Иң ҙур байрамдарҙың береһе 9 Май -Еңеү көнө яҡынлаша. Был иҫтәлекле көндө лайыҡлы ҡаршы алыу һәм Бөйөк Ватан һуғышындағы батырҙарҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында, Таһир китапханаһында 5-7 класс уҡыусылары өсөн ижади сара үтте.
Уҡыусылар китапханаға йыйылды, улар өсөн "Еңеү хаты" исемле оҫталыҡ дәресе ойошторолдо. Был сара барышында балалар үҙ ҡулдары менән тыл хеҙмәтсәндәренә арналған махсус открытка-хаттар әҙерләне. Һәр хатта йәш быуын Еңеүҙе яҡынайтҡандарға сикһеҙ рәхмәтен, хөрмәтен һәм тыныслыҡта йәшәү бәхете өсөн ғорурлығын сағылдырҙы. Уҡыусыларҙың һәр береһе үҙенең открыткаһына йылы һүҙҙәр, ихлас теләктәр яҙҙы, уларҙы байрам символикаһы менән биҙәне.
"Еңеү хаты" проекты балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтереп кенә ҡалмай, ә уларҙың тарихи хәтерен нығытыуға, Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарының ҡаһарманлығына ихтирам тәрбиәләүгә һәм патриотик рухын күтәреүгә йүнәлтелгән ине. Ошо сарала ҡатнашыусы барлыҡ ҡатнашыусыларға ла рәхмәт белдерәбеҙ. Еңеү көнө - ул хәтер, ғорурлыҡ һәм киләсәккә өмөт байрамы.
Йондоҙ Юлдашева, Таһир ауылы китапханасыһы.