Һаҡмар
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Ғаилә йылы
18 Мая , 05:40

Бөгөн - Халыҡ-ара музейҙар көнө

Тарихыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе сағылдырыусы ҡомартҡыларҙы киләһе быуындарға еткереү өсөн күп көс һалған музей хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән тәбрикләп, эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.

Бөгөн - Халыҡ-ара музейҙар көнөБөгөн - Халыҡ-ара музейҙар көнө
Бөгөн - Халыҡ-ара музейҙар көнө

Йыл һайын 18 майҙа Халыҡ-ара музейҙар көнө билдәләнә. Шулай уҡ ошо көндә йәки саҡ ҡына алдараҡ “Музейҙар төнө” акцияһын үткәреү ҙә матур йолаға әйләнгән. Ошо көндәрҙә Башҡортостанда «Музейҙар төнө – 2026» Бөтә Рәсәй акцияһы старт алды. Республика музейҙары ҡунаҡтар өсөн бай йөкмәткеле һәм мауыҡтырғыс программалар әҙерләне. Күргәҙмәләр, экскурсиялар, оҫталыҡ дәрестәре, концерттар, викториналар, балалар өсөн уйындар һәм башҡа күп ҡыҙыҡлы саралар үткәрелә.

Был матур акцияға Баймаҡ тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы хеҙмәткәрҙәре лә ихлас ҡушылды. Унда “Үҙебеҙҙеке” (“Родное”) девизы аҫтында “Милли кейем: тере экспозиция” тип аталған күркәм сара ойошторолдо. Халыҡтар берҙәмлеге, Ҙур һәм татыу ғаилә йылдарына арналған кисәлә «Ҡомартҡы» халыҡ башҡорт йыры ансамбле, “Ирандыкские зори” халыҡ фольклор ансамбле, “Аҫылташ” ҡул эштәре төркөмө  һәм билдәле шағирә Айгөл Иҙелбаева төп ҡунаҡтар булды. Шулай уҡ тарихыбыҙ, йолаларыбыҙ, мәҙәниәтебеҙ менән ҡыҙыҡһынған күп балалы ғаиләләр ҙә акцияға ихлас ҡушылды.

Музей директоры Сәлимә Фәрит ҡыҙы Кейекбирҙина һәм ғилми хеҙмәткәр Люциә Сәфәрғәле ҡыҙы Арғынбаева музейҙың ҡыҫҡаса тарихы менән таныштырғас, һүҙ ҡунаҡтарға бирелде. “Ҡомартҡы” һәм “Ирандыкские зори” ансамблдәрендә шөғөлләнеүсе апайҙар дәртле йырҙары менән һөйөндөрҙө, ә “Аҫылташ” ҡул эштәре төркөмө  ҡатын-ҡыҙҙары үҙҙәре теккән башҡорт милли кейемдәре күргәҙмәһе менән таныштырҙы. Айгөл Иҙелбаева яңыраҡ ҡына донъя күргән китабынан шиғырҙарын уҡып, музейға китаптарын бүләк итте.

Һуңынан музей хеҙмәткәрҙәре ҡунаҡтарға бай һәм ҡыҙыҡлы экскурсия ойошторҙо. Баймаҡ тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы 1979 йылда барлыҡҡа килгән. Ул тәүҙә хәҙерге Введенский храм бинаһында урынлаша, һуңғараҡ мәғариф бүлегенең 3-сө ҡатына күсерелә. Ә үткән йыл аҙағында музей ҡаланың С.Юлаев проспекты,33  адресы буйынса эш башланы. Әле унда 12 меңдән ашыу экспонат һаҡлана.

Сара һуңында ҡунаҡтар тәмле сәй табыны артында аралашып, йылы тәьҫораттар алып таралышты.

Музей – үткән менән бөгөнгөнө бәйләгән, киләсәккә юл һалған, тарихи ҡомартҡыларҙы һаҡлаған изге урын, рухи аҙыҡ биргән мәҙәни усаҡ ул. Тарихыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе сағылдырыусы ҡомартҡыларҙы киләһе быуындарға еткереү өсөн күп көс һалған музей хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән тәбрикләп, эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.

Бөгөн - Халыҡ-ара музейҙар көнө
Бөгөн - Халыҡ-ара музейҙар көнө
Бөгөн - Халыҡ-ара музейҙар көнө
Бөгөн - Халыҡ-ара музейҙар көнө
Бөгөн - Халыҡ-ара музейҙар көнө
Бөгөн - Халыҡ-ара музейҙар көнө
Бөгөн - Халыҡ-ара музейҙар көнө
Бөгөн - Халыҡ-ара музейҙар көнө
Бөгөн - Халыҡ-ара музейҙар көнө
Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас