Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
5 Март , 14:00

Эшсе ҡулдар эшһеҙ тормай

- Тик ултырырға яратмайым, миңә эш булһа – булды, - тине Нурзилә Мәхмүтова үҙе менән таныштырып. – Ял итһәм, киреһенсә, арыйым. Шуның өсөн дә миңә һәр ваҡыт нимә менән булһа ла шөғөлләнергә кәрәк. Буш ваҡыттарымда ырғаҡ менән мунса йыуынғысы, йәки ойоҡбаштар бәйләйем. Һорағандарға һатып та ебәрәм.

- Тик ултырырға яратмайым, миңә эш булһа – булды, - тине Нурзилә Мәхмүтова үҙе менән таныштырып. – Ял итһәм, киреһенсә, арыйым. Шуның өсөн дә миңә һәр ваҡыт нимә менән булһа ла шөғөлләнергә кәрәк. Буш ваҡыттарымда ырғаҡ менән мунса йыуынғысы, йәки ойоҡбаштар бәйләйем. Һорағандарға һатып та ебәрәм.

Нурзилә Миндәхмәт ҡыҙы, ысынлап та, уңған, егәрле ханым. Ун алты йәшенән хеҙмәт юлын тыуған ауылы Ниғәмәттә башлай. Салауат исемендәге колхоздың баҡсаһында кәбеҫтә үҫтерә. Ике йылдан Ҡаратал ауылы егете Альберт Мәхмүтовҡа кейәүгә сығып, ғаилә ҡора. Тормош иптәшенең тәүге ҡатынының улы Арсенды ла үҙ ҡанаты аҫтына ала. Артабан ике йөрәкте бәйләп, Хәлил, Айнур һәм Эльвина исемле балалар донъяға килә. Улдарының бөгөн үҙ ғаиләләре бар. Кәләштәре менән балалар үҫтереп, матур донъя көтәләр. Арсен улдары ғаиләһе менән Испанияла төпләнгән. Кинйә ҡыҙҙары Бөрө медицина колледжы студенты, буласаҡ фармацевт.

Нурзилә Мәхмүтова бөгөн “Баймаҡ ҡойоу-механика заводы” йәмғиәтенең механика цехында йыйыштырыусы булып эшләй.

- Коллективымдан уңдым, һәр береһе ихтирам менән ҡарай, - тине ул. – Кәрәк булһа, кәңәштәрен дә биреп, ярҙам итергә әҙер генә торалар. Шул уҡ ваҡытта, быға ҡәҙәр эшләп киткән 1-се һәм 2-се мәктәптәге коллективым ярҙам һораһа, унда ла барам.

Уңған ханым – аш-һыу оҫтаһы ла. Байрамдарға табын әҙерләүҙә ярҙам күрһәтә. Төрлө турамалар, бәлештәр бешерә. Кистәрен саф һауала йәйәүләп йөрөргә ярата, китаптар уҡый.

Тормоштан йәм табып, балаларының уңыштарына һөйөнөп йәшәгән Нурзилә Мәхмүтова үҙ-үҙен үҫтереү менән даими шөғөлләнә. Күберәк яңылыҡтар менән танышып, юридик яҡтан белемен нығытырға тырыша. Тормош иптәшеңдең тоғро ҡатыны, балаларыңдың яратҡан әсәһе, ейәндәреңдең хәстәрлекле ҡартәсәйе булып йәшәүҙән дә ҙурыраҡ бәхет бармы һуң донъяла?

Лилиә ТАКАЕВА.

Эшсе ҡулдар эшһеҙ тормай
Эшсе ҡулдар эшһеҙ тормай
Автор: Лилия Такаева
Читайте нас