Һаҡмар
+14 °С
Облачно
Антитеррор
Ғаилә йылы
3 Апреля , 07:05

Дәрестәр башланды

Балалар милли йәйәнән уҡ атырға өйрәнә

Дәрестәр башландыДәрестәр башланды
Дәрестәр башланды

Иҫке Сибай ауылында яҡташыбыҙ, махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Иҙрисов Урал Фазулла улының яҡты иҫтәлегенә асылған «Урал» милли йәйәнән уҡ атыу спорт клубында балалар өсөн дәрестәр башланды.
Балаларҙы ҡаршы алып, уҡ атыу буйынса тәүге дәресте Камил Байегетов һәм Фәиз Иҙрисов үткәрҙе. Беренсе дәрескә 20-нән ашыу бала килде. Улар "Ирәндек" хәйриә фонды етәксеһе Шөгөров Азамат Шәфҡәт улы алып биргән яндарҙан тәүге уҡтарын сәпкә осороп, мәргәнлектәрен һынаны.
Киләсәктә балаларға төрлө ярыштарҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яуларға яҙһын.

Дәрестәр башланды
Дәрестәр башланды
Дәрестәр башланды
Дәрестәр башланды
Дәрестәр башланды
Дәрестәр башланды
Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас