Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
24 Март , 16:20

Ун бер балалы ғаиләгә килен булып төшә...

Бәлки, шуғалыр ҙа ул ҡәйнәһенең беренсе ярҙамсыһына әйләнә. Тырыш, уңған килен төшкән еренә ҡомдай-таштай батып, матур донъя көтөп алып китә. Килен ҡәйнә тупрағынан ярала, тигәндәй, Алтынбикә Ғөбәйт ҡыҙы ла бик бөтмөр булып сыға. Ҡәйнәһе кеүек мейес тә сығара, ҡорамалар ҡороп юрған, түшәктәр тегә. Йөн, дебет иләп, йылы ойоҡбаштар, бирсәткәләр бәйләп кейҙерә. Ғүмер буйы балалар баҡсаһында ашнаҡсы булып эшләп, хаҡлы ялға сыға.

Ишей ауылында фиҙаҡәр хеҙмәттәре менән ауылдаштары араһында абруй яулаған, матур донъя көтөп, балалар тәрбиәләп үҫтергән ғаиләләр күп. Шуларҙың береһе – Алтынбикә һәм Йыһанур Ҡарасуриндар. Быйыл улар ноябрҙә пар имәндәй парлашып ғүмер итеүҙәренең илле дүрт йыллығын билдәләйәсәк.

Баймаҡ ҡыҙы Алтынбикә Ғөбәйт ҡыҙы ун бер балалы ғаиләгә иң өлкән килен булып төшә. Бәлки, шуғалыр ҙа ул ҡәйнәһенең беренсе ярҙамсыһына әйләнә. Тырыш, уңған килен төшкән еренә ҡомдай-таштай батып, матур донъя көтөп алып китә. Килен ҡәйнә тупрағынан ярала, тигәндәй, Алтынбикә Ғөбәйт ҡыҙы ла бик бөтмөр булып сыға. Ҡәйнәһе кеүек мейес тә сығара, ҡорамалар ҡороп юрған, түшәктәр тегә. Йөн, дебет иләп, йылы ойоҡбаштар, бирсәткәләр бәйләп кейҙерә. Ғүмер буйы балалар баҡсаһында ашнаҡсы булып эшләп, хаҡлы ялға сыға.

Ғаилә башлығы ла бик уңған булып сыға. Ғаиләһен һаҡлап, ҡурсалап йәшәү өсөн ул бар тырышлығын һала. Йыһаннур Ҡаһарман улы атаһының юлын дауам итеп, хаҡлы ялға киткәнсе ағас эшендә була. Оҫта ҡуллы ир-уҙаман бура ла бурай, тәҙрә-ишек яҡтауҙары ултырта, өҫтәлдәр эшләй. Балаларының һәр береһенә өй һалып биреүҙә ҙур ярҙам күрһәтә. Ҡура тултырып ишле мал, ҡош-ҡорт көтәләр. Баҡсаларында үҫкән йәшелсә-емеш уңыштары менән һөйөндөрә. Ихаталарындағы сәскәләр иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем тирә-яҡҡа матурлыҡ бөркә.

Йыһаннур Ҡаһарман улы – 79, ә Алтынбикә Ғөбәйт ҡыҙы 74 йәшенә аяҡ баҫҡан. Матур һәм татыу ғаиләлә өс ул һәм ике ҡыҙ бала тәрбиәләнә. Бөгөн уларҙың һәр береһенең үҙ ғаиләһе бар. Улдары Зиннур, Вилүр, Ғәлинур, ҡыҙҙары Розалия Баймаҡ ҡалаһында йәшәй, ә Рәсилә ҡыҙҙары тыуған ерендә төпләнгән. Бөгөн Алтынбикә һәм Йыһанур Ҡарасуриндар ун туғыҙ ейән-ейәнсәргә, ике бүләсәргә бәхетле ҡартатай һәм өләсәй. Уларҙың ҡәҙер-хөрмәтендә матур ғүмер итәләр. 

Ҡарасуриндар хаҡлы ялда булыуҙарына ҡарамаҫтан йәмәғәт эшендә лә бик ихлас ҡатнаша. Бер генә мәҙәни сара ла, экологик акциялар ҙа уларһыҙ үтмәй. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү йөҙөнән маскировкалау селтәрҙәре үрергә йөрөйҙәр. Ғүмер буйы ашнаҡсы булып эшләгән Алтынбикә Ғөбәйт ҡыҙы яугирҙәргә тәмле күстәнәстәрен бешереп ебәрә.

 Ауылдаштарының абруйына төрөнөп, балаларының ҡәҙер-хөрмәтендә ғүмер иткән Алтынбикә һәм Йыһаннур Ҡарасуриндар, ысынлап та, ауылдарының ҡото һәм йәме.

Лилиә ТАКАЕВА. 

Ун бер балалы ғаиләгә килен булып төшә...
Ун бер балалы ғаиләгә килен булып төшә...
Автор: Лилия Такаева
Читайте нас