Һаҡмар
+10 °С
Облачно
Антитеррор
Ғаилә йылы
9 Апреля , 11:02

Өмөтбай ағинәйҙәре - "Бәхетнамә"лә

Өмөтбай ауылы ағинәйҙәре халҡыбыҙҙың онотолоп барған йоланы күрһәтте.

Ҡаҙ ҡанаты ҡат-ҡат була,
Ир ҡанаты ат була,
Сит ерҙәрҙә күп йерөһәң,
Һөйгән йәрең ят була.

Ҡаҙ ҡанаты ҡауырый-ҡауырый,
Хаттар яҙырга ярай;
Уйнамағас та көлмөгәс,
Был донъя ниңә ярай.

Ҡаҙ ҡанаты ап-аҡ була,
Ир ҡанаты ат була;
Сит илдәрҙә йөрөгән саҡта,
Бик һағынған саҡ була.
Ҡанат һыҙырыу өмәһе башҡорт халҡының иң боронғо, иң матур, иң күркәм йолаларының береһе булып тора. Ҡаҙ элек-электән изге ҡош булып һаналған. Йола буйынса ауыл халҡы ҡышҡылыҡҡа йәй буйы көткән ҡаҙҙарын һуйып, итен әҙерләй. Йолҡҡан йөнөнән, мамығынан яҫтыҡ, юрған, түшәк эшләгәндәр. Ҡыҙҙарға бирнәлек әҙерләгәндәр.
БСТ-ның "Бәхет Иле" тапшырыуында Өмөтбай ауылы ағинәйҙәре халҡыбыҙҙың онотолоп барған ошо йоланы күрһәтеп ҡайтты.
Әхирәтебеҙ Асия Мәжит ҡыҙының Әлиә исемле бүләсәренә ҡаҙ ҡаурыйын һыҙырып, мамығынан яҫтыҡ эшләү йолаһын күрһәттек. Ҡаҙ мамығы һалынған яҫтыҡта, түшәктә ятҡан сабый тыныс була, ауырымай.

Белгестәр башҡорт ҡаҙының ҡаурый - мамыҡ сеймалын юғары баһалаған.
Беҙ ҡаҙ ҡанатын һыҙырайыҡ. Өмәлә йөрөгән балалар йылғаға төшкән һуҡмаҡтан йылғаға тиклем ҡаҙ ҡаурыйҙары ташларҙар . Киләсәккә мул үрсем,киләһе йылда ҡаҙҙарҙың ошо юлдан йөрөүен теләйек.
Элек беҙҙең әсәйҙәр ҡаҙ ҡауырһыны менән бешерелгән ризыҡҡа май һөрткәндәр.Табаны майларға әле лә тотонабыҙ. Теләһә ниндәй пласмас әйберҙәр тотонғансы, тәбиғи ҡаҙ ҡаурыйы менән майланған ризыҡ тәмле лә була.
Борон уҡ алыҫҡа осһон өсөн осланған башағына ҡаҙ ҡауырһынын беркеткәндәр. Эмблемаларының төп элементы ҡаҙ ҡаурыйы булған. Ҡауырһындан перолар эшләп, ҡараға манып яҙғандар.
Йыраҡҡа оҙаҡҡа китер булһа өй хужаһы ишеге күгәненә сыбыҡ йәки ҡаҙ ҡанаты тығып киткән.
Беҙ йәш ваҡытта шундай ырымда була торғайны. Өмәлә ҡатнашҡан еткән ҡыҙҙар ҡаҙ ҡанатын алып ситкә һелтәгәндәр. Ҡанатың осо ҡайһы яҡҡа ҡарап ята буласаҡ кейәү шул яҡтан килгән.

Килен төшөргәндә йәш киленде йомшаҡ яҫтыҡҡа баҫтырып, таштай бат кейәү йортона тип теләйбеҙ.
Ир - егеттәрҙә ҡаҙ ҡаурыйы мамығын аттарының эйәренә тултырғандар. Эйәр йомшаҡ була, атта Аҡбуҙаттай шәп сапҡан.
Хәҙер ҡатын ҡыҙҙарыбыҙҙың күбеһе көткән ҡоштарын мөнфәғәтен күрәләр.
Беҙ эшләгән яҫтыҡта йоҡлап Әлиә бәпес ҙур булып үҫһен. Аталы әсәле, ағайлы апайлы, ҡустылы һеңлеле булып үҫһен. Бәхетле булһын.

Өмөтбай ағинәйҙәре - "Бәхетнамә"лә
Өмөтбай ағинәйҙәре - "Бәхетнамә"лә
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас