Һаҡмар
+10 °С
Облачно
Антитеррор
Ғаилә йылы
9 Апреля , 11:55

Таһир ауылы ҡатын-ҡыҙҙары форумы уҙҙы

Йәмғиәттә ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының абруйын күтәреү, улар ҡатнашлығында эштәрҙе әүземләштереү, халҡыбыҙҙың рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен һаҡлау һәм үҫтереү маҡсаты менән Таһир ауылы клубында ауыл ҡатын ҡыҙҙары форумы үтте. Донъя тотҡаһы - ҡатын-ҡыҙ. Ҡатын ҡыҙ ул тәү сиратта - әсә, өй йылыһын һаҡлаусы, яҡтылыҡ нуры һибеүсе лә ҡатын-ҡыҙ, әсә. Ауыл ҡатын ҡыҙы-ул үҙе бер төпһөҙ хазина, бәрәкәт, рух байлығы, ауылдың ҡото. Форумға Таһир ауылының бар яҡлап булдыҡлы, алдынғы ҡарашлы ҡатын-ҡыҙҙары йыйылды.

Йәмғиәттә ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының абруйын күтәреү, улар ҡатнашлығында эштәрҙе әүземләштереү, халҡыбыҙҙың рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен һаҡлау һәм үҫтереү маҡсаты менән Таһир ауылы клубында ауыл ҡатын ҡыҙҙары форумы үтте. Донъя тотҡаһы - ҡатын-ҡыҙ. Ҡатын ҡыҙ ул тәү сиратта - әсә, өй йылыһын һаҡлаусы, яҡтылыҡ нуры һибеүсе лә ҡатын-ҡыҙ, әсә. Ауыл ҡатын ҡыҙы-ул үҙе бер төпһөҙ хазина, бәрәкәт, рух байлығы, ауылдың ҡото. Форумға Таһир ауылының бар яҡлап булдыҡлы, алдынғы ҡарашлы ҡатын-ҡыҙҙары йыйылды. Йылы атмосферала барған был форумда гүзәл заттарҙың тормошона ихтибар йунәлтеу, балалар тәрбиәләүҙә, интернет һәм заман технологияларына ярашлы итеп йәшәүҙә кәңәшле булыу, боронғо гөрөф-ғәҙҙәттәргә таянып бала тәрбиәләү кеүек мәсьәләләр ҡаралды. Темәс ауыл хакимиәте башлығы Айгөл Ғүмәр ҡыҙы Байрамғолова сараны үткәреү бик урынлы һәм кәрәкле тип баҫым яһаны. Куп йылдар ауыл ҡатын- ҡыҙҙар ойошмаһын етәкләгән медицина хеҙмәте ветераны Рәмилә Зәйнулла ҡыҙының сығышы ауыл ҡатын ҡыҙҙары тормошо, үткәне һәм киләсәгенә ҡоролдо. Абруйлы уҡытыусы, мәктәп директоры Гөлнур Хажмөхәмәт ҡыҙы ҡатын-ҡыҙ - әсәнең йәмғиәттә, мәктәптә тәрбиәүи мәсьәләләрҙең хәл итеү кәрәклеген билдәләп үтте. Ғүмерен кескәй балалар тәрбиәләүгә бағышлаған юғары белемле педагог, балалар баҡсаһында логопед булып эшләгән Альбина Морат ҡыҙы балаларҙың тел үҫеше, аралашыу, телефон, интернет менән бәйле сетерекле темаға һөйләп урынлы кәңәштәр бирҙе. Сығыш яһаған һәр кем ауыл ҡатын-ҡыҙының тормошо ни тиклем яуаплы, тығыҙ икәнлеген әйтеп үтте. Был ысынында ла шулай, хәҙерге заман ҡатын-ҡыҙы ул машина йөрөтөүсе лә, баҡса үҫтереүсе, заманында ярашлы һөнәрҙәрҙе үзләштереүсе, яңы эштәр асыусы эшлекле ханымдар. Күп ғаиләләрҙә атай кеше вахта ысулы менән эшләй һәм әлбиттә донъя йөгөн һөйрәү ҙә, балалар үҫтереүҙә ҡатын-ҡыҙҙар - әсәйҙәр иңенә төшә. Ауыл тормошоноң бөтмәҫ төкәнмәҫ мәшәҡәте лә улар иңендә һәм заман ҡатыны заман менән бергә атлай, үҫешә. Эшлекле ханым Нурия Эдуард ҡыҙы еңел булмаған ауыл тормошонда нисек яңы эштәр асыу, ауыл халҡы ихтыяждарын тулыһынса ҡәнәғәтләндереү, үҙ эшеңде булдырыу тураһында һөйләне. Балаларын дини йолалар менән тәрбиәләүсе ауыл китапханасыһы Йондоҙ Тәфтизан ҡызы динле ғаиләләрҙә иманлы балалар үҫеуен билдәләп үтте. Сараға килеүселәр ауыл ағинәйҙәренең бала бишектә сағында булғанда үтәлгән ғөрөф-ғәҙаттарҙе күрһәтте. Бала тыуғаста йургәк исеме ҡушыу, тәү сәсен алыу, балаға ғумер теләп еп таратыу, тәпәй атлатыу кеүек боронғо йолаларҙы күрһәтте. Форумға ауылдың уңған, оҫта ҡуллы ҡатындары Биктимерова Мәликә апай, Хәбибуллина Айһылыу Рысҡужа ҡыҙы, Хажиева Рәсимә Сәғит ҡыҙы ҡул эштәре күргәҙмәһе лә ҡуйҙы. Вәсилә Сәфиулла ҡыҙы Балхина кәрзин, кашпо уреү серҙәренә өйрәтте. Сараны Байраҡаевтар нәҫеленең ҡатын ҡыҙҙары  - сыбыртҡы,Ҡотләхмәтовтар нәҫеле ҡатын-ҡыҙҙары балсыҡ баҫыу бейеүҙәре менән биҙәне. Ауыл старостаһы, ауылыбыҙҙың фельдшеры ауыл ҡатын-ҡыҙҙарына изге теләктәр еткереп артабан дә уңыштар теләне. Форумда ҡатнашыусылар, саҡырылған ҡунаҡтар Темәс ауыл китапханасыһы Миңзәлә Рәсүл ҡыҙы, Темәс мәҙәниәт йорто директоры Айгөл Урал ҡыҙы, Билал ауыл китапханасыһы Райхана Эдуард ҡыҙы, Билал ауыл мәҙәниәт йорто директоры Юлиә Тәлғәт ҡыҙы ла матур тьәҫораттар менән ҡайтты. Сара алдынан интернет селтәрендә "Тәҙрә төбөм еҫле гөл" исемле конкурс иғлан ителде. Матур гөлдәр үҫтереүсе ханымдар гөлдәр фонында фото төшөп ебарҙеләр һәм бөтәһе лә еңеүгә лайыҡ булды. Афарин, уңғанбикәләр! Ауыл хат ташыусыһы Ләйсән Миҙәхәт ҡыҙы сара ла милли баҫмаларға икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылыу ҙа алып барҙы. Һәр йортта кәрәкле район гәзите "Һакмар"ға бик теләп яҙылдылар. Сара ҡаҙанда бешкән былау һәм тәмле урам сәйе менән тамамланды. Гүзәл заттарҙың бәҫен күтәреү, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы тергеҙеү, киләсәк быуынға еткереү йәһәтенән үткәрелгән был сара маҡсатына ирешкәндер тип уйлайым.

Айһылыу Алибаева,

Таһир ауылы клубы мөдире.

Таһир ауылы ҡатын-ҡыҙҙары форумы уҙҙы
Таһир ауылы ҡатын-ҡыҙҙары форумы уҙҙы
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас