

Кисә 3-сө мәктәптә «Ата-әсәләрҙең берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу көнө» Бөтә Рәсәй акцияһы үтте. Унда 11-се класс уҡыусыларының ата-әсәләре ҡатнашты.
Был акция сығарылыш уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләренең имтихандар алдынан көсөргәнешлеген кәметеү, йәмәғәтселекте БДИ үткәреү процедураһы менән таныштырыу маҡсатында ойошторола.
Ата-әсәләр имтихандың бөтә этаптарында ҡатнашты: теркәлеү һәм имтихан алды контроле үттеләр, телефон һәм шәхси әйберҙәрҙе тапшырҙылар, бланктарҙы тултырҙылар. Улар имтихандарҙа буласаҡ контролдең нисек башҡарылыуын, материалдарҙың нисек баҫылыуын һәм эшкәртелеүен күрҙе.
Ҡатнашыусылар берҙәм дәүләт имтихандарында булған эштәргә оҡшаш имтихан эшен яҙҙы. Ул бер сәғәткә иҫәпләнгән эштең ҡыҫҡартылған варианты булды.