+16 °С
Болотло
Таһир ауылында Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналған саралар дауам итә. Был юлы сәхнәгә Хәйбуллиндар нәҫеле сыҡты. Улар үҙҙәренең таланттары менән тамашасыларҙың күңелен яуланы. Олоһо ла, кесеһе лә бер ғаилә булып, сәхнәлә ысын байрам тыуҙырҙы. Матур йырҙар, дәртле бейеүҙәр, моңло көйҙәр — барыһы ла тамашасыларҙы әсир итте.