Ғаилә йылы
13 Апрель , 05:20

“Беҙҙең Ҙур һәм татыу ғаилә”

Үрге Яйыҡбай клубында республикала иғлан ителгән Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналған "Ғаиләм - ҡәлғәм минең" исемле матур сара үтте. Унда ауылдың күп балалы ғаиләләре Гөлсинә һәм Флүр Әминевтар, Лирида һәм Илмир Юламановтар, Әлиә һәм Илшат Әхмәтовтар ҡатнашты. 

Үрге Яйыҡбай клубында республикала иғлан ителгән Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналған "Ғаиләм - ҡәлғәм минең" исемле матур сара үтте. Унда ауылдың күп балалы ғаиләләре Гөлсинә һәм Флүр Әминевтар, Лирида һәм Илмир Юламановтар, Әлиә һәм Илшат Әхмәтовтар ҡатнашты. Зөлхәбирә Мырҙағәлина етәкселегендәге ағинәйҙәр уҡыусылар менән берлектә “Бәпес туйы” йолаһын башҡарҙы. Яңы ғына тыуған бәпес Батырған Әхмәтовҡа бүләк тапшырылды. Сараны балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, уҡыусылар һәм ағинәйҙәр тарафынан әҙерләнгән концерт номерҙары биҙәне. Байрамды китапханасы Миңнур Исмәғил ҡыҙы йәнле итеп алып барҙы.

“Беҙҙең Ҙур һәм татыу ғаилә”
“Беҙҙең Ҙур һәм татыу ғаилә”
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас