+10 °С
Облачно
Йөн иләү, йөн тетеү, тарау, сиратыу, шәл бәйләү... Беренсе Төркмән ауылының Ғ.Сөләймәнов исемендәге музейҙа милли кейем көнө уңайы менән сағыу сара уҙҙы. Ағинәйҙәре милли кейемдәрҙә халҡыбыҙҙың, инде тарих ҡына булып ҡала барған кәсептәрен уҡыусыларға күрһәтте.Һарыҡ йөнөнөң файҙаһы тураһында ғына мәғлүмәт биреп кенә ҡалманылар, ә уларҙың көнкүрештә ҡулланышы тураһында ла әйтелде. Балалар ҙа ағинәйҙәргә ҡушылып, һарыҡ йөнө тураһында белгәндәре менән уртаҡлашты.
Заман ни тиклем алға китһә лә, кеше - тәү сиратта үҙ милләтенең балаһы. Тарих, сәнғәт, мәҙәниәт, рух, иман - кешене көслө итә. Ошо айырылғыһыҙ төшөнсәләр бәйләнеше булғанда киләсәгебеҙ өмөтлө булыр, балаларыбыҙ аяҡтарында ышаныслы баҫып торор