Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
5 Март , 10:40

Хаҡлы ялға - хөрмәт менән

Ишбирҙелә тыуып үҫеп, Әбделкәрим ауылына килен булып төшкән ул. Йор һүҙле, ғәҙеллекте яратҡан, уңған ҡыҙҙы ауыл халҡы шунда уҡ үҙ күреп, яратып ҡабул итә. Ул ваҡыттан инде 35 йыл буласаҡ июнь уҙып та киткән. Гөлнара Сәхиулла ҡыҙы килен булып төшкән еренә ҡомдай-таштай бата.

Ишбирҙелә тыуып үҫеп, Әбделкәрим ауылына килен булып төшкән ул. Йор һүҙле, ғәҙеллекте яратҡан, уңған ҡыҙҙы ауыл халҡы шунда уҡ үҙ күреп, яратып ҡабул итә. Ул ваҡыттан инде 35 йыл буласаҡ июнь уҙып та киткән. Гөлнара Сәхиулла ҡыҙы килен булып төшкән еренә ҡомдай-таштай бата.

Гөлнара һәм Фәннүр Булатовтар бөгөн матур ғүмер кисерә. Улар өс бала тәрбиәләп үҫтергән. Улдары Фәһим Өфө дәүләт нефть университетын тамамлаған. Әле кәләше менән Өфөлә йәшәй, бер ҡыҙ бала тәрбиәләйҙәр. Ҡыҙҙары Динара Баймаҡта төпләнгән. Тормош иптәше менән ике ул үҫтерәләр. Вилүрҙәре былтыр өйләнгән. Кәләше менән Сибай ҡалаһында йәшәй. Әйткәндәй, Булатовтар оҙаҡ йылдар ярҙамға мохтаж булған әсәһе Йәмилә инәйҙе үҙ тәрбиәһенә алған. Ҡәҙерле кешеләренең фатихаһында улар бөгөн матур донъя көтә.

Гөлнара Сәлихйән ҡыҙы почта өлкәһендә 33 йыл хеҙмәт стажы туплаған. Шуның тәүге биш йылы Баймаҡ почтаһына арналған. 1997 йылдан Әбделкәрим ауылында тәүҙә почтальонка булып эшләй, ә 2004 йылдан үҙенә генә түгел, башҡаларға ла талапсан булған Гөлнара Булатоваға ышаныс күрһәтеп, почта бүлексәһе начальнигы итеп тәғәйенләйҙәр. Кеше менән еңел уртаҡ тел табып, уларҙың һәр береһенә яҡшы мөғәмәлә булған Гөлнара Сәхиулла ҡыҙы тиҙ арала ауылдаштарының ихтирамын һәм абруйын яулай. Кемдең ниндәй гәзит-журнал алдырғанын, яратып уҡыған мәҡәләләренә ҡәҙәр белә. Ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу барышында төрлө саралар уҙғарып, улар араһында бүләктәр уйната.

Ошо көндәрҙә Әбделкәрим, Алғаҙы, Ҡыуат ауылдары халҡы йыйылып, хеҙмәте менән хөрмәт ҡаҙанған Гөлнара Булатованы хаҡлы ялға оҙатыу кисәһе уҙғарҙы.

- Халҡына тоғро хеҙмәт итеп, эшенә яуаплы ҡараған кешене хаҡлы ялға ебәреп, уның менән айырылышыуы ауыр, - тине Әбделкәрим ауыл биләмәһе башлығы Әлфиә Мусина. – Гөлнара Сәхиулла ҡыҙы үҙенә һалынған бурысҡа намыҫ менән ҡарай. Һәр гәзит уҡыусы өсөн көрәште. Йәмәғәт эшендә лә әүҙем ҡатнаша.

Был көндө Гөлнара Булатова тураһында тик матур һүҙҙәр генә яңғыраны. Ауыл биләмәһе, мәктәп, ветерандар советы, китапхана, мәҙәниәт йорто коллективтары изге теләктәрен әйтеп, бүләктәрен тапшырҙы. Мәҙәниәт йорто артистары, “Миләш”, “Түңгәүер” фольклор ансамблдәре кисәгә йәм өҫтәп, музыкаль яҡтан биҙәне.

Оҙаҡ йылдар яратҡан эшеңде башҡарып, етәкселек, хеҙмәттәштәреңдең һәм ауылдаштарындың ихтирамын яулап, абруйына ҡаҙанып хаҡлы ялға китеүҙән дә ҙур бәхет юҡтыр ул. Кешене намыҫлы хеҙмәте биҙәй. Күңел һалып башҡарған эшеңдең һөҙөмтәһе лә матур. Хеҙмәт яратҡандар тормошта ла юғалып ҡалмай. Был тап Гөлнара Сәхиулла ҡыҙына төбәп әйтелгән һүҙҙәр.

Лилиә ТАКАЕВА.

Хаҡлы ялға - хөрмәт менән
Хаҡлы ялға - хөрмәт менән
Автор: Лилия Такаева
Читайте нас