Һаҡмар
+10 °С
Облачно
Антитеррор
Ғаилә йылы
17 Апреля , 13:25

Башҡорт рухын һаҡлайыҡ!

Бөгөн, 17 апрель көнө, Күгиҙел ауылы ағинәйҙәре лә башҡорт милли кейемдә башҡорт теленән диктант яҙҙы.

Башҡорт телебеҙҙе һаҡлайыҡ!

Теле барҙың - иле бар,
Иле барҙың - көнө бар,
Көнө барҙың - ҡәҙере бар!

Бөгөн, 17 апрель көнө, Күгиҙел ауылы ағинәйҙәре лә башҡорт милли кейемдә башҡорт теленән диктант яҙҙы.
Ҡул эшенең оҫтаһы, гәзит, журнал алдырып уҡыусы, иң өлкән ағинәйебеҙ, Рәшиҙә апай Баһауетдинова ла беҙҙең менән бер рәттән был һынауҙы тотто.
"Башҡорт теленән диктант яҙыу мөмкинлеген бер йылда ла ҡалдырмайбыҙ.Сөнки туған телен ҡәҙерләп һаҡлаған, иң күп зыялылары булған халыҡ бит әле беҙ! Һәм ошо ғорурлыҡ хисен беҙ, ололар, балаларыбыҙға ла еткерергә тейешбеҙ, хөрмәтле замандаштарыбыҙ", - тип беҙгә хәбәр итте Күгиҙел ауылы ағинәйҙәре етәксеһе М. Ғ. Рәхмәтуллина.

Башҡорт рухын һаҡлайыҡ!
Башҡорт рухын һаҡлайыҡ!
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас