Һаҡмар
+10 °С
Облачно
Антитеррор
Ғаилә йылы
6 Апреля , 06:15

"Аҡйондоҙ"ҙар ярҙамы

Таулыҡайҙың "Аҡйондоҙ" клубы ҡатын-ҡыҙҙары даими рәүештә яугирҙәргә ярҙам күрһәтә

"Аҡйондоҙ"ҙар ярҙамы"Аҡйондоҙ"ҙар ярҙамы
"Аҡйондоҙ"ҙар ярҙамы

Таулыҡай ауылының "Аҡйондоҙ" клубы ҡатын-ҡыҙҙары даими рәүештә яугирҙәргә ярҙам күрһәтә. Улар ошо көндәрҙә тағы ла ҙур күләмдә посылка әҙерләне. Бергәләшеп йыйылып окоп шәмдәре эшләне, бауырһаҡ, былау бешереп, вакуумлы пакеттарға һалып әҙерләне.
“Окоп шәмдәре яугирҙәр өсөн бик кәрәкле әйбер. Ул йылынырға ғына түгел, ә аш-һыу әҙерләргә, ваҡ-төйәк әйберҙәрҙе киптерергә лә ярҙам итә. Аҙ ғына урынды алһа ла, өс-һигеҙ сәғәт яна. Әлеге яҙғы һалҡын көндәрҙә был бигерәк тә кәрәк. Кәрәкле әйберҙәр имен-һау һалдаттарға барып етһен! Илебеҙгә тиҙерәк тыныслыҡ килһен!” – ти "Аҡйондоҙ" клубы ҡатын-ҡыҙҙарына.

"Аҡйондоҙ"ҙар ярҙамы
"Аҡйондоҙ"ҙар ярҙамы
"Аҡйондоҙ"ҙар ярҙамы
"Аҡйондоҙ"ҙар ярҙамы
Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас