Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
19 Март , 13:05

Хеҙмәттә үткән ғүмер - алтын ғүмер

Йәғәфәр Әғзәм улы, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, бөгөн дә әүҙем тормош алып бара, спорт менән шөғөлләнә. Баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтереүҙәрен, ҡош-ҡорт көтөүҙәрен күп йәш ғаиләләргә үрнәк итеп ҡуйырлыҡ.

Хеҙмәттә үткән ғүмер - алтын ғүмер
Хеҙмәттә үткән ғүмер - алтын ғүмер
Оҙаҡ йылдар төрлө вазифалы урындарҙа эшләп, район-ҡалала билдәлелек яулаған хөрмәтле ир уҙаманы Йәғәфәр Әғзәм улы Мусин ошо көндәрҙә олпат юбилейын билдәләй.

– Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда миңә ни бары бер нисә ай ғына булған, – тип хәтирәләр менән башланы ул һүҙҙе. – Беҙ ғаиләлә өс бала үҫтек, мин – иң кесеһе. Етем ҡалған ике туған ағайҙарым һәм атайымдың һеңлеһе лә беҙҙең менән йәшәне. Йортобоҙ бәләкәй һәм ашау яғы наҡыҫ булыуға ҡарамаҫтан, барыбыҙға ла урын да, ризыҡ та табылды.
Йәғәфәр Әғзәм улы атаһын асыҡ ҡына хәтерләмәй. Ул уны бары тик ҙур кәүҙәле һәм ышаныслы кеше итеп иҫендә ҡалдырған. Ауылдаштары Әғзәм Аллабирҙе улы Мусинды, «Ҡыҙыл Октябрь» колхозында алмаштырғыһыҙ белгес булды, тип һөйләй. Үҙ ваҡыты өсөн ул белемле кеше була, бухгалтерҙар курсын тамамлай һәм яйлап тәжрибә туплай. Тыл өсөн кәрәкле белгесте һуғышҡа алмайҙар, әммә Әғзәм Мусин, хәрби комиссариат туп-һаһын ныҡышмалы тапай торғас, ҡулына ҡорал алып, Ватанды һаҡларға юллана. Ҡыйыу яугир Калинин фронты йүнәлешендә һуғыша, Ленинградты һаҡлауҙа ҡатнаша. 1943 йылдың башында Әғзәм Аллабирҙе улы хәрби формалағы фотоһүрәте менән һуңғы хатын ебәрә. Шунан һуң уның ме-
нән бәйләнеш өҙөлә. 1945 йылдың майында хәрби комиссариатта ҡатыны Миңзифаға уның һәләк булыуы тураһында хәбәр итәләр, «похоронка»һын һәм II дәрәжә Ватан һуғышы орденын тапшыралар.
– Әсәйем ғүмер буйы атайымдың ҡайтыуын көттө. Ул уның эҙһеҙ юғалыуына ышанманы. Үлер алдынан ғына атайыбыҙҙың ерләнгән урынын табыуыбыҙҙы, уның ҡәберенә тыуған ер тупрағын һалыуыбыҙҙы һораны, – тип хәтерләй Йәғәфәр Әғзәм улы.
Күп йылдар үткәс, Йәғәфәр Әғзәм улына әсәһенең һуңғы васыятын үтәргә насип була. Бик оҙаҡ алып барылған эҙләнеү эштәре-нән һуң атаһының ерләнгән урыны асыҡлана. Мусиндар Калинин өлкәһе өсөн барған алыштарҙа һәләк булған яугирҙәрҙе яңынан ерләү сараһында ҡатнаша, атаһының ҡәберенә тыуған тупрағын һала. Шулай итеп ул ата-әсәһенең хәтере алдындағы ҙур бурысын үтәй.
...Йәғәфәр Мусин Муллаҡай ете йыллыҡ, Түбә урта мәктәптәрен тамамлай. Әрмегә алынғансы колхозда эшләй. Ул данлыҡлы Балтика флотына эләгә һәм өс йыл дауамында хәрби бурысын үтәй. Әрмелә булғанында ҡасандыр атаһы уҙған яу юлдарынан да үтергә насип була, шуға ла ул йылдарҙы айырым бер йылылыҡ менән иҫкә ала.
Иңдәрендә әрме хеҙмәте, ауыл хужалығы институтында уҡыу, педагогик стаж, колхозда комсомол эше тәжрибәһе булған Йәғәфәр Мусинды 1969 йылда КПСС-тың район комитеты аппаратына эшкә саҡыралар. Инициативалы, һәләтле, дәртле егетте ойоштороу-партия эше бүлеге инструкторы, һуңынан «Һаҡмар» колхозына партком секретары итеп тәғәйенләйҙәр. Был йылдарҙа хужалыҡ КПСС-тың Үҙәк Комитетының, РСФСР Ми-нистрҙар Советының һәм ВЦСПС-тың Күсмә Ҡыҙыл байрағына лайыҡ була. Быларҙың барыһы ла коллективтың һәм колхоздың партия комитетының тырыш, намыҫлы эшен дәлилләй.
Үҙенә лә, башҡаларға ла талапсан, һәр эште теүәл үтәгән Йәғәфәр Мусинды 1975 йылда тағы ла яуаплыраҡ эшкә – “Һәүәнәк” совхозының партия ойошмаһы секретары вазифаһына тәғәйенләйҙәр. Бында ла ул халыҡ менән уртаҡ тел табып, яҡшы һөҙөмтәләргә ирешеп эшләй. 1977 йылда совхоз Бөтә Союз социалистик ярышында призлы урын яулай, Күсмә Ҡыҙыл байраҡ һәм аҡсалата премия тапшырыла. Совхоздың егерменән ашыу алдынғыһы Хөкүмәт наградаларына – СССР-ҙың ордендары һәм миҙалдарына лайыҡ була.
