Сәхнәнән башҡорт халыҡ йыры “Һаҡмар” ағыла. Аяҡ остарына ғына баҫып, үҙе лә бына-бына осоп китәм, тигән кеүек талпынып, ҡулдарын талғын ғына елпеп, күҙҙәрен йомоп, үҙенә генә хас тауыш менән башҡарған йырсыны һәр кем йотлоғоп тыңлай. Ә ул йырҙы район мәҙәниәт йорто йырсыһы, Һаҡмар һыуын эсеп, Ирәндек буйында тыуып, буй еткергән Сөмбөл Юлбахтина башҡара.
- Сөмбөл, үҙең яратып башҡарған “Һаҡмар” халыҡ йырында әйтелгәнсә, тыуған ереңдә “үҫәлер талдар Һаҡмарҙың буйында...“
- Эйе, тыуған ауылым Таулыҡайҙы икегә ярып Һаҡмар йылғаһы аға. Шундай матур, бәрәкәтле ерҙә тыуып үҫеүем менән бәхетлемен. Бәлки, шуғалыр ҙа, атай-әсәйем, өләсәйем, ҡартәсәйем, ҡартатайымдар халыҡ ижадына ғашиҡ йәндәр. Беҙ ғаиләлә өс ҡыҙ бала. Мин - олоһо. Атайыма йорт-ҡура эштәрендә ярҙамлаша торғайным. Мал ҡараһа ла, ат екһә лә, эргәһендә булдым. Атайым - Шәрифулла Шаһимырҙа улы, әсәйем - Мансура Мансур ҡыҙы. Мәктәпте тамамлағас, Сибай педагогия училищеһының башланғыс кластар уҡытыусыһы бүлегенә уҡырға индем. Мәктәптә үк төрлө конкурстарҙа ҡатнаша инем. Районда тәүге тапҡыр уҙған Хөсәйен Әхмәтов исемендәге конкурста беренсе урынды алдым. Колледжға уҡырға килгәс, төрлө сараларҙа ҡатнаша башланым. Шунда миңә, ниңә сәнғәт училищеһына барманың, йырсы булырға кәрәк, тигән тәҡдимдәр яңғырай башланы. Шул йылдарҙа Сибайҙа филармония асылды. Вокал буйынса уҡытыусы Джон Мусин, ниңә сәнғәт юлын һайламаның, бөтә мөмкинселегең бар, тине. Шунан һуң уйлана башланым. Йырсы булыу теләге көндән-көн көсәйә барҙы. Һөҙөмтәлә мин Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлегенә уҡырға индем. Тәүҙә Аэлита Чембарисова ҡарамағында – вокал, һуңынан Флүрә Ноғоманова етәкселегендә халыҡ йырҙарын башҡарыу буйынса дәрестәр алдым. Тап шул ваҡытта халыҡ йырҙарын дөрөҫ башҡарыу нескәлектәрен һөнәри кимәлдә өйрәндем. Уҡыған саҡта уҡ “Ирәндек моңдары” конкурсында тәүҙә үҙешмәкәр, һуңынан һөнәри йырсылар араһында ҡатнашып, икенсе урынды алдым.
- Һеҙ башҡарған “Сәлимәкәй” йырындағыса: “Ирәндеккәй тауы бигерәк бейек, Тора-тора мендем башына”, тигәндәй, һеҙ ҙә сәнғәткә урау-урау юлдар аша килгәнһегеҙ булып сыға?
- Эйе, сөнки ата-әсәйем мине йырсы иткеләре килмәне. Ул да булдымы һөнәр, тигәнерәк ҡарашта булдылар. Сәнғәт училищеһын уҡып бөткәс, контракт буйынса опера йырсыһы булырға тейеш инем. Ләкин үҙемде ниңәлер филармония йырсыһы итеп күрә инем. Әлбиттә, хәҙерге аҡылым булһа, шул тәҡдимдә туҡталып ҡалыр инем. Минең һәр ваҡыт, уҡыған саҡта ла гел атай-әсәйем эргәһенә, тыуған өйөмә, ауылыма ҡайтҡым килә торғайны. Шуға ла үҙебеҙҙең яҡты һайланым. Сибай филармонияһында урын булманы. Һөҙөмтәлә Баймаҡ район мәҙәниәт йортона килдем. Бында мине ҡолас йәйеп ҡаршы алдылар. Бик матур коллектив менән эшләп алып киттем. Ул ваҡытта мәҙәниәт бүлеге начальнигы Фәтиха Харрасова, мәҙәниәт йорто директоры Миңзифа Нәҙербаева ине. Улар етәкселегендә сәнғәтте аңлаған, йыр-моңдо яратҡан көслө коллектив тупланған ине. Артистарға ҡарата мөнәсәбәт тә, уларға ярҙам итеү буйынса эш тә яҡшы ойошторолған. Ҙур конкурстарға Өфөнән Илшат Яхинды аранжировка эшләргә саҡыралар ине. “Байҡара” вокаль-музыка ҡоралдары ансамблен етәкләгән йырсы, үҙешмәкәр композитор Бәхтиәр Байморатов миңә йырҙарын тәҡдим итте. Үҙ эшен яратып, мөкиббән китеп эшләгән Рауил Харрасов, Гөлзифа Әхмәтова, Динислам Исҡужин, яңы ғына эшкә килгән Дилбәр Хисамиева, Таңһылыу Аллаярова, Әсҡәт Нурмөхәмәтов, Хәлил Биктимеровтар менән ихлас эшләнек. Эш хаҡына ла ҡарамай, иртәнән алып ҡара кискә тиклем йөрөй торғайныҡ, аслы-туҡлы булған ваҡыттар ҙа булды. Агитбригалар менән баҫыу эшселәре алдында көнөнә 4-5 урында сығыш яһаған саҡтар булды. Шул мәлдәрҙе һағынып иҫкә алам. Бөгөн беҙҙең ижади коллектив йәштәр менән тулыланды. Улар менән дә етәкләшеп тигәндәй төрлө саралар ойошторабыҙ, үҙебеҙ ҙә ҡатнашабыҙ.
- “Зөлхизә”, “Ғилмияза”, “Һаҡмар”, “Таштуғай”... Халыҡ йырҙарына һөйөү ҡайҙан килә?
- Башланғыс кластарҙа уҡығанда уҡ халыҡ йырҙарын мөкиббән китеп тыңлай торғайным. Таулыҡай мәктәбендә үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгенә иғтибар көслө булды. Рәйсә Сәфәрғәле ҡыҙы етәкләгән - фольклор, Хазина Дәүләт ҡыҙының театр түңәрәктәренә ярты класыбыҙ менән яратып йөрөнөк. Ҡартәсәйем Сәрүәр Хәйбулла ҡыҙының, өләсәйем Мәстүрә Лотфулла ҡыҙының йырлағандарын тыңлап өйрәндем. Атайым ҡайҙа барһа ла Флүрә Килдейәрова, Рамаҙан Йәнбәков, Ғәле Хәмзин, Мәүлитбай Ғәйнетдинов кеүек күренекле йырсыларҙың пластинкаларын ҡосаҡ-ҡосаҡ итеп алып ҡайта торғайны. Бәләкәстән беҙ “Ашҡаҙар”, “Ғилмияза”, “Сәлимәкәй”, “Шахта” кеүек йырҙарҙы тыңлап үҫтек. Улай ғына ла түгел, йырҙарҙың тарихын да ишетеп белә инек. Мәҫәлән, “Ғилмияза” йырының исемен ҡартәсәйем дөрөҫ түгел, Ҡылмияза бит ул, ти торғайны. Ул йыр беҙҙең Таһир ауылы менән бәйле.
Бер конкурста “Иҫке Уралды” йырлап ҡатнаштым. Атайым быны белгәс: “Урал”, “Шәүрәкәй”, “Таштуғай” йырҙарын йырлап өйрәнһәң, һин башҡа халыҡ йырҙарын да башҡара аласаҡһың”, - тигәйне. Тора бара “Таштуғайҙы” өйрәндем. Ә бына “Ашҡаҙар” - беҙҙең ғаилә йыры. Уны ниңә яраталар икән, тип уйлай инем. Баҡтиһәң, ул минең һунарсы, урмансы булған ҡартатайым Хәйбулла Батталов менән бәйле икән. Урманда йәшенеп йөрөгән ҡасҡындарға ярҙам иткәне өсөн ҡыҙылдар уны тотоп атҡан. Был йырҙың эстәлегендә шул ысынбарлыҡ ята.
- Халыҡ йырҙарын заманса стилгә һалып йырлаусыларға ниндәй ҡарашта?
- Уларҙың халыҡсанлыҡ үҙенсәлеген үҙгәртмәй йырлаһалар мин ҡаршы түгел. Ләкин киреһенсә башҡарыусылар ҙа бар бит. Мәҫәлән, “Азамат” халыҡ йырын бер егет йырлай ҙа, уның уртаһында икенсе милләткә хас һыҙаттар менән һикерәнләп бейеп алып китә. Шуны күреп ғәжәпләнеүемдең сиге булманы. Ул бит халыҡ йыры. Уның эске мәғәнәһен юғалтып, нисек инде һикерәнләп тормаҡ кәрәк? Халыҡ йырҙарының тарихына ҡарағанда, “Тәфтиләү”, “Ҡолой кантон” булһынмы, “Сәлимәкәй”, “Ғилмияза”, шул уҡ “Азамат” булһынмы, уларҙың нигеҙендә трагедия ята. Шундай йырҙы башҡарғанда нисек бейеп тормаҡ кәрәк? Аңламайым. Тимәк, улар йырҙың эске мәғәнәһен аңлап бөтмәй башҡара.
- Заманса йырҙарҙы йырларға яратаһығыҙмы?
- Эйе, уларҙы ла яратып башҡарам. Район кимәлендә уҙған төрлө сараларҙа ҡатнашҡанда уның тематикаһына ҡарайбыҙ. Ә бына үҙем башҡарырға теләгәндәрен һайлап алам. Вилүр Мәүлитовтың йырҙарын яратам. Ул баянын күтәреп килеп инеп, йырҙарын уйнап ишеттереп, тәҡдим итә торғайны. Быныһы бармай, быныһы ансамблем өсөн, быныһын үҙемә алам, ти торғайным. Хәлил Биктимеровтың да йырҙары оҡшай. Ғөмүмән, үҙебеҙҙә йәшәп, ижад иткән композиторҙарҙың йырҙарын алырға тырышам.
- Һатабыҙ, тимәйҙәрме?
- Һатып алған саҡтарым да булды. Беренсе тапҡыр Айҙар Тулыбаевтың “Буран” тигән йырын алғайным. Уны әле лә яратып башҡарам.
- Һеҙҙең бер нисә вокаль ансамбле бар...
- Башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарған “Ҡомартҡы” ансамблем бар. Уларҙың уңыштары яҡшы ғына. “Мин яратам һине, тормош”, “Ҡаһым түрә” дуҫтарын йыя” кеүек конкурстарҙа еңеү яуланылар. Зифа Аралбаева менән Фирүзә Исҡужина бик күп район бәйгеләрендә, республика кимәлендәге конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар алды. “Мирфәйзә” ансамблендә йәшерәк йырсылар тупланған. Унда Ишмырҙанан Гүзәл Ғөбәйҙуллина, Миләүшә Йәнбәкова, Буранбайҙан Гүзәл Әминова, Беренсе Этҡолдан Гөлфиә Тойғонова, Түбәнән Зилә Үтәбаева һәм Баймаҡ ҡалаһынан да йырсылар тупланған. Һәр ансамблдең бер нисә сәхнә кейеме бар. Бергәләп уларҙы ҡарап, һайлап алабыҙ. Ә бына биҙәүестәрҙе үҙҙәре эшләй. Хәситә, ҡашмау, селтәр, француз яулыҡтары беҙҙең сәхнә кейемдәрен тулыландыра.
- Сәнғәт мәктәбендә лә эшләйһегеҙ...
- Сәнғәт мәктәбендә тәүҙә эш хаҡы өҫтәлһен, тип бер нисә генә дәрес алғайным. Артабан үҙем дә һиҙмәҫтән балаларға ныҡ бәйләндем. Һәр береһенең уңыштарын күреп ҡыуанам. Минең юлымды дауам иткән уҡыусыларым да бар. Мәҫәлән, Азамат Ғөбәйҙуллин һәм Алтынай Салихова менән шул ҡәҙәр ғорурланам. Азамат былтыр “Башҡорт йыры” конкурсында Гран-при алды. Алтынай ҙа республика бәйгеләрендә төрлө кимәлдәге еңеүҙәр яуланы. Лилиә Нурлының “Хазина” төркөмө менән берлектә Ҡытайға барып, уңышлы сығыш яһап ҡайтты. Заһир Исмәғилев исемендәге йырсылар конкурсында йә беренсе, йә икенсе урынды ала. Үҫмер егеттәрҙән торған “Дуҫтар” ансамбленән Игорь Зәйнуллин башҡорт халыҡ йырын йырлап, беренсе урынды алды. Диана Кувшинова “Дуҫлыҡ йыры” конкурсынан йөрөп ҡайтҡас: “Башкирское пение оказывается больше ценется”, - тип ҡуйҙы. Тимәк, башҡорт моңо һәр ваҡытта ла юғары баһалана. Быны балалар ҙа яҡшы аңлай.
