Вәлимә Ҡужәхмәт ҡыҙы 1951 йылдың 27 мартында Беренсе Этҡол ауылында Маһинур Рыҫҡужа ҡыҙы менән Ҡужахмәт Әбделғәзе улы Зөлҡәрнәевтарҙың ишле ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә. Эшкә әрһеҙ, сос ҡыҙҙың бала сағы һәм үҫмер йылдары тыуған ауылының йәмле Ҡышлауар йылғаһы буйында уйнап үтә. Ул шулай уҡ әсәһенә ҡусты-һеңлеләрен дә ҡарашырға ярҙам итә.
1967 йылда, урта мәктәпте тамамлағас та, ул тыуған ауылында ҡалырға ҡарар итә. Урындағы һөтсөлөк фермаһында хеҙмәт юлын башлай. Йәнә бер йылдан, октябрь айында, ошо уҡ ауыл егете, атайыбыҙ Аралбаев Азат Ишбулды улы менән яҙмышын бәйләй. Йәш ғаилә төп йортта ғаилә усағын ҡабыҙып, бергә йәшәй башлай. Йәштәр ул ваҡыттарҙа гөрләп торған “Алға” колхозында эшләүен дауам итә.
Эш һөйөүсән, тырыш Вәлимә Ҡужахмәт ҡыҙы 1970-1980 йылдарҙа урындағы комсомол ойошмаһының эшендә әүҙем ҡатнаша. Шул уҡ ваҡытта дүрт мең килограмм һөт һауып алып, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә. ВЛКСМ-дың XVII съезы делегаты итеп һайланып, Мәскәүгә барып ҡайта. 1974 йылда РСФСР-ҙың социалистик хеҙмәт ярышы отличнигы була. Әсәйебеҙҙең тырыш һәм намыҫлы хеҙмәте Хөкүмәт тарафынан юғары баһалана. Ул ике тапҡыр – 1981, 1984 йылдарҙа Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнде. Йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашты. Ауыл, өс тапҡыр район, 1985 йылда БАССР-ҙың 11-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайланды.
Ҡәҙерлебеҙ эштә лә һынатманы, донъяһын да гөрләтеп көтә. Ҡәйнәһе менән 30 йылдан ашыу бер һүҙле, бер ҡарашлы булып, татыу йәшәйҙәр. Беҙҙе, ике ҡыҙын уҡытып, юғары белем биреп, оло тормош юлына оҙаттылар. Өлкән ҡыҙы Альбина инглиз теле уҡытыусыһы, шул уҡ ваҡытта уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары булып эшләй. Кинйә ҡыҙы Зөлфиә – Беренсе Этҡол ауыл биләмәһе хакимиәтендә эштәр идарасыһы. Әсәйебеҙ биш ейәнейәнсәргә, бер бүләренә өләсәй.
Ҡәҙерле әсәйебеҙҙе 75 йәшлек оло юбилейы уңайынан ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Һөйөклөбөҙгә ныҡлы, ҡаҡшамаҫ һаулыҡ, бәрәкәтле оҙон ғүмер, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ. Тыуған йортобоҙҙоң усағын һүндермәй, йортобоҙ ҡояшы булып йәшә лә йәшә. Барыһы өсөн дә рәхмәтлебеҙ, беҙ һинең менән ғорурланабыҙ.
Иң изге теләктәр менән – балалары.