+10 °С
Облачно
Ишмырҙа ауылынан Гөлсирә һәм Фәйзулла Үҙәкиндәрҙең, Фәрзәнә һәм Миңлебай Йосоповтарҙың иңгә-иң терәшеп, бәхетле ғүмер кисергән, өлгөлө, татыу ғаиләләре – алтын туйҙарын билдәләне.
Яҙмыш елдәренә бирешмәй, ҡулға-ҡул тотоношоп, оло тормош юлын бергә үтеү – үҙе бер бәхет һәм батырлыҡ.
Татыу ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп, шул уҡ ваҡытта намыҫлы хеҙмәт итеп, алтын туйға етеү оло ихтирамға лайыҡ!
Ярты быуат бергә ғүмер итеү эсенә күпме сабырлыҡ, түҙемлек, аҡыл, йылылыҡ һәм мөхәббәт һыйған. Алтын туйҙарын билдәләгән ғаиләләргә ауыл Советы исеменән бүләктәр һәм ҡотлау хаттары тапшырылды.
Ҡотло булһын алтын туйҙарығыҙ! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, киләсәктә бәхетле һәм мул тормош юлы теләйбеҙ!