- Һеҙҙе төрлө кисәләрҙә алып барыусы булараҡ та күрәбеҙ...
- Элегерәк йырсыларға ҡарата талаптар башҡа ине бит. Берәй банкетта йырлаһаң, тәнҡитләп ҡарай торғайнылар. Хәҙер, киреһенсә, ҡунаҡҡа йырларға саҡырмаһалар, тимәк, һинең йырҙарыңа тамашасыларҙың һорауы юҡ, тигән һымаҡ ҡарайҙар. Дөрөҫ, халыҡтың талабына ҡарап, уларға ярарға тырышып, еңел-елпе йырлаған осһоҙ йырсылар бар. Уларҙың бер-ике йырына алданып, арттарынан эйәреүселәр ҙә бар. Ә бына халыҡ йырының ысын мәғәнәһен төшөнөп тыңларға теләүселәр әҙ, ләкин улар бар. Шуныһы ҡыуандыра.
- Йырсы булараҡ, үҙегеҙҙе нисек тәрбиәләйһегеҙ?
- Вирус йөрөгән ваҡытта имунитетты нығытабыҙ. Ангина, вируслы ауырыуҙар балаларҙан йышыраҡ йоға. Шуның өсөн дә бергәләп тын алыу күнекмәләре эшләйбеҙ. Улар дөрөҫ тын алыуға ярҙам итә. Шуның менән имунитетты нығытабыҙ. Ансамблгә йөрөгән апайҙар араһында минең астма бөтөп ҡалды, тигәндәре бар.
Бала иртәнсәк йырларға килә икән, ул кәмендә - ун, ә өлкән йырсылар һигеҙ сәғәттән кәм йоҡларға тейеш түгел. Мотлаҡ тауыш сығарыу органдарын ял иттерергә кәрәк. Мәҫәлән, Фәриҙә Ҡудашева концерттан һуң ун дүрт сәғәт йоҡлап, ял итмәйенсә бер ҡасан да тормаған. Йырсы яҡшы ашарға, йоҡларға һәм физик яҡтан үҙен матур тоторға тейеш.
- Эш – эш менән, нисек ял итәһегеҙ?
- Уй, ял итәм микән? Әлләсе. Тормошом Баязит улым менән бәйле. Ул минең юлымды дауам итеп, бөгөн Сибай сәнғәт колледжында уҡый, өсөнсө курс студенты.
- Байназарға тәүге халыҡ йырын кем өйрәтте?
- Беҙҙең өйҙә һәр ваҡыт яңғыраған “Абдрахман”ды башҡарҙы. Ҡартатаһы тәүҙә тынды нисек дөрөҫ алырға, боролоштарында ниндәй нотаны тоторға өйрәтте. Улымдың бала саҡтан сәнғәткә ынтылышы булды. Ҡартатаһына эйәреп бер урманға барған. Шунда атайым үлән ҡурайы ҡырҡып, тишектәрен уйып уйнаған. Ул һынғас, улым: “Әйҙә урманға барып ҡурай һатып алайыҡ”, - ти башланы. Баҡтиһәң, атайым ҡурай таҡыяһын ҡырҡып алғас, урынына тәңкә һалған икән. Улым сәнғәт мәктәбендә ҡурай класын тамамланы. Фортепианола уйнай. Бөгөн Байназар төрлө конкурстарҙа ҡатнаша, һөҙөмтәләре лә ҡыуаныслы.
- Улығыҙ менән бергә сығыш яһағанығыҙ булдымы?
- Мәктәптә уҡыған сағында бергә йырлай торғайныҡ. Тәүҙә улым бөтә балалар кеүек үк хәрби, һуңынан “айтишник” булам тине. Уҡыу бөтөүгә ярты йыл ҡалғас, йырсы булырға ҡарар итте. Мин, әлбиттә, ҡаршы булманым.
