Ҡаланың "Толпар" балалар баҡсаһында Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналған матур сара үтте. Унда һәр төркөмдән берәр ғаилә: мәктәпкә әҙерлек төркөмөнән Гөлсәсәк һәм Илнур Әбүбәкировтар, өлкәндәр төркөмөнән Альбина һәм Рөстәм Байегетовтар, уртансылар төркөмөнән Гөлназ һәм Әлфир Байтуриндар, кескәйҙәр төркөмөнән Гөлназ һәм Рәфил Буранбаевтар, икенсе кескәйҙәр төркөмөнән Гүзәл һәм Әсҡәт Мәжитовтар һәм балалар ҡатнашты. Бәйгене өлкән тәрбиәсе Зөбәржәт Шафиҡова менән уҡытыусы-логопед Гөлсинә Зәйнуллина алып барҙы.
Бәйгеселәр үҙҙәренең ғаиләләре, шәжәрәһе, яратҡан шөғөлдәре менән таныштырҙы, ижади һәләттәрен күрһәтте, сабыйға бишек йырҙарын йырланы, шулай уҡ етеҙлек, тапҡырлыҡта ярышты.
Конкурс һөҙөмтәләренә килгәндә, Әбүбәкировтар һәм Байтуриндар ғаиләләренә өсөнсө урын бирелде. Мәжитовтар - икенсе, Буранбаевтар беренсе урын яуланы. Байегетовтар ғаиләһе еңеүсе булып, "Татыу ғаилә - ил күрке" кубогына лайыҡ булды.
Сара тураһында тулыраҡ гәзиттең киләһе һанында.