә бер йәш булғанда, ата-әсәйем айырылышырға мәжбүр булған. Шуға күрә лә мин Шүлкә ауылында йәшәгән өләсәйем менән ҡартайымдың ҡулында үҫтем. Бөгөн атайым – Сыңғыҙҙа, әсәйем Байышта төпләнгән. Уларҙың үҙ ғаиләләре бар. Һөҙөмтәлә минең бала сағым, мәктәп йылдары Шүлкә ауылында үтте. Шүлкә һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, Беренсе Этҡолда уҡыуымды дауам иттем. Һуңынан армияға саҡырыу алдым. Хәрби хеҙмәттән һуң тура Шүлкәгә ҡайттым.
- Ижадҡа ҡарата булған һөйөү ҡайҙан килә?
- Ошо өс кенә урамдан торған, бейек-бейек ҡарағайҙар менән уратып алынған сихри тәбиғәтле Шүлкә ауылынан башлана минең шиғриәткә юлым. Ҡартатайымдың атаһы Нәбиулла Ғәҙелбаев билдәле сәсән булған. Уның шиғырҙары “Башҡорт халыҡ ижадының” икенсе томында баҫылған. Ул ваҡытында Өфө ҡалаһы яҙыусылары менән яҡшы аралашҡан. Сәсәндәр бәйгеһендә ҡатнашып, призлы урындар алған. Әсәйемдең бер туған ағаһы Әғзәм олатайым да шағир булған. Мин бына шундай шиғриәткә ғашиҡ булған мөхиттә тәрбиәләнеп үҫтем.
Ҡартатайым Нәбиулла сәсән бик тапҡыр телле булған. Ул торған ерҙән шиғыр сығарып, шуны йырға һалып йырлаған. Уның менән ҡыҙыҡ хәлдәр ҙә булған. Бер юлы ул: “Был колхоз ҡаҙалырмы, әллә таралырмы икән?” - тигән. Быны ишетеп ҡалған берәү: “Һинең колхозға ниндәй ҡаршылығың бар?” - тип бәйләнә башлаған. Ул шунда уҡ: “Колхоз ҡаҙ алырмы, әллә тары алырмы икән, тип һорайым”, – тип ҡотолоп ҡалған. Үҙенең үткер теле, сослоғо, һүҙҙәрҙе “уйната” белеүе менән төрлө хәлдәрҙән сыға белгән.
- Тимәк, һеҙ ҡартатайығыҙға оҡшағанһығыҙ?
- Шиғриәткә, сәсәнлек буйынса һәләт, ысынлап та, әсәйем яғынан килә. Һәр быуыны һайын сәсән телле, һүҙгә маһир шәхестәребеҙ бар.
- Тәүге шиғырығыҙ ҡасан яҙылды?
- Мәктәп йылдарында тәүге шиғырҙарымды яҙҙым. Ләкин күп түгел ине улар. Армиянан ҡайтҡас, бер-бер артлы шиғырҙарым яҙыла башланы. 24 йәшемдә тәүге шиғырым “Һаҡмар” гәзитендә баҫылып сыҡты. Һуңынан “Йәшлек”тә донъя күрҙе. Минең ижадым менән таныш булған билдәле шағирҙәр Аҫылғужа Баһуманов, Буранбай Исҡужиндар дәртләндереп торҙо. Һуңғараҡ Наил Ғәйетбаев, Таңсулпан Ғарипова, Гөлназ Ҡотоева, Миләүшә Ҡаһарманова кеүек күренекле шәхестәр ярҙам итте. Шундай аҙымдар менән шиғриәткә килдем.
- Фәнис Сирбаев мәктәп йылдарында ниндәй уҡыусы булды икән?
- “2” билдәһе ала ла ҡайта торғайным. Бәлки, шуғалыр ҙа, мине 22 апрелдә пионерҙар сафына алманылар. Ул заман уҡыусылары өсөн бының ниндәй ҙур яза икәнен беләһегеҙ. 14 майҙа ғына пионер булдым. Мәктәпте тамамлағас, һөнәрселек училищеһын бөттөм. Һуңынан БДУ-ның Сибай институтының филология факультетын тамамланым. Уныһы ла китаптарым сыҡҡан һайын биографияла, СПТУ бөткән, ти ҙә яҙалар. Шунан ҡасып, юғары белем алдым инде.
- Һеҙҙе шағир тип кенә түгел, ә йырсы булараҡ та беләбеҙ.
- Шиғриәткә лә, сәхнәгә лә һуңлап килдем. Беренсе тапҡыр сәхнәгә армиянан ҡайтҡас ҡына сыҡтым. Бала саҡтан йырларға яраттым. Ҡайҙа ғына йөрөһәм дә һәр ваҡыт йырланым да йөрөнөм. Ул ваҡытта телевизорҙа башҡортса тапшырыуҙар юҡ кимәлдә ине бит. Шуға күрә лә бик популяр булған Алла Пугачеваның йырҙарын өйрәндем. Бөтәһен дә яттан белә инем. Беренсе тапҡыр “Ирәндек моңо” конкурсында ҡатнаштым. Шунан һуң мине сәнғәт училищеһының вокал бүлегенә уҡырға саҡырҙылар. Унда имтиханһыҙ индем. Уҡытыусым Джон Мусин вокал буйынса тәүге дәрестәрен бирҙе. Төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, лауреат булып танылдым.
- Нисә шиғырығыҙ бар?
- Күп улар, һанағаным юҡ. Һуңғы ваҡытта дүрт поэма ижад иттем. "Үрһәләнеү"– бик бай йөкмәткеле тәүге поэмам. Икенсеһе - "Туҡ-туҡ". Ул Бөйөк Ватан һуғышына арналған. Өсөнсөһө "Уй" тип атала. Ул Афған һуғышы хаҡында. Дүртенсеһе - тарихи поэма. Старшина, башҡорттоң батыр улы Ҡасҡын Һамаровҡа арнала.
Бынан тыш, үҙемде проза жанрында ла һынап ҡараным. “Әсә йәше” тип аталған повысымдың ҡыҫҡа варианты “Киске Өфө” гәзитендә донъя күрҙе. Асҡар ауылынан МХО-ла батырҙарса һәләк булған яугирҙең әсәһенә арнап яҙылды. Ләкин үҙемде прозаға күстем, тип әйтә алмайым.
- Һеҙҙең өсөн нимә беренсе урында: шиғырмы, әллә йырмы?
- Джон Мусин миңә һәр ваҡыт әйтеп килде: “Һайларға кәрәк. Ике ҡуяндың ҡойроғон тота алмайһың. Йә йырсы, йә шағир булырға кәрәк”, - тине. Ә мин уларҙы айырып ҡарай алмайым. Икеһе лә берҙәй ҡәҙерле. 55 йәшкә етһәм дә, һаман ике “ҡуянды” баҫтырам, һайлай алмайым. Ә шулай ҙа минең өсөн шиғриәт һәр ваҡыт беренсе урында торҙо, йыр икенсе булды.
- Сәхнәлә ниндәй йырҙар башҡараһығыҙ?
- Күкрәк ярып сыҡҡан шиғырҙарыма яҙылған йырҙарҙы башҡарырға яратам. Уларға башлыса Вилүр ағай Мәүлитов көй яҙа торғайны. Араларында бик популяр булып киткәндәре лә бар. Минең шиғырыма яҙылған йырҙар йыш ҡына "Юлдаш" радиоһында яңғырай.
- Ә иң яратып башҡарғаны ниндәй?
- Бөтә шиғырҙарымды ла, йырҙарымды ла яратам. Айырып ҡарамайым. Әгәр уларҙы яратмаһам, ижад та итмәҫ инем.
- Бөгөн һеҙҙең йырҙарҙы кемдәр башҡара?
- Ижад емештәремде Альберт Салауатов, Баязит Байназаровтар ҙур сәхнәгә алып сыҡты.
- Сольный концерттар ҡуяһығыҙмы?