- Яратып бешергән ризығығыҙ...
- Улым итле ҡамыр аштары ярата. Шуға күрә лә күберәк өсмөйөш, бәлеш бешерәм. Әйткәндәй, улым да аш-һыу тирәһендә булышырға ярата. Ҡайһы бер ризыҡты бергә әҙерләйбеҙ.
- Һеҙҙең күңелгә ниндәй миҙгел яҡыныраҡ?
- Бөтә миҙгел дә минең өсөн ҡәҙерле. Ҡышҡыһын йәйҙе һағынам, йәки киреһенсә. Тәбиғәттең уянған мәленә ғашиҡмын, алтын көҙҙөң үҙ хозурлығы. Сөнки миҙгелдең һәр мәле миңә илһам бирә. Һаҡмар йылғаһын яратам, шунлыҡтан “Һаҡмар” халыҡ йырын башҡарам. Тауға менһәм – “Урал”ды, урманға инһәм, татар халыҡ йыры “Сәхрә”не башҡарам.
- Ҡайһы бер башҡорт халыҡ йырҙарын татарҙар үҙҙәренеке тип, белдерә...
- Татарҙарҙың, мәҫәлән, “Сәхрә”, “Ҡара урман” йырҙарына тап уларҙың ғына бейеүен һалып була. Ә бына башҡорт халыҡ йырҙарына башҡорт бейеүенең тыпырҙатыуы тура килә. Уларҙы шулай айырырға була. Икенсенән, йырҙарҙың тарихын ҡарарға кәрәк. Мәҫәлән, “Һаҡмар”ҙы алайыҡ. Ул Татарстанда ағамы? Юҡ! “Ғилмияза” йыры беҙҙең Таһир ауылына бәйле. “Ашҡаҙар” йылғаһы ағамы күрше республикала? Юҡ. Ә “Таштуғай” бармы? Юҡ. “Иҙел” йырындағы йылға Бөрйән районында аға. Ә бына “Шахта” йыры ике халыҡ йыры ла булыуы ихтимал.
- Икенсе милләттәрҙең халыҡ йырҙарын башҡараһығыҙмы?
- Ҡаҙаҡ йырҙарын йырлап өйрәнгем килә. Латиф Хамидиның йырҙары оҡшай. Ләкин мин яңғыҙ йырсы булып эшләмәйем. Ансамблдәрем бар, уҡыусыларым бар. Ваҡытымдың ҡырҡ проценты уларға тәғәйенләнгән. Шуның өсөн ваҡытым да самалы.
- Сөмбөл, һеҙҙең ғаиләлә йырсылар күп. Улар менән бергә башҡарған йырҙар бармы?
- Сәхнәгә сыҡҡаныбыҙ юҡ. Ә бына бергә йыйылһаҡ, ярышып халыҡ йырҙарын башҡарабыҙ. Халыҡ йырҙары беҙҙең ғаилә менән тығыҙ бәйле. Быныһы татар, уныһы башҡорт, ҡаҙаҡ йыры тип бүлеп ҡарамайбыҙ, бөтәһен дә башҡарабыҙ. Элек уҡыған саҡта магнитофонға яҙҙырта торғайным. Улар мәрхүм булып, ваҡыт үткәс, шул яҙмаларҙы тыңлап, етмеште үткән инәйҙәремдең, олатайҙарымдың, өләсәйемдең халыҡ йырҙарын бер тында ғында башҡарыуын ишетеп, таң ҡала торғайным. Уҡытыусылар ҙа йырсылар өлкәнәйә килә тауыштары булмай, юғары нотаны ала алмайҙар, тип бәхәсләшә. Уларҙың да был фекере менән килешмәйем. Фәҡәт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың тауыш диапазоны киң. Улар юғары нотаны еңел ала.
- Сөмбөл, Баймаҡ һәм Һаҡмар һандуғасы булараҡ, халыҡ йырҙарын һаҡлауҙа һәм уны йәш быуынға дөрөҫ итеп тапшырыу йәһәтенән башҡарған эшегеҙ баһалап бөткөһөҙ. Һеҙҙең кеүек йырсыларыбыҙ булғанда, халҡыбыҙҙың ижады йәшәйәсәк, тип ышаныслы әйтә алабыҙ. Һеҙгә уңыштар теләйбеҙ!
Лилиә ТАКАЕВА.