+14 °С
Облачно
Сыңғыҙ ауылы халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттәргә ярҙам итеү маҡсаты менән аҡса йыйҙы. Йыйылған финанс ярҙамдың бер өлөшөнә плащтар бәйләү өсөн материалдар һатып алынды.
"Кисәге көн беҙ эшкә тотондоҡ. Теләге булған, ырғаҡ менән бәйләй белгән барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙы был изге эшкә ҡушылырға саҡырабыҙ.
Ә инде йыйылған аҡсаның икенсе өлөшө яуҙағы егеттәргә шуруповерт һәм бензопила һатып алыуға китте. Ғәҙелбай һәм Сабира Ражаповтар уны район ирекмәндәр төркөмөнә алып барып тапшырҙылар ҙа инде. Ярҙамығыҙ өсөн һәр берегеҙгә ҙур рәхмәт! Илебеҙҙә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашып, егеттәребеҙ иҫән-имен ҡайтһындар!", - тине Зәлиә Уразбаева.