- Былтыр беҙ Баймаҡ, шулай уҡ күрше райондар буйлап гастролдәр ойошторҙоҡ. Яҡынса утыҙлаған ауылда концерт ҡуйҙыҡ. Был сараны тормош иптәшем Гөлнур үҙ ҡулына алды.
- Ҡатынығыҙ ҙа йырлаймы?
- Эйе, бик матур йырлай. Бер йырымды дуэт менән йырларға кәрәк булғас, кемде саҡырырға белмәй аптырап ҡалдым. Шунда ҡатыным: “Әйҙә, бергә йырлап ҡарайыҡ”, - тине. Йырлап ҡарағайныҡ, бик матур сыҡты.
- Тимәк, Гөлнур Миспах ҡыҙы ла ижадҡа һөйөү менән ҡарай?
- Ҡатыным Байыш ауылыныҡы. Ҡайным да, ике ҡайнағам да баянда бик оҫта уйнай. Әйткәндәй, атайым да баянда матур уйнай. Әсәйем яғынан туғандарымда шиғриәткә һөйөү йәшәй. Аллаһы Тәғәлә миңә шулай ике яҡлап һәләт биргән.
- Ә Гөлнур ханым һөнәре буйынса кем?
- Ул оҙаҡ йылдар Сибай ҡала поликлиникаһында шәфҡәт туташы булып эшләне. Күптән түгел Баймаҡ район үҙәк дауаханаһына эшкә күсте һәм хәҙер ул ауырыуҙарҙы ҡабул итеү бүлегендә.
- Ҡайҙа йәшәйһегеҙ?
- Иҫке Сибай ауылында. Ләкин Баймаҡҡа күсеп ҡайтырға уйлайбыҙ. Бар ғүмерем ошонда үткән. Иҫке Сибайҙа йәшәһәм дә, Баймағымды һағынам. Өйөбөҙҙөң йәме булып бер ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙек. Улым үҙ ғаиләһе менән Магнитогорск ҡалаһында йәшәй. Ситтән тороп МГТУ-ла уҡый. Ҡыҙыбыҙ быйыл 11-се класты тамамлаясаҡ.
- Һеҙҙең шиғырҙар бик үҙенсәлекле. Тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына күренә. Ләкин уның нигеҙендә бай йөкмәтке, тапҡыр һүҙҙәр һәм тос фекерҙәр ярылып ята. Уйға ла һала, моңландыра ла...
- Шиғриәттә яңы юл табырға тырышам. Бер ҡасан да, бер кемгә лә эйәрмәйем. Бер кемдең дә образын, сағыштырыуын алмайым. Симфония оркестрының музыка ҡоралдары араһында гармония булһын өсөн һәр береһен айырым уйнатып ишеттерәләр бит әле, шундағы кеүек, башҡаларға эйәрмәй, үҙемдең генә ҡабатланмаҫ алымдарҙы ҡулланырға тырышам. Шиғриәткә бик талапсан ҡарайым. Бушаҡлыҡты яратмайым. Ҡайһы бер шиғырҙар йәнһеҙ була бит, уҡый башлайһың да туҡтап ҡалаһың. Йөрәктән сыҡмаған йөрәккә етмәй, тигән һымаҡ, ҡоро рифмаларҙы тап килтереп кенә шағир булып булмай.
- Тап шундай тос фекерле, үҙенсәлекле шиғырҙарығыҙ өсөн дә һеҙҙе Рәми Ғарипов кеүек бөйөк шағирға тиңләгәндәрен ишеткәнем бар...
- Ундай бөйөк шағирҙәр менән тиңләшеп буламы икән?
- Ә яратҡан шағирҙарығыҙ?
- Назар Нәжми, Рәйес Түләктең шиғырҙарын ҡабатлап-ҡабатлап уҡыйым. Назар Нәжмиҙең шиғырҙары бай ғына һүҙҙәр менән ябай ғына әйтелә лә, һуңынан шаңҡытып ҡуя. Миңә шуныһы оҡшай.
- Киәләсәккә пландар?
- Ижад итеү. Шиғриәт һәм концерттар менән шөғөлләнеү. Йырсы булараҡ та үҙемде онотмаҫҡа тигән хыялдар менән йәшәйем.
- Һеҙҙең нисә китабығыҙ бар?
- З.Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә “Шаңдау”, “Нур усағы”, “Әҙәби нағыш” китаптарында “Юлға сығам”, “Март бураны”, “Өмөтөм усаҡтары” исемле шиғырҙарым баҫылды. 2021 йылда “Дауыл” тип аталған айырым китабым донъя күрҙе. 2022 йылда "Йәнгүҙәй" әҙәби-ижад берекмәһе ағзаларының ижадынан торған "Ирәндек гәүһәрҙәре - 2" китабына ла ижад емештәрем инде. Бәләбәй ҡалаһында сыҡҡан “Йәйғор” альманахының 3-сө йыйынтығына, Сибай яҙыусылар ойошмаһы сығарған альманахҡа, Өфө ҡалаһында донъя күргән утыҙ авторҙан торған “Кеше”, “Бәрәкәт асҡысы” исемле йыйынтыҡтарға ла инде.
- Беҙ белмәгән тағы ла ниндәй уңыштарығыҙ бар?
- Күп инде, шулай ҙа иң мөһимдәрен генә әйтәйем. Әҙәбиәт йылында арналған “Әҙәби нағыш” исемле республика фестиваль-марафонында еңеүсе булып танылдым. Ижад емештәрем өсөн БР-ҙың Яҙыусылар берлегенең Маҡтау грамотаһы менән бүләкләндем. Шулай уҡ район йыр бәйгеләре лауреаты булып танылдым. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге композиторҙар һәм башҡарыусылар конкурсында – Гран-при, Рамаҙан Йәнбәков исемендәге йыр бәйгеһендә икенсе урын яуланым. Сибай ҡалаһының 55 йәшлек юбилейында, шағир-сәсәндәр бәйгеһендә ҡатнашып, беренсе урынды алдым. Ә инде Баймаҡ ҡалаһының 75 йәшлек юбилейына арналған шиғыр бәйгеһендә лә беренсе урынға сыҡтым.
- Һеҙҙе юбилейҙарға, туйҙарға йырсы-алып барыусы итеп тә саҡыралар...
- Саҡыралар икән, тимәк, халыҡ ижадымды яратып ҡабул итә. Был үҙе оло шатлыҡ.
- Тормошҡа ҡарашығыҙ?
- Һинең эргә-тирәләге донъяны яратып ҡабул итергә кәрәк. Кешегә һайлау бирелгән. Ул бушҡа ғына түгел бит. Изге йәки боҙоҡ юлдан барыуың – һинең ҡарарың. Яҡшылыҡ та, насарлыҡ та кире ҡайта. Шуның өсөн дә бер-беребеҙҙе ғәфү итә белеп, нахаҡҡа рәнйетеүҙән тыйылып, изгелектәр эшләп йәшәргә тырышырға кәрәк. Тормош ҡыҙыҡ бит ул. Эргә-тирәгә күҙ һалайыҡ әле: беҙҙе уратып алған донъяның барыһының да йәне бар. Бәләкәс кенә бөжәктәр ҙә, ағастар ҙа тере. Был Хоҙай Тәғәләнең барлығын күрһәтә. Ул бойормайынса ел дә иҫмәй, ағастағы япраҡ та елберҙәмәй. Шунлыҡтан кеше тыныс күңел менән йәшәргә теләй икән, изгелекте, яҡшылыҡты һайлап, дөрөҫ юлды табырға тейеш.
- Фәнис Рәйес улы, һеҙҙе Сирбаев түгел, ә Сербаев тип әйткәндәрен йыш ишетергә тура килә. Ысынлап та, күңелегеҙ серҙәргә бай икән һеҙ. Яңынан-яңы шиғырҙар һәм йырҙар көтөп ҡалабыҙ. Уңыштар һеҙгә!
Лилиә ТАКАЕВА әңгәмәләште.