Ишей ауылынан Сәлимә һәм Әмир Зәйнәғәбдиновтарҙың бергә татыу ғүмер кисереүҙәренә 49 йыл тулды.
Түбә ауылы һылыуы Сәлимә менән Ишей ауылы егете Әмир туйҙа осрашалар. Егет менән ҡыҙ бер-береһен оҡшата. Күпмелер ваҡыт аралашҡандан һуң, ғүмерлеккә сәстәрен-сәскә бәйләп, матур ғаилә ҡоралар. Мөхәббәт емештәре булып Әдилә, Айрас, Фирғәт һәм Лилиә исемле балалары донъяға килә. Уларҙың һәр береһен уҡытып үҙ аллы тормош юлына аяҡ баҫтырғандар.
Әлеге көндә балаларының һәр береһе үҙ аллы гөрләтеп донъя көтә. Бөгөн Зәйнәғәбдиновтар 8 ейәнен һәм 6 ейәнсәре булған бәхетле олатай һәм өләсәй.
Әмир Гәрәй улы бар ғүмерен урман эшенә бағышлай. Ә Сәлимә Ғилман ҡыҙы тегенсе, заводта таҡта бысыусы, мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләп хаҡлы ялға сыға. Тынғыһыҙ хужа менән хужабикә кәртә тултырып мал-тыуар, баҡса ла йәшелсәләр, күпләп ҡош-ҡорт аҫрайҙар.
Ғүмер итеү - үргә менеү, тиҙәр. Ә үргә менеү берҙә еңел түгел. Йә ҡояш ҡыҙҙыра, йә ҡаршыға иҫкән ел-буран артҡа этә. Бына шул саҡта тормош иптәшең, ышаныслы терәгең булыу барлыҡ ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам итә. Зәйнәғәбдиновтар тап шундай ғаиләләрҙең береһе.