+16 °С
Болотло
Таһир ауылында “Ҡоҙалар, ҡоҙасалар йырлап күңел асалар” тип аталған ҙур кисә үтте. Башҡорттарҙың боронғо йолаларына таянып эшләнгән тамашаны халыҡ бик яратып ҡараны. Байрам сараһында Ҡотлоәхмәтовтар һәм Рауиловтар үҙ-ара ҡоҙалашыуҙарын, туғанлашыуҙарын сәхнәләштерҙе. Улар һуңғы вакытта онотолоп барған “Үгеҙ йөзөк”, “Йәшерем яулыҡ” уйындарын күрһәтте. Ҡара-ҡаршы таҡмаҡ әйтешеүҙәре үҙе бер күңелле тамашаға әйләнде. Ҡоҙалар боронғо йолаға таянып, бер-береһен ҡымыҙ менән һыйлауҙары уларҙың ихласлығын күрһәтә ине. Байрам сараһында ололарҙың ғына түгел, йәштәрҙең дә, балаларҙың да ҡатнашыуы уларҙың туғанлыҡ ептәренең ныҡлығын раҫланы.