– Тормош юлымда остаздарымдан уңдым. Улар ысын тормош һабаҡтары бирҙе, фронттан әйләнеп ҡайтмаған атайҙар һәм ағайҙарҙы алмаштырҙы. Уларҙың күбеһе һуғыштың башынан аҙағына тиклем үткән фронтовиктар ине. Халиҡов Хәбибнәжәр Һиҙиәт улы, Байегетов Айса Солтан улы, Һиҙиәтуллин Рәшит Әхмәт улы, Мәҡсүтов Вилким Сабир улы, Имамов Рәйес Имам улы, Хәкимов Милләт Ташбулат улы, Кашанов Хажим Шаһи улы, Мәмбәтҡолов Бәҙри Мөжәүир улы, Әҙеһәмов Юнир Самат улы кәрәк саҡта һәр яҡлап терәк-таяныс, аҡыллы кәңәшселәр булды, – тип остаздарын оло ихтирам менән иҫкә ала ветеран.
1978 йылда Йәғәфәр Әғзәм улы район халыҡ контроле комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнә. Бында ул дәүләт пландарының 
үтәлешен контролдә тотоуҙан алып предприятиеларҙа хеҙмәт дисциплинаһын тәьмин итеүгә тиклем яуаплы була. Был вазифала 1990 йылға тиклем эшләй, артабан Баймаҡ ял йорто директоры вазифаһына күсерелә. Ял йортонда хәлдәр яҡшынан булмай, уны яңы кимәлгә күтәреү өсөн Йәғәфәр Әғзәм улына байтаҡ көс түгергә тура килә. Ул ял йортон уңайлы, кимәле һәм шарттары буйынса шифахананан ҡалышмаған урынға әйләндереүҙе маҡсат итеп ҡуя. Й.Мусин етәкселек иткән ун йыл эсендә ҙур үҙгәрештәр була. Ял йортоноң эшмәкәрлеге тулыһынса үҙгәртеп ҡорола, яңы корпустар ҡалҡып сыға, мунса, ҡойо менән дауалау, кер йыуыу, пекарня биналары төҙөлә, ярҙамсы хужалыҡ ойошторола, унда ҡымыҙ етештереү, картуф һәм башҡа йәшелсәләр үҫтереү өсөн шарттар булдырыла. Биләмәне төҙөкләндереүгә айырым иғтибар бүленә. Тал-
ҡаҫ күле лә яңы һулыш ала: уға дүрт тонна балыҡ ебәрелә, был уның фаунаһын байыта. Шулай итеп, Йәғәфәр Мусин етәкселек иткән осорҙа буласаҡ шифахана өсөн ныҡлы матди база булдырыла.
Һәр эшкә яуаплы ҡараған Йәғәфәр Әғзәм улының тырыш һәм намыҫлы хеҙмәте «Өлгөлө хеҙмәте өсөн», «Хеҙмәт ветераны» миҙалдары, Халыҡтар дуҫлығы ордены, Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почет грамотаһы һәм башҡа бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары менән баһалана.
Һәр коллективта лайыҡлы хөрмәт һәм ихтирам ҡаҙанған етәксе, төп эшенән тыш, ауыл һәм район Советтары депутаты, КПСС-тың район комитеты бю-роһы ағзаһы ла була. Хаҡлы ялға сыҡҡас та йәмәғәт эшмәкәрлеген дауам итә, ял йортоноң ветерандар советы рәйесе һәм КПРФ-тың район комитетының беренсе секретары вазифаларын башҡара. Тырыш хеҙмәте өсөн «Партия ҡаҙанышы» һәм «Партия алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордендарына лайыҡ була.
Һәр саҡ тормоштоң ур-таһында ҡайнаған әүҙем ветеран Үрге Иҙрис ауылы-ның 300 йыллығы хөрмәтенә байрам ойоштороу тураһындағы күптәнге хыялын да тормошҡа ашыра. Материалдар йыйыу, мәғлүмәттәрҙе асыҡлау өсөн Өфө
һәм Ырымбур архивтарына сәфәр ҡылыу, бик күп әҙерләнеү эштәренән һуң, 2018 йылда тантаналы сара – Шәжәрә байрамы үтә. Бер йылдан һуң Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған геройҙар иҫтәлегенә ҡуйылған обелиск янында стела кү-тәрелә, һуңғараҡ Үрге Иҙрис ауылы тураһында «Һаҡмар ярындағы тыуған ауыл» исемле китап сыға. Был эштәрҙе бойомға ашырыу өсөн Йәғәфәр Әғзәм улы көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәй.
Шәхси тормошонан да уңа хөрмәтле ир уҙаманы. Йәшлек йылдарында ғүмерлек тормош юлдашы – Рәйнә Фазулла ҡыҙын осрата. Улар ярты быуаттан ашыу иңгә-иң терәп, матур тормош юлы үтә. Татыу ғаиләлә ҡыҙ һәм ике ул үҫә, уларға матур тәрбиә һәм юғары белем биреп, оло тормош юлына оҙаталар.
Йәғәфәр Әғзәм улы, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, бөгөн дә әүҙем тормош алып бара, спорт менән шөғөлләнә. Баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтереүҙәрен, ҡош-ҡорт көтөүҙәрен күп йәш ғаиләләргә үрнәк итеп ҡуйырлыҡ. Артабан да көс-ғәйрәтегеҙ кәмемәһен, һәр көндән кинәнес алып, йәшәгеҙ ҙә йәшәгеҙ, хөрмәтле ир уҙаманы!
Лилиә Күсәбаева.
Автор: Лилия Кусябаева
Читайте нас