Ғаилә йылы
8 Июля , 06:55

Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арнап

Районыбыҙҙың дүрт һоҡланғыс әсәне - Баймаҡтан Рәзилә Булатова, Эльвира Кирамова, Ғәзимә Сәфәрғәлина һәм Үрге Иҙрис ауылынан Фирҙәүес Һиҙиәтуллина "Әсәлек даны" мҙалына лайыҡ булды. Ә Ҡуянтау ауылынан Леонтьевтар ғаиләһе  «Мөхәббәт Һәм тоғролоҡ өсөн» миҙалын алды. Улар татыу бәхетле 50 йыл ғүмерен бергә үткәргән. Ҡотлайбыҙ маатур ғаиләләрҙе! Бәхет һеҙгә!

Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арнапҒаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арнап
Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арнап

Бөгөн Баймаҡ районы хакимиәтендә Ғаилә, мөхәббәт Һәм тоғролоҡ көнөнә арналған тантана үтте.

Район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов районыбыҙҙың өлгөлө ғаиләләренә лайыҡлы наградалар тапшырҙы һәм һәр ғаиләгә ҙур рәхмәт белдерҙе. Балаларҙы тәрбиәләүҙә һәм ғаилә нигеҙҙәрен һаҡлауҙағы айырым ҡаҙаныштары өсөн «Әсәлек даны» миҙалы менән районыбыҙҙың дүрт иҫ киткес ҡатын-ҡыҙы: Баймаҡтан Рәзилә Булатова, Эльвира Кирамова, Ғәзимә Сәфәрғәлина һәм Үрге Иҙрис ауылынан Фирҙәүес Һиҙиәтуллина бүләкләнде. Ә Ҡуянтау ауылынан Леонтьевтар ғаиләһе  «Мөхәббәт Һәм тоғролоҡ өсөн» миҙалын алды. Улар татыу бәхетле 50 йыл ғүмерен бергә үткәргән. Ҡотлайбыҙ маатур ғаиләләрҙе! Бәхет һеҙгә!

Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арнап
Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арнап
Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арнап
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас