Хеҙмәт юлын “Һәүәнәк” совхозында эшсе булып башлаған егет Баймаҡ районы хакимиәте башлығы вазифаһына тиклем күтәрелә. Республиканы һәм төбәкте үҫтереүгә индергән тос өлөшө өсөн И.Х. Ситдыҡов “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә, Салауат Юлаев орденына, “Ал да нур сәс халҡыңа!” миҙалына, БР Хөкүмәтенең, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Почет грамоталарына лайыҡ була. Темәс ауылының почетлы гражданы. “Һаҡмар” ҡунағы” рубрикаһының сираттағы геройы – район йылъяҙмаһында үҙенең тәрән эҙен ҡалдырған билдәле шәхес Илшат Ситдыҡов.
– Илшат Хәмит улы, һеҙҙе район халҡы рухлы, тыуған төбәге өсөн йән атҡан шәхес булараҡ яҡшы белә. Тыуған төйәккә һөйөү һеҙҙең күңелдә ҡасан яралған тип уйлайһығыҙ?
– Был тойғо минең күңелемдә бала сағымда, мәктәп йылдарында уҡыған осорҙа тыуғандыр, тип уйлайым. Сөнки мин тарихи ерҙә – Башҡортостандың тәүге баш ҡалаһы – Темәстә тыуып үҫтем. Был төбәк элек-электән үҙенең арҙаҡлы шәхестәре, хеҙмәттә шөһрәт ҡаҙанған хужалыҡ эшсәндәре, башҡа өлкәләрҙә республикала билдәле булған таланттары менән дан тотто. Һәм мин бала саҡтан уларҙы белеп үҫтем, уларҙың тормошо, ҡаҙаныштары менән ҡыҙыҡһындым, тыуған ауылымдың тарихын өйрәндем. “Мәктәпте тамамлап һәм ауыл хужалығы буйынса һөнәр алып, артабан тыуған яғыма ҡайтып эшләргә, совхозда ауыр хеҙмәттә йөрөгән яҡташтарымдың хеҙмәт шарттарын яҡшыртырға ине”, тигән теләк мине бер ҡасан да ташламаны.
Атай-әсәйем өлкән йәштә һәм үҙем дә ғаиләлә иң төпсөк бала булараҡ, бәләкәйҙән эшкә егелеп үҫергә тура килде: мәктәптә уҡығанда каникулдарҙа совхозда малын да көтөргә, бесәндә лә йөрөргә, баҫыуҙарҙы ҡарауылларға ла тура килде. 9-10-сы кластарҙа уҡығанда тракторҙа ла йөрөнөм. Әйткәндәй, бала саҡтан ат яраттым, һабантуйҙарҙа бәйгеләрҙә ҡатнаштым. Бәләкәйҙән яралған тыуған төйәгемә һәм халҡыма булған һөйөү мине ғүмерем буйына оҙатып барҙы.
– Техникум студенты булған егетте иң эре ауыл хужалығы предприятиеларының береһе – “Йылайыр” совхоз-техникумының комсомол ойошмаһы секретары итеп тәғәйенләү ниндәйҙер кимәлдә етәкселәр тарафынан үтә ҡыйыу аҙым һәм ҙур ышаныс күрһәтеү булғандыр. Уларҙың ышанысын аҡлай алдығыҙмы?
– Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, тыуған ауылымда тәүҙә комбайнсы ярҙамсыһы, артабан комбайнсы булып эшләнем. Әммә техникумға уҡырға инеү теләге бер ҡасан да күңелемдән сыҡманы. Тейешле һынауҙарҙы үтеп, “Зоотехния” бүлегенә инеп ҡайттым. Техникумда яҡшы уҡыным, студсовет эштәрендә әүҙем ҡатнаштым. Спорт ярыштарында, төрлө сараларҙа алдынғылыҡты бирмәнек. Шуғалыр ҙа мине 2-се курста уҡығанда совхоздың комсомол ойошмаһы етәксеһе итеп тәғәйенләнеләр. Ул саҡтағы хужалыҡ директоры Р.М. Ялалетдинов, партком секретары М.Ғ. Салихов, ВЛКСМ-дың Баймаҡ район комитетының беренсе секретары Х.Х. Ишморатов миңә шулай ышаныс белдерҙе. Һәм мин был ышанысты аҡлау өсөн ең һыҙғанып эшкә тотондом: һәләтле коллектив туплап, комсомол эшен йәнләндереп ебәрҙек, бригадаларҙа, бүлексәләрҙә йыйылыштар үткәрҙек, эш планы ҡабул иттек. Ул осорҙа бүлексәләр араһында төрлө спорт ярыштары, хеҙмәт ярыштары ойошторолдо. Һөҙөмтәлә совхоздың комсомол ойошмаһының эшмәкәрлеге районда һәр саҡ өлгө итеп ҡуйылды, алдынғы тәжрибә башҡа төбәктәргә таратылды. Тимәк, етәкселәрҙең өмөтө аҡланғандыр, тип уйлайым.
– 23 йәштә генә гигант совхоздың Октябрь бүлексәһенә идарасы итеп тәғәйенләнеү һеҙҙе ҡурҡытманымы?
– Ул саҡта хужалыҡ директоры булып билдәле етәксе Әкрәм Әғзәм улы Ниғмәтуллин эшләне. Ул совхозда яңы идеяларҙы тормошҡа ашырыу өсөн күп көс һалды, йәштәргә ысын мәғәнәһендә ышаныс күрһәтте. Мин дә уның ҡулы аҫтында ең һыҙғанып эшкә тотондом. Әлбиттә, комсомол ойошмаһында етәксе булып эшләү ҙә үҙенең һөҙөмтәһен бирмәй ҡалманы. Әҙме-күпме тупланған тәжрибә һәм етәкселектең ышанысы яңы һәм яуаплы вазифаға ҡурҡмай тотонорға ярҙам итте.
Ул йылдарҙа Октябрь бүлексәһендә хеҙмәтсәндәргә тейешле эш шарттары тыуҙырыу өсөн күп нәмәне тормошҡа ашырҙыҡ, яңы объекттар, йорттар төҙөнөк. Бынан тыш, йәмәғәт эштәренә ҙур иғтибар бүленде, төрлө спорт ярыштары, мәҙәни саралар ойошторҙоҡ, уға бар халыҡты йәлеп иттек. Шулай итеп, эштәр гөрләп алға китте, бүлексә производство күрһәткестәре буйынса совхозда иң яҡшылар рәтенә сыҡты, иген культураларынан иң юғары уңышты ла беҙ алдыҡ. Артабан инде Байыш бүлексәһенә идарасы итеп тәғәйенләнеләр, уны ла бөтөн тармаҡтар буйынса алдынғылар рәтенә сығарыуға өлгәштек. Һуңынан “Йылайыр” совхозтехникумы директорының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләндем. Шуныһы үҙенсәлекле, бай тарихы менән дан тотҡан хужалыҡта эшләү миңә ҙур тәжрибә туплау, үҙ эшенең ысын оҫталары менән аралашыу һәм бергә эшләү мөмкинлеге бирҙе. Социалистик Хеҙмәт Геройы Р.Х. Яхин, танылған механизатор Б.Я. Фролов, билдәле етәкселәр Ә.Ә. Ниғмәтуллин, Н.И. Малов, Р.Һ. Сыңғыҙов, Ф.Х. Хисмәтуллин, белгестәр Ю.П. Моряков, Б.Ә. Мусин, Р.Б. Байрамғолов, М.Б. Салихов һәм башҡа бик күптәр менән бергә ең һыҙғанып эшләргә һәм юғары һөҙөмтәләргә өлгәшергә насип булды. Ғөмүмән, хеҙмәт юлымдың был осорон мин “Йылайыр мәктәбе” тип әйтәм һәм уны үткәндәрҙең һуңынан ҙур етәкселәр һәм белгестәр булып китеүен айырым һыҙыҡ өҫтөнә алам.
Шулай итеп, ун йыл данлыҡлы хужалыҡта төрлө вазифаларҙа эшләп, тыуған ауылыма – Темәскә “Һәүәнәк” совхозы директоры булып ҡайттым. Бер үк ваҡытта Темәс ауыл хакимиәте башлығы вазифаһын да башҡарҙым. Тупланған бай тәжрибә хужалыҡта, ауылда төрлө проекттарҙы тормошҡа ашырыу, яңы объекттар төҙөү, производство күрһәткестәрен күтәреү, юлдар төҙөү һәм асфальт һалыу, техник потенциалды яңыртыу, беренсе Бөрйән ырыуы йыйынын үткәреү кеүек ҙур һәм күп мәҙәни сараларҙы үткәреү, спортты үҫтереү мөмкинлеге бирҙе. Бында ла миңә үҙ эшен, тыуған төйәген яратҡан кешеләр менән эшләү бәхете тәтене.
– Район хакимиәте башлығы булып эшләгән йылдарығыҙҙа үҙ алдығыҙға ҡуйған маҡсаттарығыҙға өлгәштегеҙме, барлыҡ уй-ниәттәрегеҙҙе тормошҡа ашыра алдығыҙмы?
– 1995 йылда район хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнгәндә минең хужалыҡтарҙа алған ярайһы бай тәжрибәм бар ине. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан Республикаһы Президенты һәм Хөкүмәтенең ныҡлы ышанысын һәм өмөтөн тойоп эш башланым. Әммә ул ваҡытта халыҡ хужалығы тармағының төрлө өлкәләрендә проблемалар күп ине. Ул саҡта райондың бер ауылына ла газ үтмәгән, ҡала мәктәптәре өсәр сменала уҡый, колхоз-совхоздарҙың тарҡалған ваҡыты, Баймаҡта эсәр һыу менән етди проблема ине. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһында хәл итәһе мәсьәләләр муйындан булып сыҡты. Яйлап ошо проблемаларҙы хәл итеүгә тотондоҡ, әлбиттә, бында республика етәкселегенең ярҙамы ҙур булды. Мәктәптәр, балалар баҡсалары, юлдар, һыу, газ үткәргестәр төҙөү буйынса ҙур эш башҡарылды. Ауыр хәлдәге ПМК-ны һаҡлап алып ҡалдыҡ, һуңынан ул районда ғына түгел, төбәктә лә төп төҙөлөш ойошмаһына әүерелде. Әүҙем рәүештә инвесторҙар йәлеп иттек. Атап әйткәндә, “Башнефть”, “Сорғотнефтегаз”, Силәбе компрессорҙар заводы кеүек эре предприятиелар, яҡташыбыҙ, меценат Сергей Продовиков һәм башҡаларҙың ярҙамы менән яңы объекттар төҙҙөк. Баймаҡ тәжрибә хужалығы директоры һәм артабан йәнә район хакимиәте башлығы булып эшләгәндә лә күп эштәрҙе, билдәләнгән уй-ниәттәрҙе тормошҡа ашырыуға өлгәштек. Мәҙәниәт, спорт өлкәләре яңы кимәлгә күтәрелде, “Байыҡ”, “Башҡорт аты” фестивалдәре лә тап Баймаҡ ерендә башланғыс алды. Шәжәрә байрамдары ла иң беренсе тап беҙҙә үткәрелә башланы. Бындай миҫалдар бик күп. Һәм уларҙы беҙ берҙәм команда менән атҡарып сыҡтыҡ. Ә.З. Сәйғәфәров, Р.Ә. Сырлыбаев, П.М. Божеховский, К.П. Артемьев, А.С. Манылов, М.С. Хисмәтуллин кеүек билдәле етәкселәр менән ҡулға-ҡул тотоношоп эшләргә насип булды. Ул йылдарҙа беҙ район үҫешен тәьмин итерҙәй эштәр башҡарғанбыҙ икән, тимәк, үкенерлек түгел, алға ҡуйған маҡсаттарға өлгәшкәнбеҙҙер, тип уйлайым.
– Әгәр ҙә бөгөн йәнә район хакимиәте башлығы вазифаһын тәҡдим итһәләр, риза булыр инегеҙме?
– Юҡ. Бер түгел, ике тапҡыр был вазифала эшләнем һәм бар көсөмдө тыуған төбәкте үҫтереүгә һалдым. Йылдар үтә, йәш тә ырай бара, һәр кемдең үҙенә күрә ресурсы бар. Һаулыҡ тураһында ла уйланырға кәрәк.
– Күптәрҙе ҡыҙыҡһындырған үҙенсәлекле һорау: һеҙҙең һәр саҡ йәш булып ҡалыуығыҙҙың сере нимәлә?
– (Көлә). Мин бер ҡасан да кешегә үс, кенә тотманым һәм бөгөн дә шулай. Һәр саҡ кешенең ыңғай сифаттарын күрергә тырышам, һәр кем менән ябай итеп аралашам, һәр көндән дәрт һәм илһам алып йәшәйем. Донъяның тик матур яғын ғына күреп йәшәргә тырышам.
– Кешелә ниндәй сифаттар оҡшай һәм нимәне ғәфү итә алмайһығыҙ?
– Тоғро, ысын дуҫ кеүек сифаттар оҡшай, ә бына ике йөҙлө кешеләрҙе яратмайым.
– Яратҡан шөғөлөгөҙ ниндәй?
– Бәләкәйҙән ат яраттым һәм бөгөн дә ул иң яратҡан шөғөлөм булып ҡала. Ҡуянтауҙа әле лә йылҡысылыҡ спорты менән шөғөлләнәбеҙ, бынан тыш, ҡымыҙын да етештерәбеҙ.
– Ҡайҙа ял итергә яратаһығыҙ?
– Үҙебеҙҙең Баймаҡ, Башҡортостан тәбиғәтенә сығыу – минең һәм ғаиләм өсөн иң шәп ял. Сит илдәргә йөрөүҙе күңелем тартмай.
– Ғаиләм – ҡәлғәм, тип бушҡа әйтмәгәндәр. Һеҙҙең яулаған уңыштарҙа ғаиләгеҙҙең дә өлөшө ҙурҙыр, моғайын.
– Әлбиттә, һис шикһеҙ. Тормош юлдашым, улдарым тормош һәм хеҙмәт юлымда һәр саҡ терәк һәм таяныс булды, бының өсөн мин уларға оло рәхмәтлемен. Мөнирә Зекриә ҡыҙы барлыҡ ғүмерен мәғариф системаһын үҫтереүгә арнаны, балалар баҡсаһы мөдире булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Өлкән улым Динар фермерлыҡ менән шөғөлләнә, Рушандың үҙ бизнесы бар. Илһам турагентствола эшләй.
– Хөрмәтле Илшат Хәмит улы, һеҙҙе юбилейығыҙ – 65 йәшегеҙ менән ысын йөрәктән тәбрикләйбеҙ. Һәр саҡ шулай патриот рухлы, тыуған еребеҙҙең аҫыл ир-уҙаманы булып ҡалығыҙ, юбилейығыҙ мөбәрәк булһын!
– Ҙур рәхмәт!
Азамат Мөхәмәтшин әңгәмәләште.